Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lvs 7 бүлек 89—103 бб.
  • Һин ғүмерҙе Алла ҡәҙерләгән кеүек ҡәҙерләйһеңме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һин ғүмерҙе Алла ҡәҙерләгән кеүек ҡәҙерләйһеңме?
  • Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Алла мөхәббәтендә уҡырға
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АЛЛАНЫҢ ЙӘШӘҮ МЕНӘН ҠАНҒА ҠАРАШЫ НИНДӘЙ?
  • ҠАНДЫҢ МЕДИЦИНАЛА ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ
  • ЙӘҺҮӘ ҠАНУНДАРЫНДА ЯРАТЫУ САҒЫЛА
  • УЙҘАРЫҢДА НӘФРӘТ БУЛМАҺЫН
  • ЙӘШӘҮҘЕ ХӨРМӘТ ИТМӘГӘН ОЙОШМАЛАРҘАН СИТТӘ ТОР
  • КЕШЕЛӘРГӘ БАТШАЛЫҠ ХАҠЫНДА ҺӨЙЛӘ
  • Йәшәү бүләген ҡәҙерләгеҙ
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Алланың ҡанға ҡарашы
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Уҡыусыларҙың һорауҙары
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә 2000
Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
lvs 7 бүлек 89—103 бб.
«Ихтыяр белдереү һәм дауалау тураһындағы ышаныс ҡағыҙы»н тултырыу

ЕТЕНСЕ БҮЛЕК

Һин ғүмерҙе Алла ҡәҙерләгән кеүек ҡәҙерләйһеңме?

«Һиндә — йәшәү шишмәһе» (ЗӘБУР 36:9).

1, 2. а) Йәһүә беҙгә нимә бүләк иткән? б) Бөгөн үк бәхетле тормош алып барыр өсөн, Йәһүә беҙгә нимә биргән?

ЙӘҺҮӘ һәр беребеҙгә иҫ киткес бүләк — ғүмер биргән (Башланмыш 1:27). Ул беҙгә иң яҡшы тормош теләй. Шуға күрә, беҙҙе дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтер өсөн, ул принциптар биргән. «Яҡшылыҡ менән яманлыҡты» айыра белер өсөн, беҙгә шул принциптарҙы ҡулланырға кәрәк (Еврейҙарға 5:14). Шул саҡта беҙ Йәһүәгә үҙебеҙҙе аныҡ фекер йөрөтөү һәләтенә өйрәтергә юл ҡуябыҙ. Алла принциптары буйынса йәшәп һәм тормошобоҙҙоң яҡшырғанын күреп, беҙ уларҙың ни ҡәҙәр файҙалы икәнен аңлай башлайбыҙ.

2 Тормош ҡатмарлы. Ҡайһы саҡта Изге Яҙмала ниндәйҙер осраҡҡа туранан-тура ҡағылған ҡанун килтерелмәй. Мәҫәлән, беҙгә ҡан ҡулланылған дауаланыу ысулдары буйынса ҡарар ҡабул итергә тура килергә мөмкин. Йәһүә хуплауын алыр өсөн нисек эш итергә? Изге Яҙмала Йәһүәнең йәшәүгә һәм ҡанға ҡарашын күрһәткән принциптар бар. Шул принциптарҙы аңлаһаҡ, беҙ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле булырбыҙ һәм выжданыбыҙҙы саф килеш һаҡларбыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6—11). Әйҙә, хәҙер ҡайһы бер принциптарҙы ҡарап сығайыҡ.

АЛЛАНЫҢ ЙӘШӘҮ МЕНӘН ҠАНҒА ҠАРАШЫ НИНДӘЙ?

3, 4. а) Алла ҡанға үҙ ҡарашын нисек күрһәткән? б) Ҡан нимәгә тиң?

3 Изге Яҙма буйынса, ҡан изге, сөнки ҡан йәшәүгә тиң. Ә йәшәү Йәһүәнең ҡарашында ҡиммәтле. Ҡабил үҙенең ҡустыһын үлтергәс, Йәһүә уға: «Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!» — тигән (Башланмыш 4:10). Һабилдың ҡаны уның ғүмеренә тиң булған; уның ҡаны тураһында әйткәндә, Йәһүә уның ғүмерен күҙ уңында тотҡан.

4 Туфандан һуң Алла кешеләргә ит ашарға рөхсәт иткән. Ләкин шул уҡ ваҡытта: «Әммә йәне, йәғни ҡаны булған итте ашар булмағыҙ», — тип тыйған ул (Башланмыш 9:4). Был әмер Нухтың бөтә тоҡомдарына ла, шул иҫәптән беҙгә лә ҡағыла. Эйе, Алла өсөн ҡан йәшәүгә тиң. Беҙ ҙә ҡанға шулай ҡарарға тейеш (Зәбур 36:9).

5, 6. Муса ҡануны Йәһүәнең йәшәүгә һәм ҡанға үҙ ҡарашын нисек күрһәткән?

5 Мусаға бирелгән Ҡанунда Йәһүә былай тигән: «Берәй кеше... ниндәй ҙә булһа ҡан ашаһа, мин, һис шикһеҙ, ҡан ашаған кешене, кире ҡағырмын һәм уны халҡы араһынан юҡ итермен. Сөнки тере заттың ғүмере ҡанда» (Левиттар 17:10, 11).

6 Муса ҡануны буйынса, кеше хайуанды ашар өсөн үлтерһә, уның ҡанын ергә ағыҙырға тейеш булған. Шулай итеп ул хайуандың ғүмере Барлыҡҡа килтереүсеһенә, Йәһүәгә, кире ҡайтарылыуын күрһәткән (Ҡанун 12:16; Йәзәкил 18:4). Ләкин Йәһүә израилдәрҙән хайуандың ҡанын һуңғы тамсыһына тиклем сығарып бөтөрөүҙе талап итмәгән. Хайуандың ҡанын ағыҙыр өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләгәс, улар тыныс выждан менән итен ашай алған. Хайуандарҙың ҡаны тураһындағы әмергә буйһоноп, улар Йәшәү биреүсегә — Йәһүәгә хөрмәт күрһәткән. Ҡанун буйынса шулай уҡ, израилдәр, гонаһтары кисерелһен өсөн, хайуандарҙы ҡорбанға килтерергә тейеш булған. (19-сы һәм 20-се ҡушымталарҙы ҡара.)

7. Дауыт ҡанды хөрмәт итеүен нисек күрһәткән?

7 Ҡандың ни тиклем ҡиммәтле икәне Дауыт менән булған осраҡтан күренә. Израилдәр менән пелештиҙәр араһындағы бер яуҙан һуң ул ныҡ һыуһаған. Быны белгәс, уның һуғышсылары, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, дошман территорияһынан уға һыу алып килгән. Әммә Дауыт һыуҙы эсмәйенсә «уны Йәһүә алдында ергә түккән». «Эй Йәһүә, нисек инде мин был һыуҙы эсәйем?! Минең өсөн үҙ йәнен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған кешеләрҙең ҡанын эсәйемме ни?» — тигән ул. Дауыт кеше ғүмере һәм ҡан Алла өсөн ни тиклем ҡиммәтле икәнен белгән (2 Самуил 23:15—17).

8, 9. Беҙҙең көндәрҙә мәсихселәрҙең ҡанға ҡарашы ниндәй булырға тейеш?

8 Ғайсаның үлеменән һуң Алла халҡы инде Муса ҡанунын үтәргә тейеш булмаған. Шулай ҙа Йәһүә Ҡанундың ҡайһы бер талаптарына буйһонорға ҡушҡан. Хайуандарҙы ҡорбанға килтерергә инде кәрәк булмаһа ла, улар «ҡандан... тыйылығыҙ» тигән әмерҙе үтәргә тейеш булған. Был әмер боттарға табыныуҙан һәм әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасырға кәрәк тигән әмер кеүек үк мөһим булған (Ғәмәлдәр 15:28, 29).

Апай-ҡәрҙәш медицина документын тултыра, һуңынан табип менән һөйләшә

Ҡан фракцияларын ҡулланыуға ҡарата үҙ ҡарашымды мин нисек аңлатыр инем?

9 Бөгөн дә шулай. Мәсихсе булараҡ беҙ Йәһүәнең Йәшәү сығанағы булыуын һәм бөтөн тереклек — уныҡы икәнен беләбеҙ. Беҙ шулай уҡ ҡандың изге икәнен һәм уның йәшәүгә тиң икәнен таныйбыҙ. Шуға күрә ҡан ҡулланылған дауаланыу ысулдарына ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итергә тейеш.

ҠАНДЫҢ МЕДИЦИНАЛА ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ

10, 11. а) Йәһүә шаһиттары ҡан ебәреүгә йә уның дүрт төп компонентын ебәреүгә нисек ҡарай? б) Һәр мәсихсе ниндәй шәхси ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш?

10 Йәһүә шаһиттары «ҡандан... тыйылығыҙ» тигән әмерҙең ҡанды ашамау йә эсмәүҙе генә түгел, ә күпкә күберәкте аңлатыуын белә. Был ҡан ебәреү, донор сифатында ҡан биреү, шулай уҡ ҡан ебәреү маҡсатында үҙ ҡаныңды һаҡлауҙан тыйылыуҙы ла аңлата. Бынан тыш мәсихселәр ҡандың дүрт төп компонентын — эритроциттар, лейкоциттар, тромбоциттар һәм плазманы ебәреүҙән тыйыла.

11 Ҡандың ошо дүрт төп компоненты үҙ сиратында тағы бәләкәйерәк өлөштәргә — фракцияларға бүленә. Ҡан фракцияларын ҡабул итергәме, юҡмы икәнен һәр мәсихсе үҙе хәл итергә тейеш. Был шулай уҡ кешенең үҙ ҡаны ҡулланылып үткәрелгән медицина процедураларына ла ҡағыла. Хирургик операция яһалғанда, анализдар биргәндә йәиһә дауаланыу барышында уның ҡанын нисек файҙаланырҙарын һәр кем үҙе хәл итергә тейеш. (21-се ҡушымтаны ҡара.)

12. а) Ни өсөн выжданға бәйле һорауҙарҙа ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ Йәһүә өсөн мөһим? б) Беҙ нисек медицина процедураларына ҡағылышлы аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алабыҙ?

12 Выжданға бәйле һорауҙарҙа беҙҙең ниндәй ҡарар ҡабул итеүебеҙ Йәһүә өсөн ысындан да мөһимме? Эйе, мөһим, сөнки ундай ҡарарҙар йөрәгебеҙҙә нимә бар икәнен күрһәтә. Ә Йәһүә уй-фекерҙәребеҙ һәм хистәребеҙ менән бик тә ҡыҙыҡһына. (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:3; 24:12-не уҡы.) Бына ни өсөн дауаланыу ысулына ҡағылышлы ҡарар ҡабул иткәндә беҙгә Йәһүәгә доға ҡылып, унан етәкселек һорарға һәм был ысул тураһында күберәк белергә кәрәк. Шунан, Изге Яҙмаға ярашлы өйрәтелгән выжданға нигеҙләнеп, үҙ ҡарарыбыҙҙы ҡабул итә алырбыҙ. Беҙ башҡаларҙан, минең урында булһаң, һин нисек эш итер инең, тип һорарға ла, уларға үҙ ҡарарыбыҙҙы тағырға ла тейеш түгелбеҙ. Һәр мәсихсе «үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш» (Галаттарға 6:5; Римдарға 14:12).

ЙӘҺҮӘ ҠАНУНДАРЫНДА ЯРАТЫУ САҒЫЛА

13. Йәһүәнең ҡанға ҡағылышлы закондарынан һәм әмерҙәренән беҙ уның хаҡында нимә беләбеҙ?

13 Йәһүәнең ҡушҡандары беҙгә файҙа ғына килтерә һәм уның беҙҙе яратыуын күрһәтә (Зәбур 19:7—11). Әммә беҙ уның әмерҙәрен файҙалы булған өсөн генә түгел, ә уны яратҡанға күрә үтәйбеҙ. Йәһүәне яратыу беҙҙе ҡан ебәреүҙән баш тартырға өндәй (Ғәмәлдәр 15:20). Был шулай уҡ һаулығыбыҙҙы һаҡлай. Бөгөн күптәр ҡан ебәреүҙең ҡайһы бер ҡурҡыныс эҙемтәләре хаҡында белә, һәм күп табиптар ҡан ҡулланмайынса операция яһау кеше сәләмәтлеге өсөн яҡшыраҡ тип һанай. Эйе, Йәһүәнең нәсихәттәре зирәклек һәм мөхәббәт менән һуғарылған. (Ишағыя 55:9-ҙы уҡы; Яхъя 14:21, 23.)

14, 15. а) Үҙ халҡын яҡлар өсөн Йәһүә ниндәй ҡанундар биргән? б) Һин шул ҡанундар нигеҙендә ятҡан принциптарҙы нисек ҡуллана алаһың?

14 Йәһүә ҡанундары уның халҡына тик файҙа ғына килтерә. Йәһүә боронғо израилдәргә уларҙы бәхетһеҙлектән яҡлаған ҡанундар биргән. Мәҫәлән, бер ҡанун буйынса йорттоң хужаһы яҫы түбәнең ситтәре буйлап, унан бер кем дә йығылып төшмәһен өсөн, ҡойма яһарға тейеш булған (Ҡанун 22:8). Башҡа ҡанун хайуандарға ҡағылған. Берәйһенең һөҙгәк үгеҙе булһа, кешегә ташланмаһын өсөн, хужаһы уны күҙәтеү аҫтында тоторға тейеш булған (Сығыш 21:28, 29). Израиль кешеһе был ҡанундарға буйһонмаһа, һәм һөҙөмтәлә берәйһе һәләк булһа, ул ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип һаналған.

15 Был ҡанундар Йәһүәнең ғүмерҙе бик ныҡ ҡәҙерләүен күрһәтә. Быны белеү беҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш? Йортобоҙ, машинабыҙ хаҡында ҡайғыртҡанда, машинаны йөрөткәндә һәм күңел асыуҙар һайлағанда ғүмерҙе хөрмәт итеүебеҙ күренергә тейеш. Ҡайһы бер кешеләр, айырыуса йәштәр: «Беҙгә нимә булһын инде!» — тип, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя һәм хәүеф-хәтәрҙән ҡасмай. Әммә Йәһүә шулай эш итеүебеҙҙе теләмәй. Ул үҙебеҙҙең ғүмерҙе лә, башҡаларҙыҡын да юғары баһалауыбыҙҙы теләй (Вәғәзсе 11:9, 10).

16. Йәһүә абортҡа нисек ҡарай?

16 Йәһүә һәр кешенең дә ғүмерен ҡәҙерләй. Хатта әле тыумаған бала ла уның өсөн бик ҡәҙерле. Муса ҡануны буйынса берәйһе ауырлы ҡатынға зыян килтерһә, һәм һөҙөмтәлә был ҡатын үҙе йәки уның балаһы үлһә, Алла шул кешене үлтереүсе тип һанаған. Был шуны аңлатҡан: тыуған хәл осраҡлы булһа ла, кеше ғүмере өҙөлгән, шуға үлтереүсенең үҙен үлтерергә кәрәк булған. (Сығыш 21:22, 23-тө уҡы.) Алла өсөн әле тыумаған бала — тере зат. Быны иҫәпкә алып, уның абортҡа нисек ҡарағаны хаҡында уйлан. Һин нисек уйлайһың, йыл һайын әле тыумаған миллионлаған бала үлтерелгәндә, ул нимә хис итә?

17. Йәһүәне белмәгән саҡта аборт яһатҡан ҡатынды нимә йыуата ала?

17 Ә инде ҡатын Йәһүә ҡарашын белгәнгә тиклем аборт яһатҡан булһа? Ул Йәһүәнең Ғайса ҡорбаны нигеҙендә уны кисереүенә инана ала (Лука 5:32; Ефестарға 1:7). Элек шундай хата яһаған ҡатын ысын күңелдән тәүбә итһә, үҙен ғәйепле тойорға тейеш түгел. «Йәһүә шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан... [...] Көнсығыш көнбайыштан ни хәтле йыраҡ булһа, ул енәйәттәребеҙҙе беҙҙән шул хәтле йыраҡ итә» (Зәбур 103:8—14).

УЙҘАРЫҢДА НӘФРӘТ БУЛМАҺЫН

18. Ни өсөн нәфрәт хисенән арыныр өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк?

18 Йәшәү бүләген хөрмәт итеү йөрәк түренән башланғыс ала. Башҡаларға ҡарата нимә хис итеүебеҙ ҙә шул иҫәпкә инә. «Үҙенең имандашына нәфрәтләнгән һәр кем кеше үлтереүсе ул», — тип яҙған илсе Яхъя (1 Яхъя 3:15). Берәй кешене яратып бөтмәү, үҙебеҙ ҙә абайламаҫтан уны нәфрәт итеүгә әйләнергә мөмкин. Һөҙөмтәлә шул кешене ихтирам итмәй, яла яға башлауыбыҙ йә хатта уға үлем теләүебеҙ бар. Йәһүә беҙҙең башҡаларға ҡарата нимә хис итеүебеҙҙе белә (Левиттар 19:16; Ҡанун 19:18—21; Матфей 5:22). Нәфрәтле булыуыбыҙҙы абайлап ҡалһаҡ, шундай уйҙарҙан арыныр өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк (Яҡуб 1:14, 15; 4:1—3).

19. Йәшәүҙе юғары баһалауыбыҙҙы тағы нисек күрһәтә алабыҙ?

19 Йәшәүҙе юғары баһалауыбыҙҙы күрһәтер өсөн тағы бер ысул бар. Зәбур 11:5-тә Йәһүә тураһында былай тиелә: «Йәбер-золом яратыусы һәр кемде ул нәфрәт итә». Аяуһыҙ күңел асыуҙарҙы һайлауыбыҙ йәбер-золом яратыуыбыҙҙы күрһәтергә мөмкин. Ниңә аңыбыҙҙы аяуһыҙлыҡ менән бәйле һүҙҙәр, фекерҙәр һәм һүрәттәр менән тултырырға? Бының урынына беҙ зиһенебеҙҙе сафлыҡҡа һәм татыулыҡҡа илтеүсе уйҙар менән тултырырға теләйбеҙ. (Филиптарға 4:8, 9-ҙы уҡы.)

ЙӘШӘҮҘЕ ХӨРМӘТ ИТМӘГӘН ОЙОШМАЛАРҘАН СИТТӘ ТОР

20—22. а) Йәһүә Иблис донъяһына нисек ҡарай? б) Алла халҡы «был донъяныҡы түгел» икәнен нисек күрһәтә?

20 Иблис донъяһы йәшәүҙе хөрмәт итмәй, һәм Йәһүә уны ҡан ҡойоуҙа, йәғни кеше үлтереүҙә ғәйепле тип һанай. Быуаттар дауамында сәйәси көстәр арҡаһында миллионлаған кеше, шул иҫәптән күп Йәһүә хеҙмәтсеһе үлгән. Изге Яҙмала ошо көстәр, йәғни хөкүмәттәр, йыртҡыс һәм аяуһыҙ януарҙар итеп һүрәтләнә (Данил 8:3, 4, 20—22; Асылыш 13:1, 2, 7, 8). Бөгөнгө көндә, ҡорал һатыу эше — ҙур бизнес. Үлем килтереүсе ҡорал һатҡан кешеләр ҙур табыш ала. Эйе, «бөтөн донъяның... Иблис хакимлығы аҫтында булыуы» ап-асыҡ (1 Яхъя 5:19).

21 Әммә мәсихселәр «был донъяныҡы түгел». Йәһүә халҡы сәйәсәттә нейтралитет һаҡлай һәм һуғыштарҙа ҡатнашмай. Улар үҙҙәре лә кеше үлтермәй, кешеләрҙе үлтергән ойошмаларға ла булышлыҡ күрһәтмәй (Яхъя 15:19; 17:16). Мәсихселәрҙе эҙәрләгәндә улар быға көс ҡулланыу менән яуап бирмәй. Ғайса хатта дошмандарҙы ла яратырға өйрәткән (Матфей 5:44; Римдарға 12:17—21).

22 Миллионлаған кешенең үлеүендә шулай уҡ дин ғәйепле. Изге Яҙмала Бөйөк Вавилон — ялған диндең бөтә донъя империяһы тураһында былай тиелә: «Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм изгеләрҙең ҡаны, ерҙәге барлыҡ үлтерелгәндәрҙең ҡаны табылды». Аңлайһыңмы, ни өсөн Йәһүә беҙгә: «Халҡым минең... унан сыҡ», — тип бойора? Йәһүәгә табыныусыларҙың ялған дин менән бер уртаҡлығы ла юҡ (Асылыш 17:6; 18:2, 4, 24).

23. Бөйөк Вавилондан сығыу үҙ эсенә нимәне ала?

23 Бөйөк Вавилондан сығыуыбыҙ беҙҙең ялған дин менән башҡаса бәйле түгел икәнебеҙҙе ап-асыҡ күрһәтеүҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, исемебеҙ берәй дин ағзалары исемлегендә булһа, уны шул исемлектән һыҙып ташлау хаҡында ҡайғыртырға кәрәк. Әммә был ғына етмәй әле. Беҙгә ялған диндең бөтә яуыз эштәрен нәфрәт итергә һәм кире ҡағырға кәрәк. Ялған дин әхлаҡһыҙлыҡҡа, ҡомһоҙлоҡҡа юл ҡуя һәм сәйәси эштәргә булышлыҡ күрһәтә. (Зәбур 97:10-ды уҡы; Асылыш 18:7, 9, 11—17.) Шул арҡала инде күп йылдар дауамында миллионлаған кеше үлә.

24, 25. Йәһүәне белеү күңел тыныслығы һәм саф выждан менән нисек бәйле?

24 Йәһүәне белгәнгә тиклем һәр беребеҙ Иблис донъяһындағы яуыз эштәргә ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ күрһәткән. Әммә хәҙер беҙ үҙгәргәнбеҙ. Йоломдо ҡабул итеп, ғүмеребеҙҙе Аллаға бағышланыҡ. Беҙҙең өсөн «Раббынан йыуаныслы замандар кил[де]». Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, күңелебеҙ тыныс, выжданыбыҙ саф, сөнки беҙ Йәһүә хуплағанды эшләүебеҙҙе беләбеҙ (Ғәмәлдәр 3:19, 20; Ишағыя 1:18).

25 Әгәр элек беҙ кеше ғүмерен ҡәҙерләмәгән ойошманың ағзаһы булһаҡ, Йәһүә беҙҙе йолом нигеҙендә кисерә ала. Беҙ йәшәү бүләге өсөн Йәһүәгә ысындан да рәхмәтле. Быны күрһәтер өсөн беҙ, башҡаларға Йәһүә хаҡында белем алырға, Иблис донъяһынан сығырға һәм Алла менән дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам итер өсөн барыһын да эшләйбеҙ (2 Коринфтарға 6:1, 2).

КЕШЕЛӘРГӘ БАТШАЛЫҠ ХАҠЫНДА ҺӨЙЛӘ

26—28. а) Йәһүә Йәзәкилгә ниндәй махсус йөкләмә биргән? б) Беҙгә Йәһүә нимә ҡушҡан?

26 Йәһүә Йәзәкил пәйғәмбәргә израиль халҡын, Иерусалим тиҙҙән емереләсәк, тип иҫкәртергә ҡушҡан. Йәзәкил шулай уҡ халыҡҡа ҡотолор өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатырға тейеш булған. Әгәр иҫкәртмәгән булһа, кешеләрҙең һәләк булыуында Йәһүә уны ғәйепләр ине (Йәзәкил 33:7—9). Йәзәкил, халыҡҡа был мөһим хәбәрҙе еткерер өсөн, көсөнән килгәндең барыһын да эшләп, кеше ғүмерен ҡәҙерләүен күрһәткән.

27 Беҙгә иһә Йәһүә, Иблис донъяһы тиҙҙән юҡ ителәсәк, тип кешеләрҙе иҫкәртергә ҡушҡан. Ҡотолоп яңы донъяға инә алһындар өсөн, уларға Йәһүә менән танышырға ярҙам итергә кәрәк (Ишағыя 61:2; Матфей 24:14). Башҡаларға был хәбәрҙе еткерер өсөн, беҙ барыһын да эшләргә теләйбеҙ. Павел: «Әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ. Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем», — тигән. Беҙ ҙә шундай һүҙҙәр әйтә алырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ (Ғәмәлдәр 20:26, 27).

28 Беҙ тормоштоң башҡа өлкәләрендә лә сафлыҡ һаҡларға тейеш. Уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында киләһе бүлектә һөйләшербеҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ПРИНЦИПТАР

1 ЙӘШӘҮ ЙӘҺҮӘ ҠАРАШЫНДА ҠИММӘТЛЕ

«Һиндә — йәшәү шишмәһе» (Зәбур 36:9).

Ни өсөн йәшәүәгә ҡиммәтле бүләккә ҡарағандай ҡарарға кәрәк?

  • Башланмыш 1:27; Зәбур 19:7—11; Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6—11

    Йәһүә бар тере заттарҙы, шул иҫәптән кешеләрҙе барлыҡҡа килтергән. Ул беҙҙе ҡәҙерләй һәм һәр кешенең дә бәхетле һәм мәғәнәле тормош алып барыуын теләй.

  • Римдарға 14:12; Галаттарға 6:5

    Йәһүә кешеләрҙе робот кеүек итеп барлыҡҡа килтермәгән. Ул беҙгә ихтыяр ирке биргән һәм йәшәүҙе ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәткән ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле иткән.

2 Ҡан Йәһүә Өсөн Изге

«Тере заттың ғүмере ҡанда» (Левиттар 17:11).

Йәһүә ҡанға нисек ҡарай?

  • Левиттар 17:10; Ғибрәтле һүҙҙәр 13:16; Ғәмәлдәр 15:20; Римдарға 12:2

    Беҙгә ҡан ҡулланылған дауаланыу ысулдарына, шул иҫәптән ҡан фракцияларын ҡулланыуға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итергә тура килергә мөмкин. Бер кем дә беҙҙең урынға ҡарар ҡабул итергә тейеш түгел. Шундай һорауҙар тыуғансы уҡ, Йәһүәнән етәкселек һорап доға ҡылырға һәм тикшеренеү үткәрергә кәрәк.

  • Башланмыш 9:4, 5, 9; Ҡанун 12:16; Ғәмәлдәр 15:28, 29

    Изге Яҙма буйынса ҡан йәшәүгә тиң. Алланың ҡан тураһындағы ҡануны бер ҡасан да үҙгәрмәгән. Ул Нух көндәрендә лә, Алла Мусаға Ҡанун биргәндә лә булған, мәсихселәр өсөн дә ғәмәлдән сығарылмаған.

3 БЕҘ ЙӘШӘҮГӘ ЙӘҺҮӘ КЕҮЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ

«Минең юлдарым да һеҙҙең юлдарығыҙҙан, уйҙарым да һеҙҙең уйҙарығыҙҙан шул тиклем юғарыраҡ» (Ишағыя 55:9).

Йәшәүҙе ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

  • Сығыш 21:22, 23

    Йәһүә һәр кешенең ғүмерен ҡәҙерләй. Аборт яһау — ул яуызлыҡ, сөнки Алла әле тыумаған баланы ла тере зат тип һанай.

  • Зәбур 103:8—14; Ғәмәлдәр 3:19, 20; Ефестарға 1:7

    Ҡатын элек аборт яһатҡан булһа, әммә хәҙер тәүбә итһә, Йәһүә уны кисерә.

  • Зәбур 11:5; Вәғәзсе 11:9, 10

    Беҙ, хәүефле спорт төрҙәренән, аяуһыҙ һәм ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған тәртиптән һаҡланып, йәшәүҙе ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ йортобоҙҙоң һәм машинабыҙҙың файҙаланыуҙа хәүефһеҙ булыуы хаҡында ҡайғыртырға кәрәк.

4 ЙӘҺҮӘ ҠАРАШЫНДА ИБЛИС ДОНЪЯҺЫ ҠАН ҠОЙОУҘА ҒӘЙЕПЛЕ

«Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан... иҫергәнлеген күрҙем» (Асылыш 17:6).

Ни өсөн Иблис донъяһы ҡан ҡойоуҙа ғәйепле?

  • Асылыш 18:2, 4, 9, 24

    Миллионлаған кеше дин, сәйәсәт һәм ҡомһоҙлоҡ арҡаһында һәләк булған.

  • Матфей 24:14; Яхъя 17:16; Ғәмәлдәр 20:26, 27

    Мәсихселәр нейтралитет һаҡлай һәм кеше үлтереү йә һуғыш менән бәйле ойошмаларға булышлыҡ күрһәтмәй. Беҙ, кешеләргә Батшалыҡ хаҡында һөйләп, уларға иҫән ҡалырға ярҙам итәбеҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу