Изге Яҙма тормошто үҙгәртә
ШОТЛАНДИЯЛАҒЫ бер иргә уңышлы бизнесынан да бигерәк нимә шатлыҡ килтергән? Бразилиянан бер кешегә әхлаҡһыҙ тормош рәүешен ҡалдырырға һәм крэк тартыуҙан туҡтарға нимә ярҙам иткән? Словениянан бер йәш ир эскелектән нисек ҡотола алған? Был кешеләр үҙҙәре тураһында бына нимә һөйләй.
«Тормошом уңышлы булды, тип һананым» (ДЖОН РИКЕТТС).
ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1958
ТЫУҒАН ИЛЕ: ШОТЛАНДИЯ
ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: УҢЫШЛЫ БИЗНЕСМЕН
ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин етеш ғаиләлә үҫтем. Атайым Британия армияһының офицеры ине, шуға беҙ йыш күсеп йөрөнөк. Шотландиянан тыш, Англияла, Германия, Кения, Малайзия һәм Кипрҙа йәшәнек. Һигеҙ йәшемдә Шотландияла интернат-мәктәпкә уҡырға барҙым. Һуңғараҡ Кембридж университетын тамамланым.
20 йәшемдә мин нефть бизнесында эшләй башланым, унда һигеҙ йыл эшләнем. Башта мин Көньяҡ Америкала, шунан Африкала, аҙаҡтан Көнбайыш Австралияла эшләнем. Австралияға күскәс, инвестиция фирмаһы астым, һуңғараҡ уны һаттым.
Шуның ярҙамында мин 40 йәшемдә эшемде ҡалдырҙым да сәйәхәт итә башланым. Австралияны мотоциклда ике мәртәбә урап сыҡтым һәм ер шары тирәләй сәйәхәт иттем. Тормошом уңышлы булды, тип һананым.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Эшемде ҡалдырғансы уҡ, уңышлы тормошом өсөн Аллаға рәхмәт белдерергә теләгәйнем, тик быны нисек эшләргә белмәнем. Бала сағымда йөрөгән англикан сиркәүенә йөрөй башланым. Шунан мормондарға йөрөнөм, ләкин һуңынан туҡтаным, сөнки улар Изге Яҙмаға мөрәжәғәт итмәй ине тиерлек.
Бер көндө ишегемә Йәһүә шаһиттары шаҡыны. Мин шунда уҡ уларҙың Изге Яҙмаға нигеҙләнеп өйрәткәненә иғтибар иттем. Улар миңә 1 Тимофейға 2:3, 4-те уҡыны. Унда, Алла «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй», тип әйтелә. Йәһүә шаһиттарының белем алыуға ғына түгел, ә хәҡиҡәтте белеүгә баҫым яһауы мине таң ҡалдырҙы.
Улар менән Изге Яҙма өйрәнеп, мин хәҡиҡәтте белдем. Мәҫәлән, Алла менән Ғайсаның ниндәйҙер серле Троицаның өлөштәре түгел, ә ике төрлө шәхес икәнен белдем (Яхъя 14:28; 1 Коринфтарға 11:3). Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте белгәс, бик шатландым. Элек, аңлап булмағанды аңларға тырышып, әллә күпме ваҡыт әрәм иткәнемә йәнем көйҙө.
Оҙаҡламай мин Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына йөрөй башланым. Уларҙың үҙҙәрен дуҫтарса тотоуына һәм юғары әхлаҡлы булыуына таң ҡалдым. Улар миңә изге булып күренде. Уларҙың ихлас яратыуы мине хаҡ динде тапҡаныма ышандырҙы (Яхъя 13:35).
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Һыуға сумдырылғандан һуң мин Диана исемле бер һоҡланғыс ҡыҙ менән таныштым. Ул бала саҡтан Йәһүә шаһиты булған, һәм уның күп кенә матур сифаттары бар ине. Бер аҙҙан беҙ өйләнештек. Диананың дуҫтарса мөнәсәбәте һәм ярҙамы минең өсөн Йәһүәнең ысын фатихаһы булды.
Беҙҙең һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүселәр етмәгән ергә күсергә көслө теләк тыуҙы. 2010 йылда Үҙәк Америкаға — Белизға күсендек. Бында беҙ Алланы яратҡан һәм рухи белемгә сарсаған кешеләргә ярҙам итәбеҙ.
Алла һәм уның Һүҙе Изге Яҙма тураһында хәҡиҡәтте белеү миңә күңел тыныслығы бирә. Буш ваҡытымдың күп өлөшөн вәғәзләүгә бағышлағанға, күптәргә Алла Һүҙе менән танышырға ярҙам итә алдым. Изге Яҙманың, минең тормошомдо үҙгәрткән кеүек, башҡаларҙың да тормошон үҙгәрткәнен күреү бик ҙур шатлыҡ килтерә. Ниһайәт, мин бәхетле тормошом өсөн Аллаға рәхмәт белдереүҙең иң яҡшы юлын таптым.
«Улар миңә ҡарата бик изгелекле булды» (МАУРИСИУ АРАУЖУ).
ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1967
ТЫУҒАН ИЛЕ: БРАЗИЛИЯ
ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ӘХЛАҠҺЫҘ ТОРМОШ АЛЫП БАРҒАН
ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин бәләкәй генә тыныс Аваре ҡалаһында (Сан-Паулу штаты) тыуып үҫтем, унда күбеһенсә ябай эшселәр йәшәй.
Әсәйем миңә ауырлы булғанда, атайым үлгән. Бәләкәй сағымда әсәйем өйҙә булмағанда уның кейемдәрен кейә торғайным. Минең манераларым ҡатын-ҡыҙҙыҡына оҡшаш булып китте, һәм кешеләр мине гомосексуалист тип һанай башланы. Һуңғараҡ мин малайҙар һәм ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инә башланым.
20 йәштәр тирәһенә мин үҙемә енси партнер (ирҙәр һәм ҡатындар) эҙләп, барҙарға, төнгө клуб һәм хатта сиркәүҙәргә бара инем. Карнавалдар үткәндә, ҡатын-ҡыҙ булып кейенеп, самба бейей торғайным. Мин бик популяр булып киттем.
Дуҫтарым гомосексуалистар, фәхишәләр һәм наркомандар ине. Уларҙың ҡайһы берҙәре миңә крэк тәҡдим итте, тиҙҙән уға өйрәнеп киттем. Ҡай саҡта беҙ уны төндәр буйы тарта торғайныҡ. Бер үҙем ҡалып, уны көнө буйы тартҡаным да булды. Бик ныҡ ябыҡтым, шуға минең турала СПИД менән ауырый тигән хәбәр таралды.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Шул ваҡыттарҙа мин Йәһүә шаһиттарын осраттым. Улар миңә ҡарата бик изгелекле булды. Бер ваҡыт улар миңә Римдарға 10:13-тө уҡыны. Унда: «Йәһүә исемен ялбарып саҡырыусы һәр кем ҡотолор», — тип яҙылған (ЯДТ). Был һүҙҙәрҙән Аллаға исеме менән өндәшеү мөһим икәнен аңланым. Күп тапҡырҙар, төнө буйы крэк тартҡандан һуң, тәҙрәне аса инем дә күккә ҡарап илай-илай Йәһүәнән ярҙам һорап доға ҡыла инем.
Мин әсәйем өсөн борсолдом, сөнки ул наркотиктар тормошомдо емергәнен күреп ныҡ ҡайғыра ине. Шуға мин наркотик ҡабул итеүҙе ташларға ныҡлы хәл иттем. Күп тә үтмәҫтән, Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнергә ризалаштым. Улар мине, Изге Яҙманы өйрәнеү наркотиктарҙы ташларға тәүәккәллек өҫтәр, тип ышандырҙы. Һәм шулай булды ла!
Изге Яҙма өйрәнгәндә тормош рәүешемде үҙгәртергә кәрәклеген аңланым. Бигерәк тә гомосексуализмдан баш тартыу ауыр булды, сөнки үҙемде иҫләгәне бирле шундай тормош алып бара инем. Үҙем йәшәгән мөхитте үҙгәртеү ярҙам итте: элекке дуҫтарым менән араларҙы өҙҙөм һәм барҙарға, төнгө клубтарға йөрөүҙән туҡтаным.
Ундай үҙгәрештәр яһау еңел булмаһа ла, Йәһүәнең минең турала ҡайғыртҡанын, нимә менән көрәшкәнемде аңлағанын белеү мине йыуатты (1 Яхъя 3:19, 20). 2002 йылда мин гомосексуаль тормош рәүешен тулыһынса ҡалдырҙым да, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем.
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Яһаған үҙгәрештәрем әсәйемде хайран ҡалдырҙы, һәм ул да Изге Яҙма өйрәнә башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғараҡ уның инсульт булды. Шуға ҡарамаҫтан, ул артабан да Йәһүәгә һәм Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтҡә ҡарата яратыу үҫтереүен дауам итә.
Аҙаҡҡы һигеҙ йылда мин ваҡытымдың күп өлөшөн башҡаларҙы Изге Яҙмаға өйрәтеү өсөн сарыф итәм. Шуны танырға кәрәк: ҡай саҡ миңә дөрөҫ булмаған теләктәр менән көрәшергә тура килә ине. Ләкин был теләктәргә бирешмәйенсә Аллаға ярай алыуым ҡыйыулыҡ бирә.
Йәһүәгә яҡынлашып һәм уға яраҡлы тормош рәүеше алып барып, мин үҙ ҡәҙеремде белә башланым. Хәҙер мин бәхетле кеше.
«Дуҫым мине төпһөҙ мискә тип атаны» (ЛУКА ШУЦ).
ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1975
ТЫУҒАН ИЛЕ: СЛОВЕНИЯ
ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: СИКТӘН ТЫШ КҮП ЭСКӘН
ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Словенияның баш ҡалаһы Люблянала тыуғанмын. Дүрт йәшкә тиклем бала сағым бер ҡайғыһыҙ үтте. Шунан атайым үҙ-үҙенә ҡул һалды. Шул ҡайғынан һуң әсәйемә мине һәм ағайымды ашатыр өсөн ауыр эшләргә тура килде.
15 йәшем тулғас, өләсәйемә йәшәргә күстем. Миңә унда йәшәү оҡшай ине, сөнки шул тирәлә күп дуҫтарым йәшәне. Бынан тыш, миңә унда өйҙәгегә ҡарағанда күберәк ирек бирелә ине. 16 йәшемдә ял көндәрендә күп эсергә яратҡан кешеләр менән дуҫлашып киттем. Мин сәс үҫтерҙем, үҙем теләгәнсә кейендем һәм һуңғараҡ тарта башланым.
Төрлө наркотик ҡабул итеп ҡараным, ләкин иң оҡшағаны күп эсеү булды. Тәүҙә бер юлы бер нисә стакан, һуңынан бер бутылканан күберәк шарап эсә башланым. Күпме эскәнемде бик оҫта итеп йәшерергә өйрәндем. Йыш ҡына иҫерек икәнем алкоголь еҫенән генә беленә ине. Ләкин хатта шул саҡта ла бер нисә литр шарап йәки һыра, етмәһә араҡы ҡушып эскәнем берәүҙең дә башына килмәй ине.
Күп тапҡырҙар мин дуҫтарыма, моғайын, уларҙан ике тапҡыр күберәк эскән булһам да, төнгө дискотеканан һуң аяҡтарында баҫып торорға ярҙам иттем. Бер көндө яңылыш ҡына бер дуҫымдың мине төпһөҙ мискә тип атағанын ишетеп ҡалдым. Словен телендә башҡаларҙан күберәк эскән кешене кәмһетеп шулай тип атайҙар. Быға ныҡ үпкәләнем.
Мин тормошомдоң ҡайҙа тәгәрәүе хаҡында уйлана башланым. Үҙемде бер нигә яраҡһыҙ итеп хис иттем. Тормошомдоң бер ниндәй ҙә мәғәнәһе юҡ кеүек ине.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Шул ваҡыттараҡ мин бер класташымдың үҙгәргәнен күреп ҡалдым, уның холҡо йомшағыраҡ булып китте. Бының сәбәбен белергә теләп, мин уны кафеға саҡырҙым. Һөйләшкәндә ул миңә Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башлауы тураһында әйтте. Ул белгәндәрен миңә лә һөйләне. Былар минең өсөн яңы нәмә ине, сөнки бала сағымда минең менән берәү ҙә дин тураһында һөйләшмәне. Мин Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына йөрөй башланым һәм Изге Яҙма өйрәнергә ризалаштым.
Изге Яҙма өйрәнгәндә миңә күп иҫ киткес хәҡиҡәттәр асылды. Мәҫәлән, Изге Яҙма буйынса һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе белдем (2 Тимофейға 3:1—5). Бынан тыш, оҙаҡламай Алланың ерҙе яуыз кешеләрҙән таҙартып, яҡшы кешеләргә ожмахта мәңге йәшәргә мөмкинлек бирергә ниәтләгәне тураһында белдем (Зәбур 37:29). Шул яҡшы кешеләр араһында булыр өсөн, тормошомдо тәртипкә килтерергә ҙур теләк тыуҙы.
Изге Яҙманан белгән хәҡиҡәттәрҙе дуҫтарыма ла һөйләй башланым. Уларҙың күбеһе минән мыҫҡыллап көлдө, әммә был яҡшыға ғына булды: уларҙың ысын дуҫ булмағанын күрҙем. Минең күп эсеүем аралашҡан кешеләрем менән тығыҙ бәйле икәнен аңланым. Дуҫтарым, иҫергәнсе эсер өсөн, аҙна буйы ял көндәрен көтә ине.
Мин улар менән араларҙы өҙҙөм дә Йәһүә шаһиттары менән аралаша башланым. Алланы ихлас яратҡан һәм уның юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәгән был кешеләр миңә ҙур таяныс булды. Яйлап мин күп эсеү ғәҙәтенән ҡотолдом.
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Миңә бәхетле булырға бүтән алкоголь кәрәкмәгәне өсөн мин Йәһүә Аллаға бик рәхмәтле! Элеккесә йәшәгән булһам, белмәйем, әле ҡайҙа булыр инем икән. Һис шикһеҙ, хәҙер минең тормошом күпкә яҡшыраҡ.
Бына инде ете йыл мин Йәһүә шаһиттарының Словениялағы филиалында хеҙмәт итәм. Йәһүәне белеү һәм уға хеҙмәт итеү тормошомдо мәғәнәле итте.