Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w16 декабрь 3—7 бб.
  • Һәр төрлө кешегә ярҙам итер өсөн көсөмдән килгәнде эшләйем

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һәр төрлө кешегә ярҙам итер өсөн көсөмдән килгәнде эшләйем
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТӘ БАШЛАЙЫМ
  • СИТ ИЛДӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮ
  • ЯҢЫ БИЛДӘЛӘНЕҮҘӘР — ЯҢЫ ҮҘГӘРЕШТӘР
  • ӘЛЕ ЛӘ ҮҘГӘРӘМ
  • Хужабыҙ артынан барыр өсөн, күп нәмә ҡалдырҙым
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Миңә Йәһүәнән өйрәнергә һәм уның тураһында өйрәтергә бик оҡшай!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Беҙ Алланың йомарт игелеген күп тапҡырҙар татыныҡ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
w16 декабрь 3—7 бб.

БИОГРАФИЯ

Һәр төрлө кешегә ярҙам итер өсөн көсөмдән килгәнде эшләйем

Дэнтон Хопкинсон һөйләне

Дэнтон Хопкинсон йәш сағында

Атайым әсәйемә: «Һыуға сумдырылһаң, мин һинән китәм!» — тип янаны. Был хәл 1941 йылда булды. Уның янауына ҡарамаҫтан, әсәйем, Йәһүәгә бағышланып, һыуға сумдырылырға булды. Атайым, үҙ һүҙендә тороп, беҙҙе ташлап китте. Ул ваҡытта миңә 8 генә йәш ине.

МИН был хәлдәргә тиклем үк Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына башлағайным инде. Әсәйем алып ҡайтҡан баҫмалар, айырыуса ундағы рәсемдәр, миңә шул тиклем оҡшай ине. Атайым әсәйемде белгәндәре хаҡында миңә һөйләүҙән тыя торғайны. Ләкин мин бик күп һорауҙар бирә инем, һәм әсәйем, атайым өйҙә булмағанда, минең менән Изге Яҙманы өйрәнде. Һөҙөмтәлә мин дә тормошомдо Йәһүәгә бағышларға ҡарар иттем. 1943 йылда мин 10 йәшемдә Блэкпулда (Англия) һыуға сумдырылдым.

ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТӘ БАШЛАЙЫМ

Шул саҡтан алып беҙ әсәйем менән бергә даими вәғәзләнек. Кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерер өсөн беҙ патефондар ҡулландыҡ. Был ҙур аппараттарҙың ауырлығы 4 килонан артыҡ ине. Күҙ алдына килтерегеҙ: мин, бәләкәй генә малай, шул ауыр нәмәне күтәреп йөрөнөм!

14 йәшемдә мин пионер хеҙмәтен башларға теләнем. Әсәйем миңә тәүҙә ҡәрҙәштәрҙең хеҙмәтсеһе менән (ул ваҡытта район күҙәтеүселәре шулай атала ине) һөйләшергә ҡушты. Ағай-ҡәрҙәш миңә пионер булып хеҙмәт иткән ваҡытта үҙемде тәьмин итә алыр өсөн берәй һөнәргә өйрәнергә кәңәш итте. Мин шулай эшләнем дә. Ике йыл эшләп алғандан һуң, мин пионер хеҙмәте тураһында икенсе район күҙәтеүсеһе менән һөйләштем. Һәм ул миңә: «Башла, ҡустым!» — тине.

Шулай итеп, 1949 йылда беҙ әсәйем менән ҡуртымға алынған йортобоҙҙағы йыһаздарҙың ҡайһыһын тараттыҡ, ҡайһыһын һатып бөтөрҙөк тә, Манчестер эргәһендә урынлашҡан Мидлтонға күсеп, пионер хеҙмәтен башланыҡ. Дүрт айҙан һуң беҙ бер ағай-ҡәрҙәш менән пионер хеҙмәтендә хеҙмәттәш булырға һөйләштек. Филиал беҙгә Ирламда яңы ғына ойошторолған йыйылышҡа күсергә тәҡдим итте. Ә әсәйем бер апай-ҡәрҙәш менән башҡа йыйылышта пионер булып хеҙмәт итә ине.

Миңә 17 генә йәш булһа ла, беҙгә хеҙмәттәшем менән йыйылыш осрашыуҙарын үткәреүҙе ышанып тапшырҙылар, сөнки әле генә ойошторолған йыйылышыбыҙҙа тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәр етмәй ине. Һуңыраҡ миңә Бакстон ҡалаһындағы йыйылышҡа күсергә тәҡдим иттеләр. Унда, вәғәзселәр бик әҙ булғанлыҡтан, ярҙам кәрәк ине. Быларҙың барыһы ла мине киләсәк билдәләнеүҙәргә әҙерләне.

Дэнтон Хопкинсон һәм башҡа вәғәзселәр кешеләрҙе асыҡ телмәргә саҡыра, 1953 йыл

Рочестерҙа (Нью-Йорк штаты) кешеләрҙе асыҡ телмәргә саҡырабыҙ, 1953 йыл

1951 йылда мин Күҙәтеү манараһының Изге Яҙма мәктәбе Гилеадта уҡыр өсөн ғариза бирҙем. Әммә 1952 йылдың декабрендә миңә армияға барырға повестка килде. Мин, дини хеҙмәткәр булараҡ, хәрби хеҙмәттән азат ителергә тырыштым. Ләкин суд дини хеҙмәткәр булыуымды танырға теләмәне һәм мине ярты йылға хөкөм итте. Төрмәлә ултырған саҡта мин Гилеад мәктәбәнең 22-се синыфында уҡырға саҡырыу алдым. 1953 йылдың июлендә мин, «Джорджик» карабына ултырып, Нью-Йоркка йүнәлдем.

Унда мин «Яңы донъя йәмғиәте» тигән конгресҡа барҙым. Шунан һуң мин поезда Саут-Лансингка (Нью-Йорк штаты) — Мәктәп үтәсәк ҡалаға йүнәлдем. Яңы ғына төрмәнән сыҡҡанға, аҡсам бик әҙ ине. Поездан төшөп, автобусҡа күсеп ултырғас, хатта юл хаҡын түләр өсөн бер юлдашымдан аҡса һорап торорға тура килде.

СИТ ИЛДӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮ

Гилеад мәктәбендә бирелгән иҫ киткес белем беҙгә миссионер хеҙмәтендә «бөтәһе өсөн барыһына әйлән[ергә]» ярҙам итте (1 Кор. 9:22). Беҙҙең өсөбөҙҙө — Пауль Бруун, Реймонд Лич һәм мине Филиппин иленә билдәләнеләр. Бер нисә ай беҙ виза бирелеүен көттөк, унан һуң карапта Роттердамға (Нидерланды) юлландыҡ. Аҙаҡ Урта дингеҙ, Суэц каналы, Һинд океаны аша Малайзияға, ә шунан Гонконгҡа йөҙөп киттек. Сәйәхәтебеҙ 47 көн дауам итте. Һәм бына 1954 йылдың 19 ноябрендә беҙ Манилаға — Филиппиндың баш ҡалаһына килеп еттек.

Дэнтон Хопкинсон һәм Реймонд Лич карапта,1954 йыл

Мин һәм хеҙмәттәшем Реймонд Лич. Филиппинға сәйәхәтебеҙ 47 көн дауам итте

Беҙгә яңы мәҙәниәткә, яңы илгә, яңы телгә күнегергә кәрәк ине. Ләкин тәүҙә беҙҙе Кесон-Ситилағы йыйылышҡа билдәләнеләр, ә ул ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһе инглиз телендә һөйләшә ине. Шунлыҡтан беренсе ярты йыл эсендә беҙ тагал телендә бер нисә һүҙ генә ятлап алдыҡ. Киләһе билдәләнеүебеҙ был проблеманы сисергә ярҙам итте.

Бер ваҡыт, 1955 йылдың майында, беҙ Реймонд Лич менән вәғәзләп ҡайтҡандан һуң өйөбөҙҙә хаттар ятҡанын күрҙек. Был хаттарҙа район күҙәтеүселәре итеп билдәләнеүебеҙ хаҡында әйтелә ине. 22 генә йәштә булһам да, был билдәләнеү миңә «бөтәһе өсөн барыһына әйлән[ер]» өсөн яңы мөмкинлектәр асты.

Дэнтон Хопкинсон асыҡ телмәр менән сығыш яһай

Бикол телендә үткән район конгресында асыҡ телмәр һөйләйем

Мәҫәлән, район күҙәтеүсеһе булараҡ, беренсе телмәремде мин урамда — ауыл магазины алдында һөйләнем. Тиҙҙән мин Филиппинда шундай ғәҙәт барлығын белдем: ул ваҡытта асыҡ телмәрҙәр үҙ атамаһына тулыһынса тура килгән — уларҙы йәмәғәт урындарында һөйләгәндәр. Районымдағы йыйылыштарға килеп китеү яһағанда, мин ял итеп ултыра торған урындарҙа, баҙарҙарҙа, муниципалитет биналары янында, баскетбол майҙансыҡтарында, парктарҙа һәм йыш ҡына урам саттарында сығыш яһаным. Бер көндө Сан-Пабло ҡалаһында мин баҙарҙа сығыш яһарға тейеш инем, әммә, көслө ямғыр башланғанға, яуаплы ағай-ҡәрҙәштәргә асыҡ телмәрҙе Батшалыҡ залында һөйләргә тәҡдим иттем. Мин сығыш яһағандан һуң ағай-ҡәрҙәштәр, осрашыу йәмәғәт урынында үтмәгәс, отчетта уны асыҡ телмәр тип иҫәпләп буламы, тип һораны.

Йыйылыштарға килеп киткәндә, мин гел ҡәрҙәштәрҙә туҡтай торғайным. Йорттары ябай ғына булһа ла, улар һәр ваҡыт таҙа ине. Йыш ҡына йоҡлар урыным ағас иҙәнгә йәйелгән балаҫ булды. Йыуыныуға килгәндә, быны урамда кешеләрҙең күҙ алдында эшләргә тура килә ине, шуға күрә мин кейенгән килеш йыуынырға өйрәндем. Йыйылыштарға барып етер өсөн мин микроавтобусҡа (джипни) йә автобусҡа ултырып, ә башҡа утрауҙарға кәмә менән бара инем. Минең бер ҡасан да үҙемдең машинам булманы.

Мин тагал телен вәғәзләгәндә һәм йыйылыштарға килеп киткәндә өйрәнә инем. Минең бер ҡасан да тел өйрәнеү курстарында уҡығаным булманы, әммә мин ағай-ҡәрҙәштәрҙең йыйылышта һәм вәғәздә нисек һөйләшкәндәрен иғтибар менән тыңлай инем. Ҡәрҙәштәр миңә тел өйрәнеүҙә ярҙам итергә бик теләй ине, мин уларға түҙемлек күрһәткәндәре һәм кәрәк ваҡытта төҙәткәндәре өсөн рәхмәтлемен.

Яңы йөкләмәләр алған һайын, миңә күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк булды. 1956 йылда Филиппинда илдең бөтә вәғәзселәре өсөн үткәрелгән конгресҡа Нейтан Норр ҡәрҙәш килергә тейеш ине. Мин пресса менән бәйләнештә тороу өсөн яуаплы булдым. Минең был өлкәлә тәжрибәм юҡ ине, әммә башҡа ҡәрҙәштәр миңә ярҙам итеп торҙо. Бер йыл да үтмәҫтән, шундай уҡ ҙур конгресс ойошторолдо. Был конгресҡа Йәһүә шаһиттарының баш идаралығынан Фредерик Френц ҡәрҙәш килде. Был юлы мин конгресс күҙәтеүсеһе инем, һәм миңә Френц ҡәрҙәштең ерле мәҙәниәткә яраҡлашырға әҙер булыуы тәьҫир итте. Делегаттарға Френц ҡәрҙәштең сәхнәгә баронг-тагалогта — филиппин халҡының милли кейемендә сығыуы бик оҡшаны.

Өлкә күҙәтеүсеһе итеп билдәләнгәс, миңә тағы ла күп нәмәгә күнегергә тура килде. Ул ваҡытта беҙ кешеләргә «Яңы донъя йәмғиәтенең бәхете» тигән фильм күрһәтә инек, һәм быны һәр ваҡыт тиерлек урамда, йәмәғәт урындарында эшләй инек. Ваҡыт-ваҡыт беҙгә бөжәктәр ҡамасаулай торғайны. Улар, прожектор утына осоп, унда ҡыҫылып ҡалғанға күрә, һуңынан прожекторҙы уларҙан таҙартып алыр өсөн күп көс һалырға тура килә ине. Быларҙың барыһын да ойоштороу еңел булмаһа ла, кешеләрҙең Йәһүә ойошмаһының бөтә донъя буйынса алып барған эшмәкәрлеге менән һоҡланыуын күреү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә торғайны.

Ҡай саҡ католик руханиҙары, урындағы хакимиәт кешеләре беҙгә конгрестар ойошторорға рөхсәт бирмәһен өсөн, уларға баҫым яһай ине. Конгресс сиркәү янында үткәрелгән саҡтарҙа руханиҙар, ағай-ҡәрҙәш сәхнәгә сығыу менән, сиркәү ҡаңғырауҙарына һуға башлай торғайны. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ конгресс программаһын дауам итә инек, һәм хәҙер Филиппинда Йәһүәнең хеҙмәтселәре бик күп.

ЯҢЫ БИЛДӘЛӘНЕҮҘӘР — ЯҢЫ ҮҘГӘРЕШТӘР

1959 йылда мин филиалда хеҙмәт итергә билдәләнеүем хаҡында хат алдым. Миңә ҡабат яңы нәмәләргә өйрәнергә кәрәк ине. Ваҡыт уҙыу менән миңә зональ күҙәтеүсе булараҡ башҡа илдәрҙәге филиалдарға килеп китеүҙәр яһарға ҡуштылар. Шундай сәфәрҙәрҙең береһендә мин Таиландта миссионер булып хеҙмәт иткән Джанет Дьюмонд менән таныштым. Беҙ күпмелер ваҡыт хат яҙыштыҡ, ә шунан өйләнештек. Беҙ Джанет менән инде 51 йыл бергә хеҙмәт итәбеҙ.

Дэнтон һәм Джанет Хопкинсондар Филиппинда

Беҙ Джанет менән Филиппиндағы күп һанлы утрауҙарҙың береһендә

Дөйөм алғанда, 33 илдә мин Йәһүәнең хеҙмәтселәрен нығыттым. Йәш ваҡыттағы билдәләнеүҙәрем өсөн мин шул тиклем рәхмәтлемен! Улар мине төрлө-төрлө кешеләр менән уртаҡ тел табырға өйрәтте. Ә бындай аралашыу, үҙ сиратында, миңә күп нәмәгә киңерәк ҡарарға һәм Йәһүәнең үҙенә төрлө кешеләрҙе нисек йәлеп итеүен күрергә ярҙам итте (Ғәм. 10:34, 35).

Дэнтон һәм Джанет Хопкинсондар бер ҡатынға вәғәзләй

Даими вәғәзләргә тырышабыҙ

ӘЛЕ ЛӘ ҮҘГӘРӘМ

Беҙгә Филиппиндағы ҡәрҙәштәр менән бергә хеҙмәт итеү бик оҡшай! Мин был илдә хеҙмәт итә башлағандан бирле вәғәзселәрҙең һаны ун тапҡырға артты. Беҙ Джанет менән әле лә Филиппин филиалында, Кесон-Сити ҡалаһында бергә хеҙмәт итәбеҙ. 60 йыл сит илдә хеҙмәт иткән булһам да миңә һаман да Йәһүәнең ихтыярына ярашлы үҙгәрергә әҙер булырға кәрәк. Ойошмала күптән түгел генә булған үҙгәрештәр буйынса эш итер өсөн беҙгә, Аллаға һәм ҡәрҙәштәребеҙгә хеҙмәт иткәндә, яңы шарттарға яраҡлаша белергә кәрәк.

Дэнтон һәм Джанет Хопкинсондар йәш кенә апай-ҡәрҙәш менән аралаша

Йәһүә шаһиттарының күбәйеүен күреү беҙгә күп шатлыҡ килтерә

Беҙ һәр ваҡыт Алла ихтыярына төшөнөргә һәм уның буйынса йәшәргә тырыштыҡ. Бынан да ҙурыраҡ бәхетте тағы нимә килтерә алһын? Беҙ шулай уҡ кәрәк саҡта ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн үҙгәрештәр яһарға әҙер булдыҡ. Эйе, әлегә Йәһүәнең ихтыяры шул икән, беҙ һәр төрлө кешегә ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәнде эшләрбеҙ.

Дэнтон Хопкинсон Филиппин филиалында бер йәш вефилсе менән һөйләшә

Әле лә Кесон-Ситилағы филиалда хеҙмәт итәбеҙ

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу