161-СЕ ЙЫР
Иркеңде теләп үтәрмен
(Зәбур 39:9)
1. «Яратам һине һәм хуплайым», —
Тип әйттең һөйгән Улыңа.
Тоғролоҡ һәр саҡ күрһәтте ул
Башланғыс ниәтеңә.
Йән атып, ысын күңелдән ул
Яҡланы исемеңде.
Ахырғаса мин дә теләйем
Үтәргә һәр һүҙеңде.
ҠУШЫМТА
Мин яратам һине, Аллам,
Бар көсөмдө һиңә бирәм.
Был ҙур шатлыҡ, ысын шатлыҡ!
Иң яҡты юлдан барам,
Өмөтөмдән ҡеүәт алам.
Һөйөүеңде һәр көн тоям,
Ул мәңгелек, таң ҡалырлыҡ!
Маҡтауҙан һине, Аллам,
Һис туҡтамам!
2. Йәһүә, һине мин белгәс тә,
Юл таптым ысын бәхеткә.
Шаһитың булыу — ҙур хөрмәт ул,
Ҡануның — йөрәгемдә.
Иркеңде теләп мин үтәрмен,
Йәшермәм хәҡиҡәтте,
Ғорурлыҡ менән йөрөтөрмөн
Шөһрәтле исемеңде.
ҠУШЫМТА
Мин яратам һине, Аллам,
Бар көсөмдө һиңә бирәм.
Был ҙур шатлыҡ, ысын шатлыҡ!
Иң яҡты юлдан барам,
Өмөтөмдән ҡеүәт алам.
Һөйөүеңде һәр көн тоям,
Ул мәңгелек, таң ҡалырлыҡ!
Маҡтауҙан һине, Аллам,
Һис туҡтамам!
Һиндә бәхет табам!
(Зәб. 39:4, 11-ҙе лә ҡара.)