5-СЕ ДӘРЕС
Дөрөҫ уҡыу
1 Тимофейға 4:13
МАҠСАТ Нимә яҙылған, шуны уҡы.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
Яҡшы әҙерлән. Үҙеңә: «Мин уҡыясаҡ һүҙҙәр нимә өсөн яҙылған булған?» — тигән һорау бир. Айырым һүҙҙәрҙе түгел, ә һүҙ төркөмдәрен уҡырға өйрән. Бер нәмә лә өҫтәмә, төшөрөп ҡалдырма һәм бер нәмәне лә алмаштырма. Тыныш билдәләрен иҫәпкә ал.
Һәр һүҙҙе дөрөҫ әйт. Берәй һүҙҙең дөрөҫ әйтелеүен белмәһәң, уны һүҙлектән ҡара, баҫманың аудиояҙмаһын тыңла йә тәжрибәле уҡыусынан кәңәш һора.
Аныҡ һөйлә. Асыҡ итеп әйт, башыңды түбән эймә һәм ауыҙыңды киң итеп ас. Ижектәрҙе һәм ялғауҙарҙы йотма.