1-СЕ ДӘРЕС
Уңышлы инеш һүҙ
Ғәмәлдәр 17:22
МАҠСАТ Тыңлаусыларыңда ҡыҙыҡһыныу уят һәм, теманы билдәләп, уның мөһимлеген күрһәт.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
Ҡыҙыҡһыныу уят. Тыңлаусыларыңды ҡыҙыҡһындыра алған берәй һорау, фекер, тормоштан алынған осраҡ йә яңылыҡ һайлап ал.
Теманы билдәлә. Инеш һүҙең телмәрҙең төп темаһын һәм маҡсатын аңларға ярҙам итәме, юҡмы икәнен тикшер.
Был тема ни өсөн мөһим икәнен аңлат. Тыңлаусыларҙың ысынбарлыҡтағы ихтыяждарын иҫәпкә ал. Улар теманың файҙаһын ап-асыҡ күрергә тейеш.