Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • CO-pgm23 7—8 бб.
  • Делегаттар өсөн мәғлүмәт

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Делегаттар өсөн мәғлүмәт
  • 2023 йылғы региональ конгрестың программаһы
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Делегаттар өсөн мәғлүмәт
    2024 йылғы региональ конгрестың программаһы
  • Делегаттар өсөн мәғлүмәт
    2020 йылғы региональ конгрестың программаһы
  • Делегаттар өсөн мәғлүмәт
    2025 йылғы региональ конгрестың программаһы
  • Делегаттар өсөн мәғлүмәт
    2022 йылғы региональ конгрестың программаһы
Башҡаларын асырға
2023 йылғы региональ конгрестың программаһы
CO-pgm23 7—8 бб.

Делегаттар өсөн мәғлүмәт

ИРЕКЛЕ ИҒӘНӘЛӘР Конгресс үткәреү күп сығымдар талап итә. Конгресс программаһы Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытһын өсөн һәм беҙгә рәхәтлек килтерһен өсөн, уңайлы урындар, аудио- һәм видеоаппаратура һәм хеҙмәт күрһәтеүсе төрлө төркөмдәр кәрәк. Ирекле иғәнәләрегеҙ конгресс менән бәйле сығымдарҙы ҡапларға ярҙам итә һәм бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙгә булышлыҡ күрһәтә. Ирекле иғәнәләр өсөн йәшниктәр уңайлы урындарҙа тора һәм уларҙы табыуы еңел. Шулай уҡ ирекле иғәнәләрҙе donate.jw.org сайты аша ла биреп була. Һәр ирекле иғәнә юғары баһалана. Йомартлыҡ күрһәтеп, Батшалыҡ эштәренә булышлыҡ итеүегеҙ өсөн, Етәксе кәңәшмә һеҙгә бик рәхмәтле.

ИРЕКЛЕ ХЕҘМӘТСЕЛӘР Конгресты үткәреү менән бәйле эштәрҙә ярҙам итергә теләһәгеҙ, Мәғлүмәт һәм Ирекле хеҙмәтселәр бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

ТАБЫЛҒАН ӘЙБЕРҘӘР БҮЛЕГЕ Бөтә табылған әйберҙәрҙе Табылған әйберҙәр бүлегенә килтерергә кәрәк. Берәй нәмәгеҙҙе юғалтһағыҙ, ошо бүлеккә мөрәжәғәт итегеҙ. Юғалған балаларҙы ла ошонда килтерергә кәрәк. Башҡаларға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн, зинһар, балаларығыҙҙы күҙәтегеҙ, улар һәр ваҡыт янығыҙҙа булһын.

ТӘҮГЕ ЯРҘАМ Бында ашығыс ярҙам ғына күрһәтелә икәнен иҫтә тотоғоҙсо.

УРЫНДАР Зинһар, башҡаларға иғтибарлы булығыҙ. Ғаиләгеҙ, өйрәнеүселәрегеҙ, һеҙҙең менән бергә автомобилдә килгән йә һеҙҙең менән бергә йәшәгән кешеләр өсөн генә урын алып булыуын иҫтә тотоғоҙ. Күрше урындарға үҙ әйберҙәрегеҙҙе һалмағыҙ.

ХЕҘМӘТ КҮРҺӘТЕҮСЕЛӘР Уларҙың вазифаһы — һеҙгә ярҙам итеү. Улар һеҙгә машина ҡуйыу урынын, шулай уҡ ултырыу, сығыу, инеү урындарын күрһәткәндә һәм башҡа күрһәтмәләр биргәндә, уларҙы тыңлағыҙ.

ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУ Башҡа күрһәтмәләр бирелмәһә, һыуға сумдырылырға теләүселәр өсөн урындар сәхнә алдында билдәләнгән. Улар унда шәмбе көнө һыуға сумдырылыу телмәре алдынан ултырырға тейеш. Уларҙың һәр береһе үҙе менән тыйнаҡ һыу инеү костюмы һәм таҫтамал алып килергә тейеш.

МАХСУС ОСРАШЫУ

Уҡыу аудиторияһында ҡәрҙәштәр иғтибар менән тыңлай һәм ҡыҙыҡлы фекерҙәрҙе яҙып бара.

Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе

Хеҙмәттә күберәк ҡатнашырға әҙер булған ҡәрҙәштәр Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡырға теләүселәр өсөн ойошторолған осрашыуға саҡырыла. Был осрашыу йәкшәмбе, төшкө аш ваҡытында үтәсәк. Осрашыуҙың ваҡыты һәм урыны тураһында һуңыраҡ иғлан ителер.

Программа Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе тарафынан әҙерләнгән

© 2023 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу