Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lff 17 дәрес
  • Ғайса Мәсих ниндәй ул?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса Мәсих ниндәй ул?
  • Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮБЕРӘК БЕЛ
  • ТӨП ФЕКЕР
  • ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
  • Ғайса Мәсих кем ул?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Ғайса Мәсих кем ул?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Ғайса пәйғәмбәр ерҙә йәшәгәндә ниндәй эштәр башҡарған?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • «Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Башҡаларын асырға
Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
lff 17 дәрес
17-се дәрес. Ғайса мөғжизә ҡыла: ул, ҡулын һуҙып, ауырыған кешене һауыҡтыра.

17-СЕ ДӘРЕС

Ғайса Мәсих ниндәй ул?

Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат

Ғайсаның өйрәтеүҙәре һәм эштәре тураһында уҡып, беҙ уның сифаттары тураһында күберәк беләбеҙ. Ғайсаның был сифаттары беҙҙе уға һәм Атаһы Йәһүәгә яҡынлаштыра. Был матур сифаттарҙың ҡайһы берҙәре ниндәй? Беҙ Ғайсанан нисек өлгө ала алабыҙ?

1. Ғайса Атаһына нимәһе менән оҡшаған?

Күктә Ғайса миллиардлаған йылдар буйы ҡайғыртыусан Атаһын күҙәткән һәм унан өйрәнгән. Шуға күрә уның уйҙары, тойғолары һәм эштәре Атаһыныҡына бик ныҡ оҡшаған. (Яхъя 5:19-ҙы уҡы.) Ул Атаһының шәхесен шул тиклем яҡшы сағылдырған, хатта былай тип әйтә алған: «Мине күргән кеше Атаны ла күргән була» (Яхъя 14:9). Ғайса тураһында күберәк белгән һайын, һин Йәһүә менән яҡшыраҡ танышаһың. Мәҫәлән, Ғайсаның кешеләргә ҡарата ҡыҙғаныусан булғаны Йәһүәнең һине ни тиклем ныҡ яратҡанын күрһәтә.

2. Ғайсаның Йәһүәне яратҡаны нимәнән күренә?

Ғайса былай тигән: «Әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам» (Яхъя 14:31). Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса хатта ауыр булғанда ла, Атаһына буйһоноп, уны бик ныҡ яратыуын күрһәткән. Ул шулай уҡ Атаһы тураһында һөйләргә яратҡан һәм башҡаларға ла уның менән дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам иткән (Яхъя 14:23).

3. Ғайсаның кешеләрҙе яратҡаны нимәнән күренә?

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса «айырыуса әҙәм улдарына ҡарап ҡыуан[ған]» (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:31). Ул, үҙен йәлләмәйенсә, кешеләргә ярҙам иткән, уларҙы нығытҡан һәм көс өҫтәгән. Ғайса ҡылған мөғжизәләр уның ҡөҙрәтен генә түгел, ә кешеләрҙе ысын күңелдән йәлләгәнен дә күрһәткән (Марк 1:40—42). Ғайса кешеләрҙе айырмаған. Ул улар менән үҙен игелекле тотҡан. Уның һүҙҙәре эскерһеҙ кешеләргә йыуаныс һәм өмөт биргән. Кешелекте ныҡ яратҡанға, ул ғазап сигергә һәм үлергә әҙер булған. Ә инде уның өйрәтеүҙәре буйынса йәшәгән кешеләрҙе Ғайса айырыуса ҡәҙерләй. (Яхъя 15:13, 14-те уҡы.)

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ғайса менән яҡшыраҡ таныш. Унан үрнәк алып нисек яратыу һәм йомартлыҡ күрһәтеп булғаны тураһында уйлан.

4. Ғайса Атаһын ярата

Ғайсаға ҡарап, беҙ Йәһүәгә үҙ яратыуыбыҙҙы күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Лука 6:12 һәм Яхъя 15:10; 17:26-ны уҡы. Һәр аятты уҡығандан һуң ошо һорауға яуап бир:

  • Ғайсанан өлгө алып, беҙ Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

Ғайса доға ҡыла.

Ғайса күктәге Атаһын яратҡан, шуға күрә уға йыш доға ҡылған

5. Ғайса кешеләрҙе ярата

Ғайса кешеләрҙең ихтыяждарын үҙ уңайлыҡтарынан өҫтөн ҡуйған. Хатта арыған саҡта ла ул, кешеләргә ярҙам итер өсөн, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән. Марк 6:30—44-те уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Ғайсаның кешеләр хаҡында ҡайғыртҡаны нимәнән күренә? (31, 34, 41, 42-се аяттарҙы ҡара.)

  • Ғайсаны кешеләргә ярҙам итергә нимә этәргән? (34-се аятты ҡара.)

  • Ғайса Атаһының сифаттарын сағылдырғанын иҫтә тотоп, был аяттарҙан Йәһүә тураһында нимә белеп була?

  • Ғайсанан үрнәк алып, беҙ кешеләр хаҡында нисек ҡайғырта алабыҙ?

Ғайса, мөғжизә ҡылып, меңәрләгән кешене биш икмәк һәм ике балыҡ менән ашата.

6. Ғайса йомарт

Ғайсаның әйберҙәре күп булмаһа ла, ул бик йомарт булған. Ул беҙҙе лә йомарт булырға дәртләндерә. Ғәмәлдәр 20:35-те уҡы һәм яуап бир:

  • Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, бәхетле булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан яуап бир.

ВИДЕОЯҘМА: «Биреүҙә бәхет күберәк» (өҙөк) (4:00)

  • Бай булмаһаҡ та, беҙ нисек йомарт була алабыҙ?

Һин белә инеңме?

Изге Яҙма беҙҙе Ғайса исеменән доға ҡылырға өйрәтә. (Яхъя 16:23, 24-те уҡы.) Ғайса исеменән доға ҡылып, беҙ уның ролен таныуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Сөнки уның ярҙамы менән генә беҙ Йәһүәнең дуҫы була алабыҙ.

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Хоҙай кешеләргә һынауҙар ебәрә».

  • Ғайса Атаһының сифаттарын сағылдырған. Шулай булғас, уның эштәре Йәһүәнең беҙгә һынауҙар ебәрмәгәнен нисек күрһәтә?

ТӨП ФЕКЕР

Ғайса Йәһүәне һәм кешеләрҙе ярата. Ул үҙенең Атаһына бик оҡшаған, шуға күрә уның тураһында күберәк белгән һайын, беҙ Йәһүә менән дә яҡыныраҡ танышабыҙ.

Ҡабатлау

  • Беҙ, Ғайсанан үрнәк алып, Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

  • Ғайсанан өлгө алып, беҙ кешеләрҙе яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

  • Һиңә Ғайсаның ниндәй сифаты айырыуса оҡшай?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Ғайсаның ҡайһы бер сифаттарын ҡарап сыҡ.

«Ғайса пәйғәмбәр кеүек...» («Ғайса — юл, хәҡиҡәт һәм тормош», 317 б.)

Ни өсөн Ғайса исеме аша доға ҡылырға кәрәк икәнен бел.

«Ни өсөн Ғайса исеменән доға ҡылырға кәрәк?» («Күҙәтеү манараһы», 2008 йыл, 1 февраль)

Изге Яҙмала Ғайсаның тышҡы ҡиәфәте тураһында берәй нимә әйтеләме?

«Ғайса Мәсихтең тышҡы ҡиәфәте хаҡында беҙгә нимә билдәле?» (интернет-мәҡәлә)

Ғайсаның ҡатындар менән үҙен нисек тотоуынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

«Хөрмәт һәм ҡәҙер — Алла ҡайғыртыуының сағылышы» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 сентябрь)

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу