Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp17 № 6 8—9 бб.
  • Хаталарға нисек ҡарарға?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Хаталарға нисек ҡарарға?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ХАТАЛАРҒА АЛЛАНЫҢ ҺӘМ КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҠАРАШЫ
  • ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҺӘМ БАШҠАЛАРҘЫҢ ХАТАЛАРЫ
  • БЕҘГӘ ӘҘЕРӘК ХАТАЛАНЫРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТӘСӘК?
  • ДӨРӨҪ ҠАРАШ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ
  • Мин хаталарымды таныйыммы?
    Йәштәрҙең 10 һорауына яуаптар
  • Хаталарыңдан һабаҡ алаһыңмы?
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
  • Үҙ хаталарыңдан һабаҡ ал
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2017
  • Алланың күңелен табып буламы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
wp17 № 6 8—9 бб.
Маргарет ғаиләһе менән өҫтәл артында

Хаталарға нисек ҡарарға?

Дон һәм Маргаретҡаa үҙ ғаиләһе менән ҡыҙы ҡунаҡҡа килгән. Ғүмере буйы ашнаҡсы булып эшләгән Маргарет уларҙы ейәндәренең иң яратҡан ашамлығы — макарон һәм сырлы соус менән һыйларға булған.

Бөтә ғаилә өҫтәл артына йыйылғас, Маргарет әҙерләгән ашамлығын өҫтәлгә ҡуйған. Ҡапҡасты асып ебәреү менән барыһы ла аптырап ҡалған. Һауытта сырлы эҫе соус ҡына булған. Маргарет иң мөһимен — макаронды һалырға онотҡан!

Һәр кем тәжрибәһенә һәм йәшенә ҡарамаҫтан яңылыша. Кеше уйламайынса әйтергә, ваҡытһыҙ эшләргә йә нимәнелер абайламай ҡалырға мөмкин. Ни өсөн кешеләр хаталана? Хаталарға ҡарашыбыҙ ниндәй булырға тейеш? Хатаһыҙ йәшәп буламы? Был һорауҙарға яуап табыр өсөн, хаталарға дөрөҫ ҡарарға өйрәнергә кәрәк.

ХАТАЛАРҒА АЛЛАНЫҢ ҺӘМ КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҠАРАШЫ

Эйе, нимәнелер дөрөҫ эшләгәнебеҙ өсөн маҡтау һүҙҙәре ишетеү беҙгә бик оҡшай. Әммә яңылышһаҡ, һәм хатта башҡалар быны күрмәһә лә, беҙ хатабыҙҙы танырға әҙерме? Бының өсөн баҫалҡы булырға кәрәк.

Үҙебеҙҙе әллә кемгә ҡуйһаҡ, беҙ хатабыҙҙы кәметергә, ғәйепте башҡа кешегә ауҙарырға йә хатта яңылышҡаныбыҙҙы кире ҡағырға тырышырға мөмкин. Ундай тәртип хәлде киҫкенләштерә генә. Проблема хәл ителмәҫкә, һәм, унан да бигерәк, кеше нахаҡҡа ғәйепләнергә мөмкин. Бөгөн хатабыҙҙың эҙемтәләренән берәй нисек ҡасһаҡ та, һөҙөмтәлә һәр беребеҙ «үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ» икәнен иҫтә тоторға тейеш (Римдарға 14:12).

Хаталарға дөрөҫ ҡараш тураһында әйткәндә, Алла яҡшы үрнәк күрһәтә. Зәбур китабында, Алла «шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан», ул «бер ҡасан да ғәйеп эҙләп тормаҫ, асыу ҙа мәңге һаҡламаҫ», тип әйтелә. Ул кешеләрҙең камил түгеллеген белә һәм йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы иҫәпкә ала, «беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (Зәбур 103:8, 9, 14).

Бынан тыш, ҡайғыртыусан атай булараҡ, Алла хаталарға үҙе һымаҡ ҡарауыбыҙҙы теләй (Зәбур 130:3). Беҙгә үҙ хаталарыбыҙға һәм башҡаларҙың хаталарына дөрөҫ ҡарарға нимә ярҙам итәсәк? Изге Яҙмала быға ҡағылышлы күп кәңәштәр бар.

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҺӘМ БАШҠАЛАРҘЫҢ ХАТАЛАРЫ

Яңылышҡанда, аҡланыр өсөн йә башҡаларға үҙ ғәйебен ауҙарыр өсөн, кешенең күп ваҡыты һәм көсө китә. Әгәр берәйһен яңылыш рәнйетһәгеҙ, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен ҡайтарыр өсөн, ғәфү үтенергә һәм хатаны төҙәтергә кәрәк. Бәлки, яңылыш эш итеүегеҙ арҡаһында үҙегеҙҙең йә башҡаларҙың ҡыйынлыҡтары тыуғандыр. Ундай саҡта үҙегеҙҙе әрләп ултырыу йә башҡаларҙы ғәйепләү урынына, тыуған хәлде яйға һалыу өсөн, көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ. Үҙегеҙҙең ғәйепһеҙ икәнегеҙҙе раҫларға тырышыу проблеманы хәл итмәҫ, ә ҡатмарлаштырыр ғына. Хатаны төҙәтеп, унан фәһем алығыҙ һәм алға барығыҙ.

Ә башҡалар хаталанғанда, беҙ уларҙы шунда уҡ ғәйепләргә һәм тәнҡитләргә әүәҫ. Әммә Ғайса пәйғәмбәрҙең кәңәше буйынса эш итеү күпкә яҡшыраҡ. Ул былай тигән: «Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ» (Матфей 7:12). Һеҙ хатта етди булмаған хата яһағанда ла, һис шикһеҙ башҡаларҙың үҙегеҙҙе аңлауын һәм хатағыҙға күҙ йомоуын теләр инегеҙ. Шулай икән, ни өсөн башҡаларға ла шундай уҡ игелек күрһәтмәҫкә? (Ефестарға 4:32)

БЕҘГӘ ӘҘЕРӘК ХАТАЛАНЫРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТӘСӘК?

Бер һүҙлектә әйтелеүенсә, хата — ул «дөрөҫ булмаған ҡараштың, белем етмәүҙең һәм иғтибарһыҙ булыуҙың һөҙөмтәһе». Әлбиттә, һәр беребеҙ шул сәбәптәр арҡаһында ваҡыт-ваҡыт хаталана. Әммә хаталарҙы мөмкин тиклем кәметергә була. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан был йәһәттән ярҙам итә алған бер нисә принципты ҡарап сығайыҡ.

Был принциптарҙың береһе Ғибрәтле һүҙҙәр 18:13-тә яҙылған: «Һүҙҙе тыңламайынса яуап биреү — ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ». Эйе, кешегә әйткән һүҙен һөйләп бөтөрөргә мөмкинлек бирһәк һәм уйлап яуап ҡайтарһаҡ, ашығыс һөҙөмтәләр яһауҙан һәм хистәргә бирелеп яуап ҡайтарыуҙан азат булырбыҙ. Кешене иғтибар менән тыңлау бик мөһим, сөнки был яңылыш фекерҙәргә килмәҫкә һәм хатанан ҡасырға ярҙам итә.

Тағы бер принципты ҡарап сығайыҡ. Инжилдә: «Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ», — тиелә (Римдарға 12:18). Башҡалар менән татыулыҡ һаҡлап, ярҙамсыл булырға тырышығыҙ. Кешеләр менән хеҙмәттәшлек иткәндә, иғтибарлы, итәғәтле булығыҙ, уларҙы маҡтағыҙ, ә кәрәк саҡта дәртләндереп ебәрегеҙ. Шундай мөхиттә кешене ғәфү итеү, уйламайынса әйтелгән һүҙгә йә эшләнгән эшкә иғтибар итмәү, ә етди фекер ҡаршылыҡтарын дуҫтарса яйға һалыу еңелерәк булыр.

Үҙ хаталарығыҙҙан фәһем алығыҙ. Аҡланырға тырышыу урынына яңылышыуҙарҙы кәрәкле сифаттар үҫтереү мөмкинлеге тип ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Бәлки, һеҙгә күберәк сабырлыҡ, игелек, тотанаҡлыҡ сағылдырырға өйрәнергә кәрәктер. Ә йомшаҡлыҡ, именлеккә ынтылыу, кешеләрҙе яратыу тураһында нимә әйтеп була? (Галаттарға 5:22, 23) Хата һөҙөмтәһендә нимәгәлер өйрәнеп, башҡаса уны ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ. Әлбиттә, хаталарға еңел ҡарарға ярамай, шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙеңде ашау ҙа дөрөҫ түгел. Юмор хисе лә көсөргәнешле хәлдән сығырға ярҙам итер.

ДӨРӨҪ ҠАРАШ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ

Хаталарға дөрөҫ ҡараш һаҡлау аҡыл менән эш итергә ярҙам итер. Шул саҡта беҙ күңел тыныслығына эйә булырбыҙ, башҡалар менән дә татыу ҡалырбыҙ. Хаталарыбыҙҙан фәһем алырға тырышһаҡ, зирәгерәк һәм яғымлыраҡ булып китербеҙ. Беҙ бөтә нәмәгә тик насар яҡтан ғына ҡарамаҫбыҙ һәм үҙебеҙҙе гел тәнҡитләп йөрөмәҫбеҙ. Башҡаларҙың да үҙ хаталары менән көрәшеүен иҫтә тотһаҡ, уларҙы аңлау еңелерәк булыр. Ә иң мөһиме, яратыу сағылдырыүҙа һәм ихлас күңелдән кисереүҙә беҙ Алланан үрнәк алырбыҙ (Колосстарға 3:13).

Өҫтә иҫкә алынған Маргареттың хатаһы ғаиләһенең кәйефен боҙғанмы? Һис тә юҡ. Был хәл барыһының да, айырыуса Маргареттың, күңелен күтәреп кенә ебәргән, һәм киске аш макаронһыҙ ҙа бик шәп үткән! Йылдар үткәс, ейәндәре яратҡан өләсәләрен йылы һүҙҙәр менән иҫкә төшөрөп, был осраҡты үҙ балаларына һөйләгән. Уйлап ҡараһаң, был бит ябай хата ғына булған!

a Исемдәр үҙгәртелгән.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу