86-СЫ ЙЫР
Йәһүәнән өйрәнәбеҙ
(Ишағыя 50:4; 54:13)
1. Яҙмаларҙан тереклек һыуын табабыҙ.
«Кил, бушлай эс», — тиеп рух саҡыра.
Йәһүәгә беҙ мең рәхмәтлебеҙ,
Ул бит рухи һыуһынды ҡандыра.
2. Йыйылышта Алланан белем алабыҙ,
Бар ҡәрҙәштәр яратыу күрһәтә.
Көс-дәрт алабыҙ һәм рухланабыҙ,
Яҡтылыҡта Аллабыҙ йөрөтә.
3. Бергәләшеп Хоҙайҙы маҡтап йырлайбыҙ,
Йыр күңелдәр түренән ағыла.
Һис шикләнмәйбеҙ: мәңге йәшәрбеҙ
Йәһүәнең ҡанаты аҫтында.
(Евр. 10:24, 25; Асыл. 22:17-не лә ҡара.)