Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lmd 12 дәрес
  • Батырлыҡ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Батырлыҡ
  • Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайса нисек эш иткән?
  • Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?
  • Ғайсанан өлгө алығыҙ
  • Өйрәнеүсегә һыуға сумдырылырға ярҙам итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (II өлөш)
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (I өлөш)
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Барығыҙ һәм шәкерттәр әҙерләгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Башҡаларын асырға
Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
lmd 12 дәрес

ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘГЕҘ

Ғайса уның һәм шәкерттәр алдында тубыҡланып торған кеше менән игелекле итеп һөйләшә.

Марк 10:17—22

12-СЕ ДӘРЕС

Батырлыҡ

Принцип: «Еҫле май һәм хуш еҫтәр йөрәккәләззәт бирә, дуҫтың ихлас кәңәше күңелгә рәхәт» (Ғиб. һүҙ. 27:9).

Ғайса нисек эш иткән?

Ғайса уның һәм шәкерттәр алдында тубыҡланып торған кеше менән игелекле итеп һөйләшә.

ВИДЕОЯҘМА: «Ғайса бай йәш кешегә кәңәш бирә»

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Марк 10:17—22-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1. а) Ғайса был кешелә ниндәй яҡшы сифаттар күрә алған?

  2. б) Уға кәңәш бирер өсөн, Ғайсаға ни өсөн яратыу ҙа, батырлыҡ та кәрәк булған?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Берәй нәмә кешегә рухи яҡтан үҫергә ҡамасаулаһа, асыҡтан-асыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта игелекле итеп уның менән был хаҡта һөйләшеп алырға кәрәк.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Өйрәнеүсегеҙгә рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ирешергә ярҙам итегеҙ.

  1. а) Бының өсөн «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тип аталған китаптағы «Маҡсаттар» тигән рамканы ҡулланығыҙ.

  2. б) Өйрәнеүсегеҙгә бәләкәй һәм ҙур маҡсаттарға ирешер өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген билдәләргә ярҙам итегеҙ.

  3. в) Өйрәнеүсегеҙҙе рухи уңыштары өсөн йышыраҡ маҡтағыҙ.

4. Өйрәнеүсегеҙгә үҫергә нимә ҡамасаулағанын билдәләп, уға был кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙам итегеҙ.

  1. а) Уйлап алығыҙ:

    • Өйрәнеүсемә һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулай?

    • Мин уға нисек ярҙам итә алам?

  2. б) Өйрәнеүсегеҙгә нимәне үҙгәртергә кәрәклеге тураһында асыҡтан-асыҡ, әммә игелекле итеп әйтер өсөн, батырлыҡ һорап доға ҡылығыҙ.

5. Кеше рухи яҡтан үҫмәһә, өйрәнеүҙе туҡтатығыҙ.

  1. а) Өйрәнеүсе рухи яҡтан үҫәме икәнен билдәләр өсөн, уйлап алығыҙ:

    • Ул белгәндәрен ҡулланамы?

    • Ул йыйылыш осрашыуҙарына йөрөймө һәм башҡаларға хәҡиҡәт тураһында һөйләйме?

    • Ул оҙаҡ ваҡыт өйрәнгән булһа, уның Йәһүә шаһиты булып китергә теләге бармы?

  2. б) Өйрәнеүсенең рухи яҡтан үҫмәүе асыҡ күренеп торһа:

    • Уға нимә ҡамасаулай икәнен һорағыҙ.

    • Өйрәнеүҙе ни өсөн туҡтатырға булғанығыҙҙы ипле генә аңлатығыҙ.

    • Өйрәнеүҙе яңынан башлар өсөн уға ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәклеге тураһында әйтегеҙ.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Зәб. 141:5; Ғиб. һүҙ. 25:12; 27:6; 1 Кәр. 9:26; Кол. 4:5, 6

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу