Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w16 декабрь 8—12 бб.
  • Алланың йомарт игелеге менән азат ителгәнбеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алланың йомарт игелеге менән азат ителгәнбеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙОМАРТ ИГЕЛЕК НИГЕҘЕНДӘ КИСЕРЕЛГӘНБЕҘ
  • АЛЛАНЫҢ ЙОМАРТ ИГЕЛЕГЕН ҠӘҘЕРЛӘЙБЕҘ
  • БЕҘ КӨРӘШТӘ ЕҢӘ АЛАБЫҘ
  • Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Алланың йомарт игелеге тураһында һөйөнөслө хәбәр таратығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • «Игелек ҡануны» буйынса эш итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
w16 декабрь 8—12 бб.
Илсе Павел Римда вәғәзләй

Алланың йомарт игелеге менән азат ителгәнбеҙ

«Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ... Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ» (РИМ. 6:14).

ЙЫРҘАР: 2, 29

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ни өсөн, йолом биреп, Алла йомарт игелек сағылдырған тип әйтеп була?

  • Ниндәй мәғәнәлә беҙ «гонаһҡа ҡарата үле»?

  • Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булыу беҙҙе һәр ҡайһы гонаһтан һаҡланырға нисек дәртләндерә?

1, 2. Ни өсөн Римдарға 5:12-ләге һүҙҙәр Йәһүә шаһиттары өсөн бик мөһим?

КҮҘ алдына килтерегеҙ: һеҙгә Йәһүә шаһиттары яҡшы белгән һәм йыш ҡулланған Изге Яҙма өҙөктәренең исемлеген төҙөргә кәрәк, ти. Римдарға 5:12-ләге шиғырҙы исемлектең башындараҡ яҙып ҡуйыр инегеҙме? Вәғәздә һеҙ, моғайын, ундағы һүҙҙәрҙе кешеләргә йыш ҡына уҡып күрһәтәһегеҙҙер: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған».

2 Был шиғыр өйрәнеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән баҫмала бер нисә тапҡыр осрай. Балаларығыҙ йә башҡа кешеләр менән өйрәнеү үткәрһәгеҙ, һеҙ, моғайын, Алланың ергә ҡарата ниәте, үлгәндәрҙең хәле һәм йолом хаҡында фекер алышҡанда Римдарға 5:12-не уҡыйһығыҙҙыр. Әммә һеҙ, Йәһүә алдындағы дәрәжәгеҙҙе, эштәрегеҙҙе һәм киләсәккә өмөтөгөҙҙө күҙ уңында тотоп, был шиғыр хаҡында ни тиклем йыш уйланаһығыҙ?

3. Гонаһ тураһында әйткәндә, нимәне таныу мөһим?

3 Барыбыҙға ла бындай әсе хәҡиҡәтте танырға кәрәк: беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы. Беҙ көн һайын яҙыҡ эштәр ҡылабыҙ. Әммә Алла беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай һәм беҙгә мәрхәмәт күрһәтергә теләй (Зәб. 103:13, 14). Ғайса Мәсих өлгөлө доғаға «гонаһтарыбыҙҙы кисер» тигән үтенесте индергән (Лука 11:2—4). Шуға күрә, Алла беҙҙе кисергән икән, хаталарыбыҙ өсөн көйөнөргә кәрәкмәй. Шулай ҙа Алланың беҙҙе нимә нигеҙендә ғәфү иткәне хаҡында уйланыу мөһим.

ЙОМАРТ ИГЕЛЕК НИГЕҘЕНДӘ КИСЕРЕЛГӘНБЕҘ

4, 5. а) Нимә ярҙамында Римдарға 5:12-ләге һүҙҙәрҙе яҡшыраҡ аңлап була? б) Римдарға 3:24-тә иҫкә алынған «мәрхәмәт», йәғни «йомарт игелек» нимәне аңлата?

4 Илсе Павелдың римдарға яҙған хатының башҡа бүлектәрендә, айырыуса 6-сы бүлектә Римдарға 5:12-ләге һүҙҙәрҙе аңларға ярҙам иткән мөһим фекерҙәр бар. Был фекерҙәр беҙгә шулай уҡ Йәһүәнең кешеләрҙе нимә нигеҙендә кисергәнен күрергә ярҙам итә. 3-сө бүлектә былай тиелгән: «Бөтөнөһө лә гонаһ ҡыл[ды]... Шулай ҙа Алла мәрхәмәте менән улар үҙҙәрен гонаһтан йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша бушҡа аҡланды» (Рим. 3:23, 24). Павел, «мәрхәмәт», йәғни «йомарт игелек» тураһында әйткәндә, нимәне күҙ уңында тотҡан? Бер белешмә буйынса, Павел ҡулланған грек һүҙе «алмашҡа бер нәмә лә талап итмәйенсә һәм көтмәйенсә, үҙ иркең менән илтифат күрһәтеүҙе» аңлата. Кеше уны һатып та ала алмай, берәй нимә эшләп уға лайыҡ та була алмай.

5 Джон Паркхерст исемле ғалим былай тигән: «Алла йә Мәсих тураһында һүҙ барғанда, ул [был грек һүҙе] йыш ҡына лайыҡ булмаған кешегә илтифат күрһәтеүҙе йә, кешеләрҙе йолоп алып, уларҙы ҡотҡарыр өсөн үҙ иркең менән игелек күрһәтеүҙе аңлата». Шулай итеп, «Яңы донъя тәржемәһе»ндә ҡулланылған «йомарт игелек» тигән һүҙбәйләнеш был һүҙҙең мәғәнәһенә тура килеп тора. Әммә Алла нисек йомарт игелек күрһәтә? Шулай уҡ Алланың был сифаты өмөтөбөҙ һәм уның менән мөнәсәбәттәребеҙгә нисек бәйле? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.

6. Алланың йомарт игелеге кешеләргә ниндәй фатихалар килтерә?

6 Гонаһ менән үлем донъяға «тәүге кеше» — Әҙәм аша үтеп ингән. Шулай итеп «берәүҙең енәйәте арҡаһында» кешеләр өҫтөнән «үлем хакимлыҡ итә башлаған». Шулай уҡ, Павел яҙғанса, «бер Кеше — Ғайса Мәсих аша» Алла мул итеп йомарт игелек күрһәтә башлаған (Рим. 5:12, 15, 17). Алланың йомарт игелеге бөтә кешеләр өсөн фатихаға әйләнгән. «Бер Кешенең [Ғайсаның] тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана». Йәһүә йомарт игелек күрһәткәнгә, беҙ «Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа» эйә була алабыҙ (Рим. 5:19, 21).

7. Ни өсөн йолом — Алланың йомарт игелегенең сағылышы?

7 Йәһүә үҙенең улын йолом итеп ергә ебәрергә бурыслы булмаған. Бынан тыш, камил булмаған, гонаһлы кешеләр Алла һәм Ғайса Мәсих биргән йоломға лайыҡ булмаған. Гонаһтарыбыҙҙы кисереп һәм мәңге йәшәргә өмөт биреп, Йәһүә беҙгә йомарт игелек күрһәткән. Беҙ Алланың был бүләгенең ҡәҙерен белеп йәшәргә тейеш.

АЛЛАНЫҢ ЙОМАРТ ИГЕЛЕГЕН ҠӘҘЕРЛӘЙБЕҘ

8. Ҡайһы бер кешеләр үҙ гонаһтарына нисек ҡарай?

8 Әҙәмдең камилһыҙ тоҡомдары булараҡ, беҙ хаталаныуға, дөрөҫ булмағанды эшләүгә һәм гонаһ ҡылыуға әүәҫбеҙ. Шулай ҙа Алланың йомарт игелегенә тейешле нәмәгә ҡарағандай ҡарарға ярамай. Мәҫәлән: «Алла гонаһ тип һанаған эште ҡылһам да, артыҡ борсолорға кәрәкмәй. Йәһүә мине ғәфү итер әле», — тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта илселәр көндәрендә йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәр ҙә шулай уйлаған. (Йәһүҙә 4-те уҡығыҙ.) Бәлки, беҙ ундай фекерҙәрҙе башҡаларға ишеттереп әйтмәҫбеҙ, әммә күңел түребеҙҙә ундай уйҙарҙың булыуы ихтимал, һәм улар берәй ваҡыт шытып сығырға мөмкин.

9, 10. Ниндәй мәғәнәлә Павел һәм башҡа мәсихселәр гонаһ менән үлемдән азат ителгән?

9 Павел: «Алла барыһын да аңлай. Ул дөрөҫ булмаған эштәремә артыҡ иғтибар бирмәйәсәк», — тигән фекерҙәрҙән шунда уҡ ҡотолорға кәрәклегенә баҫым яһаған. Ни өсөн? Сөнки, Павел яҙғанса, мәсихселәр «гонаһҡа ҡарата» үлгән. (Римдарға 6:1, 2-не уҡығыҙ.) Әммә ниндәй мәғәнәлә беренсе мәсихселәр «гонаһҡа ҡарата» үлгән? Улар бит һаман ерҙә йәшәгән булған.

10 Алла йолом ҡорбанының баһаһын Павелға һәм уның замандаштарына ҡарата ҡулланған. Йәһүә уларҙың гонаһтарын кисергән, уларҙы изге рух менән майлаған һәм үҙенең рухи улдары булырға саҡырған, уларға күктә йәшәргә өмөт биргән. Тоғро булып ҡалып, улар күктә Ғайса Мәсих менән идара итә алыр ине. Шулай ҙа, Аллаға ерҙә хеҙмәт итһәләр ҙә, Павел улар хаҡында «гонаһҡа ҡарата» үлгәндәр тип әйтә алған. Миҫал итеп Павел Ғайса Мәсих осрағын килтергән. Ул үлгән һәм күктә үлемһеҙ рухи зат итеп терелтелгән. Үлем уның өҫтөнән башҡа хакимлыҡ итмәгән. Майланған мәсихселәр менән дә шундай уҡ хәл булған: улар «гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсих аша Алла өсөн тере» булған (Рим. 6:9, 11). Уларҙың тормошо бөтөнләй үҙгәргән. Улар бүтән гонаһлы теләктәренә бирелеп йәшәмәгән. Эйе, улар элекке тормош рәүешенә ҡарата үлгән.

11. Ниндәй мәғәнәлә беҙ «гонаһҡа ҡарата» үле?

11 Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Мәсихсе булып китер алдынан, беҙ, ҡай саҡ Алла алдында ни тиклем насар эш иткәнебеҙҙе аңламайынса, йыш гонаһ ҡылдыҡ. Беҙ тәнебеҙҙе «боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп» тапшырған инек. Беҙ «гонаһ ҡолдары» булдыҡ, тип әйтеп була (Рим. 6:19, 20). Әммә, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән танышҡас, беҙ тормошобоҙҙа үҙгәрештәр яһаныҡ һәм, Аллаға бағышланып, һыуға сумдырылдыҡ. Шул ваҡыттан алып беҙ Алла тәғлимәттәрен һәм нормаларын «ихлас тота[быҙ]». Павелдың һүҙҙәре менән әйткәндә, беҙ, «гонаһтан азат ителеп, хаҡлыҡ ҡолдары булды[ҡ]» (Рим. 6:17, 18). Шуға күрә беҙҙең хаҡта ла, «гонаһҡа ҡарата» үлгәндәр, тип әйтеп була.

12. Һәр беребеҙ ниндәй һайлау яһарға тейеш?

12 Ә хәҙер, Павелдың һүҙҙәрен күҙ уңында тотоп, үҙегеҙ хаҡында уйланығыҙ. Ул былай тигән: «Фани тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ төрлө нәфселәргә буйһонмаҫһығыҙ» (Рим. 6:12). Насар теләктәребеҙгә бирелеп эш итһәк, беҙ гонаһҡа үҙебеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуябыҙ. Беҙ гонаһҡа өҫтөбөҙҙән хаҡимлыҡ итергә юл ҡуйырғамы, юҡмы икәнен үҙебеҙ һайлай алабыҙ. Быға бәйле шундай һорау тыуа: йөрәгебеҙ ҡайһы яҡҡа ауыша? Үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Камил булмаған тәнемә йә аҡылыма ҡай саҡ үҙемде дөрөҫ булмаған юлға ылыҡтырырға рөхсәт итәмме? Йәки мин, гонаһҡа ҡарата үлеп, Ғайса Мәсих аша Алла өсөн йәшәйемме?» Был һорауҙарға яуаптар беҙгә Алланың, гонаһтарыбыҙҙы кисереп, йомарт игелек күрһәткәне өсөн ни тиклем рәхмәтле булыуыбыҙҙы аңларға ярҙам итер.

БЕҘ КӨРӘШТӘ ЕҢӘ АЛАБЫҘ

13. Гонаһлы тәртиптән баш тартып була икәненә беҙҙе нимә инандыра?

13 Йәһүәнең хеҙмәтселәре, Алланы яҡшыраҡ белеп, уны яратып, уға хеҙмәт итә башлағанға тиклем алып барған тормош рәүешенән баш тартҡан. Үткәндә улар, бәлки, үлемгә лайыҡ гонаһтар ҡылғандыр, һәм әле улар үҙҙәре шул ҡылыҡтарынан ояла (Рим. 6:21). Хәҙер улар үҙгәргән. Шундай уҡ хәл Коринфтағы күп мәсихселәр менән дә булған. Павелдың уларға яҙған хатынан күренеүенсә, уларҙың ҡайһы берҙәре элек боттарға табынған, зина ҡылған, үҙ енестәге кешеләр менән енси мөнәсәбәткә ингән, урлаған, эскелеккә бирелгән булған. Әммә улар «йыуылып» таҙарынған һәм изгеләнгән (1 Кор. 6:9—11). Шул уҡ хәл Римдағы йыйылышта ла булған. Алла тарафынан рухландырылып, Павел уларға былай тип яҙған: «Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да ялғанлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, үлемдән тормошҡа күсерелгән булараҡ, үҙегеҙҙе Аллаға һәм ағзаларығыҙҙы хаҡлыҡ ҡоралы итеп Уға тапшырығыҙ» (Рим. 6:13). Павел уларҙың, рухи яҡтан саф булып ҡалып, Алланың йомарт игелегенән артабан да файҙалана алыуына бер ҙә шикләнмәгән.

14, 15. Ихлас күңелдән тыңлаусан булырға теләһәк, нимә тураһында уйланырға кәрәк?

14 Шундай уҡ хәлде беҙҙең көндәрҙә лә күреп була. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең элекке тормошо Коринфтағы мәсихселәрҙең тормошона оҡшаш булған. Ләкин улар ҙа үҙгәргән. Улар, гонаһлы тормош рәүешен ҡалдырып, «йыуылып» таҙарынған. Әммә, элекке тормошоғоҙ ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта Алла менән мөнәсәбәттәрегеҙ ниндәй? Хәҙер Алланың, йомарт игелек күрһәтеп, гонаһтарығыҙҙы кисерергә әҙер булыуын белгәс, Павелдың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға тырышаһығыҙмы? Ул былай тигән: «Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да ялғанлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, үлемдән тормошҡа күсерелгән булараҡ, үҙегеҙҙе Аллаға... тапшырығыҙ».

15 Шулай эш итер өсөн, беҙгә коринфтар мәсихсе булып киткәнсе ҡылған етди гонаһтарҙан һаҡланырға кәрәк. Юғиһә, Алланың йомарт игелеген ҡабул иттек һәм гонаһ өҫтәбөҙҙән бүтән хакимлыҡ итмәй, тип әйтә алмаҫбыҙ. Әммә беҙ, Аллаға ихлас күңелдән буйһоноп, бик үк етди булып күренмәгән гонаһтарҙан һаҡланыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙме? (Рим. 6:14, 17)

16. 1 Коринфтарға 6:9—11-ҙә иҫкә алынмаған гонаһтарҙан да һаҡланырға тейешлегебеҙҙе ҡайҙан беләбеҙ?

16 Илсе Павелдың миҫалына ҡайтайыҡ. Әлбиттә, Павел 1 Коринфтарға 6:9—11-ҙә иҫкә алынған етди гонаһтарҙы ҡылып йөрөмәгән. Шулай ҙа ул гонаһлы булыуын таныған. Ул былай тип яҙған: «Мин... гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын. Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә күрә алмаған нәмәләрҙе ҡылам» (Рим. 7:14, 15). Тимәк, Павел башҡа гонаһтарҙың да барлығын аңлаған һәм уларға ҡаршы көрәшкән. (Римдарға 7:21—23-тө уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, ихлас күңелдән тыңлаусан булырға тырышып илсенән өлгө алайыҡ.

17. Ни өсөн беҙ намыҫлы булырға теләйбеҙ?

17 Мәҫәлән, намыҫлылыҡ тураһында нимә әйтеп була? Намыҫлылыҡ — мәсихсе диненең айырылғыһыҙ өлөшө. (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:5a; Ефестарға 4:25-те уҡығыҙ.) Шайтан — «ялғандың атаһы». Алдаған өсөн Анания һәм уның ҡатыны үҙ ғүмерен юғалтҡан. Беҙ ундай кешеләрҙән өлгө алырға һис тә теләмәйбеҙ, шуға күрә алдамайбыҙ (Яхъя 8:44; Ғәм. 5:1—11). Ләкин намыҫлылыҡ үҙ эсенә күберәкте ала. Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булыу беҙҙе бар нәмәлә намыҫлы булырға дәртләндерә.

18, 19. Ни өсөн намыҫлы булыр өсөн асыҡтан-асыҡ алдамау ғына әҙ?

18 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренән асыҡтан-асыҡ алдамауҙан тыш күберәкте көтә. Израилдәрҙе ул былай тип өндәгән: «Изге булығыҙ, сөнки мин — һеҙҙең Аллағыҙ Йәһүә — изге». Шунан ул был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын әйтеп киткән. Алла былай тигән: «Урламағыҙ, алдамағыҙ, бер-берегеҙ менән мәкерле эш итмәгеҙ» (Лев. 19:2, 11). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡасан да асыҡтан-асыҡ алдамаҫҡа ҡарар иткән кеше, берәйһе менән мәкерле эш итеп, уны алдарға мөмкин.

Ағай-ҡәрҙәш начальнигы менән һөйләшә, ә уның хеҙмәттәштәре тыңлап ултыра

Алдауҙан һәм мәкерҙән һаҡланырға тырышабыҙмы? (19-сы абзацты ҡарағыҙ.)

19 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, бер кеше начальнигына йә хеҙмәттәштәренә, табипҡа барырға тейешмен, тип, киләһе көндө эшкә сыҡмаясағы йә эштән иртәрәк китәсәге тураһында әйтә. Әммә уға аптекаға ғына инеп сығырға йә табипҡа рецепт алыр өсөн генә барырға кәрәк. Ысынында уның тиҙерәк отпускыға киткеһе йә ғаиләһе менән пляжға барғыһы килә. Уның табип тураһындағы һүҙҙәрендә бер аҙ дөрөҫлөк булһа ла, һеҙ уны намыҫлы кеше тип атар инегеҙме? Йәки ул алдаймы? Моғайын, һеҙ быға оҡшаш башҡа миҫалдар ҙа килтерә алырһығыҙ. Бәлки, кеше язанан ҡотолор өсөн йә башҡалар иҫәбенә табыш алыр өсөн алдайҙыр. Ундай кеше, асыҡтан-асыҡ алдамаһа ла, Алланың «алдамағыҙ» тигән әмеренә буйһонамы? Шулай уҡ Римдарға 6:19-ҙағы: «Тәнегеҙҙе... изге тормош өсөн хаҡлыҡҡа ҡол итеп тапшырығыҙ», — тигән һүҙҙәр хаҡында уйланығыҙ.

20, 21. Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булһаҡ, ниндәй гонаһтарҙан һаҡланырбыҙ?

20 Шулай итеп, Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булһаҡ, беҙ зина ҡылыу, эскелек һәм коринфтар ҡылған башҡа ҙур гонаһтарҙан ғына түгел, ә шулай уҡ Йәһүәгә оҡшамаған һәр нәмәнән тыйылырбыҙ. Алланың йомарт игелеген ҡабул итеү, әхлаҡһыҙ тәртиптән ҡасыуҙан тыш, шулай уҡ әҙәпһеҙ күңел асыуҙар менән ҡыҙыҡһыныуҙы баҫыуҙы ла үҙ эсенә ала. Тәнебеҙҙе тәҡүәлеккә ҡол итеп тапшырыу беҙҙе эскелектән генә түгел, ә шулай уҡ сиктән тыш күп эсеүҙең «сигенә» яҡынлашыуҙан да һаҡлар. Бындай гонаһтарға ҡаршы көрәш күп көс талап итергә мөмкин, әммә беҙ был көрәштә еңә алабыҙ.

21 Беҙгә ҙур гонаһтарҙан ғына түгел, ә шулай уҡ әллә ни етди булып күренмәгән гонаһтарҙан да һаҡланырға тырышырға кәрәк. Әлбиттә, ваҡыт-ваҡыт беҙ хаталар яһарбыҙ. Шулай ҙа беҙ, Павел кеүек, дөрөҫ булғанды эшләр өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тейеш. Ул имандаштарын былай тип өндәгән: «Фани тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ төрлө нәфселәргә буйһонмаҫһығыҙ» (Рим. 6:12; 7:18—20). Гонаһтың һәр ҡайһы сағылышы менән көрәшергә тырышып, беҙ Алланың Ғайса Мәсих аша сағылған йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ.

22. Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булған кешеләрҙе ниндәй бүләк көтә?

22 Йомарт игелектән сығып, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерҙе, һәм ул артабан да беҙҙе кисереп торорға әҙер. Әйҙәгеҙ, Аллаға рәхмәтле булып, башҡалар әллә ни етди булмаған гонаһ тип иҫәпләгән эштәр ҡылыу теләгенән ҡотолорға тырышайыҡ. Павел, беҙҙе көткән бүләккә иғтибар итеп, былай тигән: «Әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы — мәңгелек тормош» (Рим. 6:22).

a Ғибрәтле һүҙҙәр 14:5: «Тоғро шаһит ялғанламаҫ, ә ялған шаһит һүҙ һайын алдай».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу