Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w16 ғинуар 22—27 бб.
  • «Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ»
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БЕҘ БӨТӘ МАЙЛАНҒАНДАРҘЫҢ ИСЕМДӘРЕН БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШМЕ?
  • МАЙЛАНҒАНДАР ҮҘҘӘРЕНӘ НИНДӘЙ ҠАРАШ ҺАҠЛАРҒА ТЕЙЕШ?
  • БЕҘ УЛАРҒА НИСЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ?
  • СИМВОЛДАРҘАН АУЫҘ ИТЕҮСЕЛӘР ҺАНЫ
  • Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Изге рух уларҙың Алла балалары булыуын раҫлай
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Алла рухы беҙҙең рухыбыҙ менән бергә раҫлай
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Ни өсөн беҙ Иҫкә алыу кисәһенә киләбеҙ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
w16 ғинуар 22—27 бб.
Һарыҡтар, көтөүсегә эйәреп, ҡалҡыулыҡтан төшөп килә

«Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ»

«Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ, сөнки Алланың һеҙҙең менән икәнлеген ишеттек» (ЗӘК. 8:23).

ЙЫРҘАР: 32, 31

ҺЕҘ АҢЛАТА АЛАҺЫҒЫҘМЫ?

  • Зәкәриә 8:23-ге пәйғәмбәрлек нисек үтәлә?

  • Майланған мәсихселәр үҙҙәренә ниндәй ҡараш һаҡларға тейеш? (1 Кор. 4:6—8)

  • Хужа кисәһендә икмәк һәм шараптан ауыҙ итеүселәрҙең артыуы беҙҙе ни өсөн борсорға тейеш түгел? (Рим. 9:11, 16)

1, 2. а) Йәһүә беҙҙең ваҡыт тураһында нимә әйткән булған? б) Беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ЙӘҺҮӘ беҙҙең көндәр тураһында алдан былай тип әйткән: «Ул көндәрҙә төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе барлыҡ халыҡтарҙан булған ун кеше бер йәһүдтең кейеменә килеп тотонасаҡ, ныҡлап тотонасаҡ та: „Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ, сөнки Алланың һеҙҙең менән икәнлеген ишеттек“, — тип әйтәсәк» (Зәк. 8:23). Алланың ерҙә йәшәргә өмөтләнгән хеҙмәтселәре, ошо пәйғәмбәрлектәге образлы ун кеше һымаҡ, «йәһүдтең кейеменә... ныҡлап тотонған». Улар «Алланың Израил[е]» менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген бик ҡәҙерләй, сөнки Йәһүәнең майланған улдарын фатихалап тороуын белә (Гал. 6:16).

2 Зәкәриә пәйғәмбәр кеүек, Ғайса ла, Алланың халҡы араһында берҙәмлек булырға тейеш, тигән. Ул шәкерттәренең ике төркөмө, йәғни «бәләкәй көтөү» һәм «бүтән һарыҡтар» тураһында әйткән. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, был ике төркөм «бер көтөү» булыр, һәм уларҙың «бер көтөүсе[һе] булыр» (Лука 12:32; Яхъя 10:16). Ләкин быға бәйле бер нисә һорау тыуа: 1) «бүтән һарыҡтар» иҫәбенә ингән мәсихселәр хәҙерге ваҡытта йәшәгән бөтә майланғандарҙың исемдәрен белергә тейешме? 2) Майланған мәсихселәр үҙҙәренә ниндәй ҡараш һаҡларға тейеш? 3) Хужа кисәһендә йыйылыштағы берәй ҡәрҙәш символдарҙан ауыҙ итә башлаһа, быға нисек ҡарарға? 4) Символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙең артыуы беҙҙе борсорға тейешме? Әйҙәгеҙ, һәр һорауға яуап ҡарап сығайыҡ.

БЕҘ БӨТӘ МАЙЛАНҒАНДАРҘЫҢ ИСЕМДӘРЕН БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШМЕ?

3. Ни өсөн 144 000-дең араһында кем буласағын теүәл белеү мөмкин түгел?

3 «Бүтән һарыҡтар» иҫәбенә ингән мәсихселәр хәҙерге ваҡытта йәшәгән бөтә майланғандарҙың исемдәрен белергә тейешме? Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, юҡ. Ни өсөн? Сөнки мәсихсе күктәге тормошҡа саҡырылһа ла, был уның үҙ әжерен һис шикһеҙ аласағын аңлатмай әле. Шул сәбәптән Шайтан, «хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн», «ялған пәйғәмбәрҙәр[ҙе]» ҡуллана (Мат. 24:24). Йәһүә майланған мәсихсене үҙ әжерен алырға лайыҡ тип тапҡансы, бер кем дә уның күктәге әжерен аласаҡмы, юҡмы икәнен теүәл белә алмай. Был кеше әжеренә лайыҡ тип табылһа, Йәһүә уны мәңгегә мөһөрләйәсәк. Алла быны йә ул тоғро булып үлгәнгә тиклем, йә «ҙур афәт» башланғанға тиклем эшләйәсәк (Асыл. 2:10; 7:3, 14). Шуға күрә бөгөн Алла хеҙмәтселәренең ҡайһыһы 144 000-дең араһында буласағын билдәләргә тырышыу мәғәнәһеҙ[1].

4. Бөгөн ерҙә йәшәүсе майланғандарҙың исемдәрен белеү мөмкин булмаһа ла, беҙ нисек улар менән бара алабыҙ?

4 Бөгөн ерҙә йәшәүсе рухи Израиль иҫәбенә ингәндәрҙең исемдәрен белеү мөмкин түгел икән, «бүтән һарыҡтар» нисек улар менән бара алһын? Иғтибар итегеҙ, Зәкәриә пәйғәмбәрлегендә образлы ун кеше телгә алына. Улар «бер йәһүдтең кейеменә... ныҡлап тотонасаҡ та: „Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ, сөнки Алланың һеҙҙең менән икәнлеген ишеттек“, — тип әйтәсәк». Бында бер генә йәһүд хаҡында әйтелһә лә, «һеҙ» тигән алмаш күп кеше тураһында һүҙ барғанын күрһәтә. Шуға күрә «йәһүд» йыйылма образ булып тора. Тимәк, «Алланың Израил[е]» менән барыр өсөн, уның иҫәбенә ингән һәр бер мәсихсенең исемен белергә кәрәкмәй. Майланғандарға булышлыҡ күрһәтер өсөн, беҙгә уларҙы төркөм булараҡ танып белергә кәрәк. Изге Яҙма беҙҙе һис тә берәй кеше артынан барырға өндәмәй, сөнки беҙҙең Етәксебеҙ — Ғайса Мәсих (Мат. 23:10).

МАЙЛАНҒАНДАР ҮҘҘӘРЕНӘ НИНДӘЙ ҠАРАШ ҺАҠЛАРҒА ТЕЙЕШ?

5. Майланғандар ниндәй киҫәтеү тураһында етди уйланырға тейеш, һәм ни өсөн?

5 Хужа кисәһендә символдан ауыҙ иткәндәр 1 Коринфтарға 11:27—29-ҙа әйтелгән иҫкәртеүгә етди ҡарарға тейеш. (Уҡығыҙ.) Илсе Паул нимәне күҙ уңында тотҡан? Майланған мәсихсе, Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булмаһа, Хужа кисәһендә символдарҙан лайыҡһыҙ рәүештә ауыҙ итер ине (Евр. 6:4—6; 10:26—29). Был киҫәтеү майланғандарға үҙ әжерҙәрен әле алмағандарын иҫтә тоторға ярҙам итә. Уларға артабан да «бүләк алыу өсөн маҡсат[тарына] — күктәге тормошҡа ашҡын[ырға]» кәрәк. «Унда Алла [уларҙы] Ғайса Мәсих аша саҡыр[ған]» (Флп. 3:13—16).

6. Майланған мәсихселәр үҙҙәренә ниндәй ҡараш һаҡларға тейеш?

6 Алла тарафынан рухланып, Паул майланған мәсихселәрҙе «саҡырылыу[ҙарына] лайыҡлы йәшә[ргә]» өндәгән. Шунан ул быны нисек эшләп булғанын аңлатҡан: «Һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән кисерегеҙ. Рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ» (Ефес. 4:1—3). Йәһүәнең рухы ғорурлыҡ түгел, ә баҫалҡылыҡ үҫтерергә ярҙам итә (Кол. 3:12). Майланғандар тыйнаҡ ҡына шуны таный: улар башҡаларҙан яҡшыраҡ түгел, һәм Йәһүә уларға ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән мәсихселәргә ҡарағанда күберәк изге рух бирмәҫкә лә мөмкин. Улар үҙҙәренә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе тәрәнерәк аңлау һәләте бирелгән тип тә иҫәпләмәй. Бынан тыш, улар башҡаларҙы, һин дә майланған мәсихсе һәм символдарҙан ауыҙ итергә тейешһең, тип күндермәй. Майланғандар баҫалҡы рәүештә кешеләрҙе күктәге тормошҡа Йәһүә саҡырғанын таный.

7, 8. Майланғандар үҙҙәренә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт көтмәй, һәм ни өсөн?

7 Күктәге тормошҡа саҡырылыу бик ҙур хөрмәт булһа ла, майланғандар үҙҙәренә ҡарата айырыуса ихтирамлы мөнәсәбәт көтмәй (Ефес. 1:18, 19; Филиптарға 2:2, 3-тө уҡығыҙ). Һәр майланған мәсихсе шәхсән рәүештә Йәһүә рухының раҫлауын ала. Әммә был хаҡта бөтә донъя буйынса иғлан ителмәй. Шуға күрә ҡайһы бер кешеләр уларҙың ысындан да рух менән майланған булыуына шунда уҡ ышанмаһа, майланғандар быға ғәжәпләнмәй. Ысынбарлыҡта улар шуны иҫтә тота: Изге Яҙма, мин Алланан махсус вазифа алдым, тип әйтеүселәргә шунда уҡ ышанып бармаҫҡа кәңәш итә (Асыл. 2:2). Башҡалар менән танышҡанда, майланған мәсихселәр үҙҙәренең күктәге тормошҡа саҡырылыуы хаҡында әйтеп тормаясаҡ. Күп осраҡта улар, үҙҙәренә артыҡ иғтибар йәлеп итмәҫ өсөн, майланған булыуҙарын телгә лә алмаясаҡ. Шулай уҡ улар аласаҡ әжерҙәре менән маҡтанып йөрөмәйәсәк (1 Кор. 1:28, 29; 1 Коринфтарға 4:6—8-ҙе уҡығыҙ).

8 Өҫтәүенә, майланған мәсихселәр үҙҙәрен элита тип һанамай. Улар, аралашып торор өсөн йә Изге Яҙманы тикшереү буйынса айырым төркөмдәр булдырыр өсөн, үҙҙәрен майланған тип атаусыларҙы эҙләмәй (Гал. 1:15—17). Сөнки бының менән улар йыйылышта бүленештәр тыуҙырыр ине һәм тыныслыҡ, берҙәмлек булдырған изге рухҡа ҡаршы килер ине. (Римдарға 16:17, 18-ҙе уҡығыҙ.)

БЕҘ УЛАРҒА НИСЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ?

9. Ни өсөн Хужа кисәһендә икмәк һәм шараптан ауыҙ итеүселәр менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙгә иғтибарлы булырға кәрәк? («Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

9 Беҙ Хужа кисәһендә символдарҙан ауыҙ иткән мәсихселәргә нисек ҡарарға тейеш? Ғайса шәкерттәренә: «Һеҙ бер-берегеҙгә туған», — тигән. Шунан ул былай тип дауам иткән: «Үҙ-үҙен күтәреүсене Алла түбәнһетер, ә үҙен түбәнһетеүсене Алла күтәрер» (Мат. 23:8—12). Шуға күрә кешеләрҙе, хатта Мәсихтең майланған ҡәрҙәштәре булһалар ҙа, ҙурлау дөрөҫ булмаҫ ине. Шулай итеп, Изге Яҙма беҙҙе йыйылышта үҙ өҫтөнә етәкселек алыусыларҙың имандарын өлгө итеп алырға өндәһә лә, ул бер ҡасан да, берәй кешене ҙурлап, уны лидерыбыҙ итергә өйрәтмәй (Евр. 13:7). Әлбиттә, Изге Яҙмала, ҡайһы берәүҙәрҙең «хеҙмәте икеләтә баһаланһын», тиелә. Әммә был кешеләр ундай ихтирамлы мөнәсәбәткә рух менән майланған булыуҙары өсөн түгел, ә «яҡшы етәкселек итеү[ҙәре]» һәм «һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыу[ҙары]» өсөн лайыҡ (1 Тим. 5:17). Шуға күрә, башҡалар күктәге тормошҡа саҡырылғандарҙы ҙурлаһа йәки саманан тыш иғтибар күрһәтһә, был уларҙы уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыр ине. Унан да бигерәк, майланғандарға айырыуса ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтелһә, уларға баҫалҡы булып ҡалырға ауыр булыр ине (Рим. 12:3). Беҙ тәртибебеҙ менән Мәсих ҡәрҙәштәрен етди хата яһауға этәрергә һис тә теләмәҫ инек! (Лука 17:2)

Бер Йәһүә Шаһиты Хужа кисәһендә икмәктән ауыҙ итә

Беҙ Хужа кисәһендә символдарҙан ауыҙ иткән мәсихселәргә нисек ҡарарға тейеш? (9—11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10. Беҙ майланған мәсихселәрҙе хөрмәт итеүебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

10 Йәһүәнең рухы менән майланған мәсихселәргә беҙ нисек хөрмәт күрһәтә алабыҙ? Мәҫәлән, беҙ уларға майланыуҙарына ҡағылышлы шәхси һорауҙар бирмәҫбеҙ. Беҙ кешенең эшенә ҡыҫылырға теләмәйбеҙ (1 Фес. 4:11; 2 Фес. 3:11). Шулай уҡ майланған мәсихсенең ата-әсәһенән, тормош иптәшенән йәки туғандарынан: «Һин дә майланған мәсихсеме?» — тип һорарға тейеш түгелбеҙ. Гендар йәки никах бәйләнештәре майланыу процесына бер нисек тә тәьҫир итә алмай (1 Фес. 2:12). Беҙ шулай уҡ майланған мәсихсенең тормош иптәшен: «Киләсәктәге ожмахта тормош иптәшеңдән башҡа йәшәреңде белеү һиндә ниндәй хистәр тыуҙыра?» — тигән урынһыҙ һорау биреп аптыратырға тейеш түгел. Ундай һорауҙар кешене рәнйетергә мөмкин. Яңы донъяла Йәһүәнең, ҡулын асып, «һәр тере йәндең теләген ҡәнәғәтләндерәсәгенә» бер ҙә шикләнмәҫкә була (Зәб. 145:16).

11. «Бүтәндәргә ярамһаҡлан[ыуҙан]» һаҡланыу беҙҙе нисек яҡлай?

11 Майланғандарға дөрөҫ ҡараш һаҡлаған мәсихселәр үҙҙәрен етди ҡурҡыныстан һаҡлай. Изге Яҙма, йыйылышҡа «ялған имандаштар» үтеп инергә мөмкин, тип киҫәтә (Гал. 2:4, 5; 1 Яхъя 2:19). Был «ялған имандаштар» хатта үҙҙәрен майланған мәсихсе тип атарға мөмкин. Өҫтәүенә, ҡайһы бер майланғандарҙың имандан тайпылыуы ихтимал (Мат. 25:10—12; 2 Пет. 2:20, 21). «Бүтәндәргә ярамһаҡлан[ыу]» тоҙағынан һаҡланһаҡ, кешеләр беҙҙе хәҡиҡәттән алып китмәҫ. Шулай уҡ хөрмәтле йәки Аллаға оҙаҡ хеҙмәт иткән мәсихселәр ҡапыл тоғролоҡһоҙ булып китһә, беҙҙең иманыбыҙ бының арҡаһында ҡаҡшамаҫ (Йәһ. 16).

СИМВОЛДАРҘАН АУЫҘ ИТЕҮСЕЛӘР ҺАНЫ

12, 13. Ни өсөн беҙгә Хужа кисәһендә икмәк һәм шараптан ауыҙ итеүселәрҙең артыуы арҡаһында борсолорға кәрәкмәй?

12 Тиҫтәләгән йылдар дауамында Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһендә символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙең һаны кәмей ине. Ләкин һуңғы йылдарҙа уларҙың һаны арта бара. Был беҙҙе борсорға тейешме? Юҡ. Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер мөһим яҡтарҙы ҡарап сығайыҡ.

13 «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» (2 Тим. 2:19). Хужа кисәһендә символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙе һанағанда, кемдәрҙең ысынлап та күктәге өмөтө бар икәнен теүәл генә билдәләү мөмкин түгел. Икмәктән һәм шараптан ауыҙ итеүселәр иҫәбенә яңылыш үҙҙәрен майланған тип һанаған мәсихселәр ҙә инә. Элек символдарҙан ауыҙ иткән ҡайһы бер мәсихселәр ваҡыт уҙыу менән быны эшләмәй башлаған. Икенселәре, психик ауырыу йәки эмоциональ проблемалар арҡаһында, күктә Мәсих менән бергә идара итәсәкмен, тигән һөҙөмтәгә килгән. Шунлыҡтан беҙ ерҙә йәшәгән майланғандарҙың күпме ҡалғанын теүәл белмәйбеҙ.

14. Изге Яҙмала ҙур афәт башланыр алдынан ерҙә күпме майланған мәсихсе ҡаласағы тураһында нимә әйтелә?

14 Ғайса Мәсих майланғандарҙы күккә йыйыр өсөн килгәндә, улар ер шарының төрлө тарафтарында буласаҡ. Шул ваҡыт тураһында Изге Яҙмала былай тиелә: «Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен көслө борғо тауышы менән ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр» (Мат. 24:31). Изге Яҙманан күренеүенсә, был донъяның һуңғы көндәрендә ерҙә майланғандарҙың бәләкәй генә өлөшө ҡаласаҡ (Асыл. 12:17). Әммә Алла Һүҙендә ҙур афәт башланыр алдынан ерҙә күпме майланған мәсихсе ҡаласағы тураһында бер нимә лә әйтелмәй.

15, 16. Йәһүә һайлап алған 144 000 кеше тураһында әйткәндә, нимәне аңларға кәрәк?

15 Майланғандарҙы тарихтың ниндәй осоронда һайларға кәрәклеген Йәһүә үҙе хәл итә (Рим. 8:28—30). Йәһүә майланғандарҙы Ғайсаның үлеп терелеүенән һуң һайлай башлаған. Беренсе быуаттағы мәсихсе йыйылышта, күрәһең, барыһы ла майланған булған. Әммә шул ваҡыттан алып һуңғы көндәрҙең башланыуына тиклем үҙҙәрен Мәсих шәкерте тип атағандарҙың күбеһе ысынында ялған мәсихсе булған. Ғайса уларҙы «ҡый үләне» менән сағыштырған. Ләкин хатта шул осорҙа ла Йәһүә ҡайһы бер тоғро мәсихселәрҙе изге рух менән майлаған булған. Ғайса әйтеүенсә, улар, «бойҙай» булараҡ, ҡый үләне менән бергә үҫергә тейеш булған (Мат. 13:24—30). Һуңғы көндәрҙә Алла 144 000-дең иҫәбенә инәсәк кешеләрҙе һайлауын дауам иткән[2]. Йәһүә һуңғы көндәрҙең ахырында кемделер күктәге тормошҡа саҡырырға булған икән, уның зирәклеген шик аҫтына ҡуйырға беҙ кем һуң? (Ишағ. 45:9; Дан. 4:35; Римдарға 9:11, 16-ны уҡығыҙ)[3] Беҙ ҡәнәғәтһеҙлек белдереүсе эшселәр сағылдырған рухтан һаҡланырға тейеш. Улар хужаларының бөтә хеҙмәтселәргә, шул иҫәптән ни бары бер генә сәғәт эшләгәндәргә лә, бер үк эш хаҡы түләгәне өсөн зарланған. (Матфей 20:8—15-те уҡығыҙ.)

16 Күктәге тормошҡа саҡырылғандарҙың барыһы ла «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» иҫәбенә инмәй (Мат. 24:45—47). Беренсе быуаттағы һымаҡ, бөгөн дә Йәһүә менән Ғайса бер нисә кеше аша күптәрҙе туҡландыра. Беренсе быуатта майланған мәсихселәрҙең бер нисәһе генә Мәсихсе Грек Яҙмаларын яҙыуҙа ҡатнашҡан. Шуның шикелле, бөгөн дә рухи «ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн» бер нисә генә майланған мәсихсе билдәләнгән.

17. Һеҙ был мәҡәләнән нимә белдегеҙ?

17 Был мәҡәләнән беҙ нимә белдек? Йәһүә кешеләр өсөн ике төрлө бүләк әҙерләгән: «Алланың Израил[ен]» тәшкил иткәндәргә — күктәге тормош, ә образлы ун кешегә — ерҙәге мәңгелек тормош. Әммә Алла майланғандарҙан да, ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙән дә үҙенең әмерҙәрен үтәүҙе һәм тоғролоҡ һаҡлауҙы көтә. Уларҙың барыһына ла баҫалҡы булып ҡалырға кәрәк. Уларҙың бөтәһе лә берҙәмлеккә һәм йыйылыштағы тыныслыҡҡа үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Был яуыз донъяның ахыры яҡынлашҡанға күрә, әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итергә һәм, бер көтөү булараҡ, Мәсих артынан эйәрергә тәүәккәл булайыҡ.

^ [1] (3-сө абзац) Зәбур 87:5, 6-ла әйтелгәнсә, киләсәктә беҙ, күрәһең, Ғайса Мәсих менән күктә идара итеүселәрҙең барыһының исемдәрен белербеҙ (Рим. 8:19).

^ [2] (15-се абзац) Ғәмәлдәр 2:33-тә Ғайсаның майлау процесында ҡатнашыуы күрһәтелһә лә, күктәге тормошҡа Йәһүә саҡыра.

^ [3] (15-се абзац) Күберәк мәғлүмәт алыр өсөн, «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ), 2007 йыл, 1 май, 30—31 бб., «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

Халыҡ төркөмө бер ҡәрҙәш менән уның ҡатынын уратып алып фотоға төшөрә

«Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай»

Илсе Паул мәсихселәргә хас яратыу тураһында былай тип яҙған: «Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай. Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй» (1 Кор. 13:4, 5). «Әҙәпһеҙ ҡыланыу» тип тәржемә ителгән һүҙҙәр үҙеңде тупаҫ, тәртипһеҙ тотоу тигәнде аңлата. Мәсихселәргә хас яратыу иһә башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә ала.

Мәсихселәргә хас яратыу йыйылышта үҙ өҫтөнә етәкселек алыусыларға ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙә күренергә мөмкин. Ҡайһы ваҡыт конгреста йә башҡа теократик сарала беҙҙең менән бергә күптәргә таныш булған яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр, мәҫәлән, район күҙәтселәре, вефилселәр, Филиал комитеты ағзалары, Етәксе совет ағзалары һәм уларҙың ярҙамсылары булырға мөмкин. Әлбиттә, беҙ был ҡәрҙәштәргә һәм уларҙың ҡатындарына тейешле хөрмәт күрһәтергә теләйбеҙ. Беҙҙең Диотреф күрһәткән рухты сағылдырғыбыҙ килмәй. Ул йыйылыштарға килеп китеүҙәр яһаған ағай-ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт менән ҡабул итмәгән (3 Яхъя 9, 10). Шулай ҙа беҙҙең, бер сиктән икенсе сиккә һуғылып, үҙебеҙҙе тәртипһеҙ тотоуыбыҙ ихтимал. Был нимәлә күренергә мөмкин?

Беҙ ундай ағай-ҡәрҙәштәр һәм уларҙың ҡатындары менән һөйләшеп алыу мөмкинлеген ҡәҙерләйбеҙ. Ләкин улар менән атаҡлы кешеләр менән мөғәмәлә иткәндәй мөғәмәлә итһәк, был уларға ҡарата хөрмәт күрһәтеү булмаҫ ине. Мәҫәлән, был ҡәрҙәштәр ашағанда йәки башҡа берәй эш башҡарғанда, уларҙы рөхсәтһеҙ фотоға төшөрөү дөрөҫ булыр инеме? Ә китабыбыҙ йә Изге Яҙмабыҙ менән автограф һорап барыу, йә башҡаларҙы этә-төртә яндарына барып, ныҡыша-ныҡыша бергә фотоға төшөргә һорау әҙәпле булыр инеме? Әлбиттә, ундай тәртип мәсихселәргә хас яратыуҙы сағылдырмаҫ ине. Үҙебеҙҙе улай тотһаҡ, беҙ был ҡәрҙәштәрҙең килеп китеүенең маҡсатын күҙҙән ысҡындырыуыбыҙҙы һәм уларҙың беҙҙең хаҡҡа ни тиклем ауыр хеҙмәт башҡарғандарын аңламауыбыҙҙы күрһәтер инек. Бынан тыш, ундай тәртип конгресҡа беренсе тапҡыр килгәндәргә нисек тәьҫир итер ине?

Дөрөҫ ҡараш һаҡларға беҙгә нимә ярҙам итер? Беренсенән, Йәһүә генә дан һәм хөрмәткә лайыҡ икәнен иҫтә тоторға кәрәк (Асыл. 4:11). Икенсенән, хөрмәт итеү менән ярамһаҡланыу араһында ҙур айырма барлығын аңлау зарур. Был ағай-ҡәрҙәштәр һәм уларҙың ҡатындары беҙҙең уларға атаҡлы кешеләргә ҡараған кеүек түгел, ә имандаштарыбыҙға ҡараған кеүек ҡарауыбыҙҙы теләй (Мат. 23:8). Өсөнсөнән, алтын ҡағиҙәне ҡулланыу мөһим: «Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ» (Мат. 7:12). Ошо принциптарҙы иҫтә тотһаҡ, беҙ «әҙәпһеҙ ҡыланма[ған]» мөхәббәтте сағылдыра алырбыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу