115-СЕ ЙЫР
Беҙ рәхмәтле түҙемлегеңә
1. Һин, Йәһүә, сикһеҙ ҡөҙрәтле,
Ғәҙеллегең киң билдәле.
Яуызлыҡҡа батҡан донъя,
Күп кешеләр яфалана.
Мәңге түҙеп тормаҫһың, Алла,
Бик аҙ ҡалды бөйөк көнөңә.
ҠУШЫМТА
Өмөтләнәбеҙ тик һиңә,
Беҙ рәхмәтле түҙемлегеңә.
2. Мең йыл ваҡыт һинең алдыңда
Бер көн кеүек елеп уҙа.
Тотҡарланмаҫ бөйөк көнөң,
Һис һуңламаҫ, тинең үҙең.
Гонаһынан кеше арынһа,
Йөрәгеңдән шатлыҡ урғыла.
ҠУШЫМТА
Өмөтләнәбеҙ тик һиңә,
Беҙ рәхмәтле түҙемлегеңә.
(Ниҡ. 9:30; Лука 15:7; 2 Пет. 3:8, 9-ҙы ла ҡара.)