Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w17 март 13—17 бб.
  • Иман сағылдырығыҙ һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Иман сағылдырығыҙ һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТМӘЙЕНСӘ ЙӘШӘП БУЛМАЙ
  • БАШҠАЛАР БЕҘҘЕҢ УРЫНҒА ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТЕРГӘ ТЕЙЕШМЕ?
  • ХИСТӘРГӘ БИРЕЛГӘНДӘ
  • ҠАРАРҘЫ ҮҘГӘРТЕРГӘ КӘРӘК БУЛҒАНДА
  • ҠАРАРҘАРЫҒЫҘ БУЙЫНСА ЭШ ИТЕГЕҘ
  • Аллаға дан килтерерлек ҡарарҙар ҡабул итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә 2011
  • «Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә 2006
  • Нисек яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Һеҙ нисек ҡарарҙар ҡабул итәһегеҙ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
w17 март 13—17 бб.
Йәһүәнән төшкән ут Ильястың яндырыу ҡорбанын йота

Иман сағылдырығыҙ һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итегеҙ

«Әммә һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын» (ЯҠ. 1:6).

ЙЫРҘАР: 54, 42

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ни өсөн ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәклеген таныу мөһим?

  • Ни өсөн башҡалар беҙҙең өсөн ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш түгел?

  • Ни өсөн ҡайһы саҡ инде ҡабул ителгән ҡарарҙы үҙгәртергә кәрәк?

1. Ни өсөн Ҡабил дөрөҫ булмаған ҡарар ҡабул иткән, һәм уның ҡарары ниндәй эҙемтәләргә килтергән?

ҠАБИЛ һайлау алдында торған. Уға гонаһлы теләктәрҙе йүгәнләргәме, әллә уларға бирелеп эш итергәме икәнен ҡарар итергә кәрәк булған. Ҡабил ниндәй генә ҡарар ҡабул итһә лә, ҡарарының эҙемтәләре уның артабанғы бөтөн тормошона йоғонто яһар ине. Белеүебеҙсә, ул аҡылһыҙ ҡарар ҡабул иткән. Уның ҡарары Аллаға тоғро булған ҡустыһы Һабилдың ғүмерен өҙгән. Ҡабилдың ҡарары шулай уҡ уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен емергән (Баш. 4:3—16).

2. Ни өсөн аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеү мөһим?

2 Беҙгә лә йыш ҡына ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Уларҙың бөтәһе лә йәшәү һәм үлем мәсьәләһе түгел. Ләкин күпселек ҡарарҙарыбыҙҙың эҙемтәләре тормошобоҙға тәрән йоғонто яһай ала. Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итһәк, сағыштырмаса тыныс һәм бәхетле тормош алып бара алырбыҙ. Юғиһә борсолоу, тәрән ҡәнәғәтһеҙлек кисерербеҙ һәм башҡалар менән мөнәсәбәттәребеҙҙе боҙорбоҙ (Ғиб. һүҙ. 14:8).

3. а) Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә теләһәк, беҙ кемгә һәм нимәгә ышанырға тейеш? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

3 Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам итер? Аллаға иман итеп, уның беҙгә аҡыллылыҡ сағылдырырға ярҙам итергә теләүенә һәм быны эшләй алыуына тулыһынса ышанырға кәрәк. Бынан тыш, Йәһүәнең Һүҙенә һәм уның кәңәштәренә таяныу, шулай уҡ Алла өйрәткәнсә эш итеү — иң яҡшы юл икәненә ышаныу бик мөһим. (Яҡуб 1:5—8-ҙе уҡығыҙ.) Аллаға яҡынлашып һәм уның Һүҙенә һөйөү үҫтереп, беҙ уның бөтә ҡарарҙарының да ғәҙел булыуына тағы ла нығыраҡ инанырбыҙ. Шулай итеп беҙ ҡарарҙар ҡабул итер алдынан тәүҙә Алла Һүҙендә кәңәш эҙләргә өйрәнербеҙ. Әммә ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтебеҙҙе нисек яҡшыртырға? Һәм беҙ һәр ваҡыт, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ҡабул иткән ҡарарыбыҙ буйынса эш итергә бурыслымы?

ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТМӘЙЕНСӘ ЙӘШӘП БУЛМАЙ

4. Әҙәм ниндәй һайлау алдында торған, һәм уның ҡарары ниндәй эҙемтәләргә килтергән?

4 Кешеләр барлыҡҡа килтерелгәндән бирле ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә тура килгән. Әҙәм үҙенең Барлыҡҡа килтереүсеһенә буйһонорғамы, әллә Һауаны тыңларғамы икәнен ҡарар итергә тейеш булған. Әҙәм үҙе һайлау яһаған, ләкин һеҙ уның ҡарары хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Алданған ҡатыны уны бөтөнләй дөрөҫ булмаған һайлау яһарға өндәгән. Аҡылһыҙ ҡарар ҡабул итеп, улар ожмахтан ҡыуылған һәм ахыр сиктә үлгән. Әммә хәл бының менән генә бөтмәгән. Беҙ һаман да Әҙәмдең аҡылһыҙ ҡарарының афәтле эҙемтәләре арҡаһында ғазап сигәбеҙ.

5. Беҙ ҡарарҙар ҡабул итеү кәрәклегенә нисек ҡарарға тейеш?

5 Ҡайһы берәүҙәр, ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк булмаһа, йәшәүе күпкә еңелерәк булыр ине, тип уйлай. Һеҙ бының менән ризамы? Белеүебеҙсә, Йәһүә кешеләрҙе фекер йөрөтә белмәгән һәм һайлау яһай алмаған роботтар итеп яратмаған. Изге Яҙма беҙҙе аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә. Йәһүә беҙҙең ҡарарҙар ҡабул итеүебеҙҙе теләй, һәм был беҙгә бер нисек тә зыян итмәй.

6, 7. Израилдәр ниндәй һайлау алдында торған, һәм ни өсөн уларға аҡыллы ҡарар ҡабул итеү шул тиклем ауыр булған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

6 Израилдәр Вәғәҙә ителгән ерҙә төпләнгәс, уларға, Йәһүәгә хеҙмәт итергәме, әллә башҡа илаһтарға табынырғамы икәнен һайлап, етди ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған. (Ешуа 24:15-те уҡығыҙa.) Был һайлау бик ябай булып күренә алһа ла, уға израилдәрҙең тормошо бәйле булған. Хөкөмсөләр көндәрендә израилдәр йыш ҡына аҡылһыҙ ҡарарҙар ҡабул иткән. Улар, Йәһүәне ҡалдырып, ялған илаһтарға табынған (Хөк. 2:3, 11—23). Һуңыраҡ Ильяс пәйғәмбәр израилдәргә шуны асыҡ итеп аңлатҡан: улар Йәһүәгә хеҙмәт итергәме, әллә ялған илаһ Ваалға табынырғамы икәнен һайларға тейеш булған (1 Бат. 18:21). Ильяс халыҡты икеләнеүсән булыуы өсөн шелтәләгән. Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң аҡыллы ҡарар икәнен белгәнгә, һеҙ, бәлки, израилдәргә һайлау яһау еңел булған, тип уйлайһығыҙҙыр. Ваалға табыныу аҡыллы кешене йәлеп итә алғанмы ни? Шулай ҙа израилдәр, «ике төрлө фекер йөрөтөп, аҡһап» йөрөгән. Ильяс уларҙы Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙы һайларға өндәгән, сөнки был башҡа илаһтарға табыныуға ҡарағанда сағыштырғыһыҙ яҡшыраҡ булған.

7 Улайһа, ни өсөн израилдәргә аҡыллы ҡарар ҡабул итеү шул тиклем ауыр булған һуң? Беренсенән, улар Йәһүәгә бөтөнләй иман итмәй башлаған тиерлек һәм уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға теләмәгән. Улар Алла тураһында хаҡ белем алып зирәклек тупламаған. Өҫтәүенә, улар Йәһүәгә ышанмаған. Улар, белем алып, шул белем буйынса эш иткән булһа, был уларға дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер ине (Зәб. 25:12). Икенсенән, израилдәр башҡа халыҡтарҙың йоғонтоһона бирелгән, унан да бигерәк уларға үҙҙәре урынына ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт иткән. Йәһүәгә табынмаған был халыҡтар израилдәрҙең фекер йөрөтөүенә тәьҫир иткән, һөҙөмтәлә израилдәр мәжүсиҙәр үрнәгенә эйәргән. Быға тиклем күпкә элек Йәһүә үҙ халҡын был хаҡта киҫәткән булған (Сығ. 23:2).

БАШҠАЛАР БЕҘҘЕҢ УРЫНҒА ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТЕРГӘ ТЕЙЕШМЕ?

8. Беҙ Израиль халҡының тарихынан ниндәй мөһим һабаҡ алабыҙ?

8 Өҫтә килтерелгән миҫалдар беҙгә бер мөһим һабаҡ бирә: һәр беребеҙ үҙе ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш, ә быны дөрөҫ эшләр өсөн Изге Яҙманан тәрән белем алырға кәрәк. Галаттарға 6:5-тә былай тиелә: «Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш». Беҙ үҙ өҫтөбөҙҙә ятҡан ҡарарҙар ҡабул итеү яуаплылығын башҡаларға йөкмәтергә тейеш түгел. Бының урынына, беҙгә, Алланың нимәне дөрөҫ тип һанауын белеп, белгәндәребеҙ буйынса эш итергә кәрәк.

9. Ни өсөн башҡаларға беҙҙең урынға ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт итеү ҡурҡыныс булырға мөмкин?

9 Беҙ башҡаларға үҙебеҙ урынына ҡарарҙар ҡабул итергә нисек рөхсәт итә алабыҙ? Башҡа кешеләрҙең йоғонтоһона бирелеп, беҙ насар һайлау яһарға мөмкин (Ғиб. һүҙ. 1:10, 15). Әммә, кешеләр беҙгә нисек кенә баҫым яһамаһын, ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы булып ҡалабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең Изге Яҙма буйынса тәрбиәләнгән выжданыбыҙ ҡушҡанса эш итергә тейеш. Йыш ҡына, башҡаларға үҙебеҙ урынына һайлау яһарға рөхсәт итһәк, беҙ, асылда, «уларға эйәрергә» ҡарар итәбеҙ. Тимәк, беҙ барыбер үҙебеҙ һайлау яһайбыҙ, әммә был һайлау бәләгә килтерә ала.

10. Павел галаттарҙы нимә тураһында киҫәткән?

10 Илсе Павел галаттарҙы башҡаларға үҙҙәре урынына ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт итеү ни тиклем ҡурҡыныс икәне тураһында киҫәткән. (Галаттарға 4:17-не уҡығыҙ.) Йыйылыштың ҡайһы бер ағзалары, башҡалар урынына ҡарарҙар ҡабул итеп, уларҙы илселәрҙән айырырға маташҡан. Ни өсөн? Үҙ-үҙҙәрен генә яратҡан был мәсихселәр күренекле урын биләргә ынтылған. Улар тәртиплелек сиктәренән сыҡҡан һәм башҡа мәсихселәрҙең ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғын хөрмәт итмәгән.

11. Беҙ башҡа кешегә берәй ҡарар ҡабул итергә нисек ярҙам итә алабыҙ?

11 Павел башҡа кешеләрҙең ихтыяр иркен хөрмәт итеүҙә яҡшы өлгө ҡалдырған. (2 Коринфтарға 1:24-те уҡығыҙ.) Бөгөн өлкәндәр, шәхси һайлауға бәйле һорауҙар буйынса кәңәштәр биргәндә, Павелдан өлгө алырға тейеш. Улар Изге Яҙмаға нигеҙләнгән фекерҙәрҙе башҡа мәсихселәр менән шатланып уртаҡлаша. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр башҡаларға үҙ ҡараштарын таҡмай, ә уларға үҙҙәренә һайлау яһарға мөмкинлек бирә. Һәм был дөрөҫ тә, сөнки һәр кеше ҡарарының эҙемтәләре өсөн үҙе яуаплы. Шулай итеп, беҙ, башҡаларға ярҙам иткәндә, уларҙың иғтибарын Изге Яҙмалағы принциптарға һәм кәңәштәргә йүнәлтә алабыҙ. Әммә һәр кешенең ҡарарҙар ҡабул итергә хоҡуғы бар, һәм ул ҡарары өсөн үҙе яуаплы. Ул, аҡыллы ҡарар ҡабул итһә, яҡшы емештәр урыр. Тимәк, беҙгә, башҡа ҡәрҙәштәр урынына ҡарарҙар ҡабул итергә хаҡлымын, тигән уйҙан һаҡланырға кәрәк.

Апай-ҡәрҙәш, медицина документы тотоп, өлкән янына килгән; өлкән уның менән кәрәкле мәғлүмәтте ҡарап сыға; һуңыраҡ апай-ҡәрҙәш документты тултыра

Өлкәндәр яратыу менән мәсихселәргә үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

ХИСТӘРГӘ БИРЕЛГӘНДӘ

12, 13. Ни өсөн асыуланғанда йә төшөнкөлөккә бирелгәндә йөрәкте тыңлап эш итеү бик ҡурҡыныс?

12 Күп кеше «йөрәгеңде тыңла» тигән принцип буйынса йәшәй. Ләкин шулай эш итеү бик ҡурҡыныс, был принцип ниндәйҙер дәрәжәлә Изге Яҙмаға ҡаршы килә. Изге Яҙма беҙҙе камилһыҙ йөрәкте тыңлап йә хистәргә бирелеп ҡарар ҡабул итеүҙән киҫәтә (Ғиб. һүҙ. 28:26). Унда яҙылған миҫалдар йөрәкте тыңлап эш итеүҙең ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтергәнен һүрәтләй. Төп проблема камил булмаған кешенең йөрәге «дыуамал һәм бар нәмәнән дә мәкерлерәк» булыуында (Ирем. 3:17; 13:10; 17:9; 1 Бат. 11:9). Йөрәгебеҙҙе тыңлап йәшәһәк, был нимәгә килтерергә мөмкин?

13 Йөрәк Аллаға хеҙмәт итеүҙә мөһим роль уйнай, сөнки беҙ Йәһүәне бөтә йөрәгебеҙ менән яратырға һәм яҡыныбыҙҙы үҙ-үҙебеҙҙе яратҡан кеүек яратырға тейеш (Матф. 22:37—39). Әммә үткән абзацта килтерелгән Изге Яҙма шиғырҙарынан күренеүенсә, хис-тойғоларҙың фекер йөрөтөүебеҙгә һәм эштәребеҙгә тәьҫир итеүе бик ҡурҡыныс. Мәҫәлән, асыуланған саҡта ҡарар ҡабул итеү нимәгә килтерә ала? Элек шулай эш иткән булһағыҙ, был һорауға еңел генә яуап бирерһегеҙ (Ғиб. һүҙ. 14:17; 29:22). Ә төшөнкөлөккә бирелгән саҡта дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп булырмы? (Һан. 32:6—12; Ғиб. һүҙ. 24:10). Изге Яҙма буйынса, «Алла ҡанунына... хеҙмәт» итеү аҡыллы икәнен онотмағыҙ (Рим. 7:25). Шуныһы ап-асыҡ: хистәргә бирелеп мөһим ҡарарҙар ҡабул итһәк, был ҡарарҙар, моғайын, дөрөҫ булмаҫ.

ҠАРАРҘЫ ҮҘГӘРТЕРГӘ КӘРӘК БУЛҒАНДА

14. Ҡайһы саҡ ҡарарҙы үҙгәртергә кәрәк булыуы нимәнән күренә?

14 Беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Әммә был, беҙ инде ҡабул иткән ҡарарҙы үҙгәртергә тейеш түгел, тигәнде аңлатмай. Ҡайһы саҡ ҡарарҙы яңынан ҡарап сығырға һәм, бәлки, уны үҙгәртергә кәрәк булыр. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең Юныс көндәрендә Ниневия кешеләре менән нисек эш иткәненә иғтибар итәйек. Изге Яҙмала былай тиелә: «Уларҙың эштәрен, яуыз юлдарын ҡалдырғандарын күргәс, Алла уларға бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтты һәм бәлә ебәрмәне» (Юныс 3:10). Ниневия кешеләренең тәүбә итеүен һәм үҙгәреүен күргәс, Йәһүә үҙ ҡарарын үҙгәрткән. Шулай эшләп, ул аҡыллылыҡ, баҫалҡылыҡ һәм мәрхәмәт сағылдырған. Бынан тыш, күп кешеләрҙән айырмалы рәүештә, Алла ярһыған саҡта ҡарарҙар ҡабул итмәй.

15. Ҡарарыбыҙҙы үҙгәртергә беҙҙе нимә этәрергә мөмкин?

15 Ниндәй осраҡта ҡарарҙы яңынан ҡарап сығыу йә уны үҙгәртеү яҡшы булыр ине? Мәҫәлән, ҙур әһәмиәткә эйә булған шарттар үҙгәргән саҡта. Ошо сәбәпле Йәһүә лә ваҡыт-ваҡыт ҡарарҙарын үҙгәрткән (1 Бат. 21:20, 21, 27—29; 2 Бат. 20:1—5). Йә ниндәйҙер яңы мәғлүмәт ҡарарыбыҙҙы үҙгәртер өсөн етди сәбәп булырға мөмкин. Дауыт батша, Саулдың ейәне Мемфивосфей хаҡында ялған хәбәр ишетеп, бер ҡарар ҡабул иткән. Һуңыраҡ, хәл асыҡланғас, ул үҙ ҡарарын бер аҙ үҙгәрткән (2 Сам. 16:3, 4; 19:24—29). Кәрәк саҡта шулай уҡ эш итһәк, зирәклек сағылдырырбыҙ.

16. а) Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә беҙгә нимә ярҙам итер? б) Инде ҡабул ителгән ҡарарҙарға нисек ҡарарға кәрәк һәм ни өсөн?

16 Алла Һүҙе беҙгә, мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә, ашыҡмаҫҡа кәңәш итә (Ғиб. һүҙ. 21:5). Ҡарарға ҡағылышлы бөтә факттарҙы ла тикшереп сығыр өсөн ваҡыт бүлһәк, беҙ, моғайын, дөрөҫ ҡарар ҡабул итербеҙ (1 Фес. 5:21). Ҡарар ҡабул итер алдынан, ғаилә башлығына Изге Яҙмала һәм баҫмаларыбыҙҙа был турала нимә әйтелә икәнен тикшерер өсөн ваҡыт бүлергә, шулай уҡ ғаиләнең башҡа ағзаларының фекерен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Иҫегеҙҙәлер, Йәһүә Ибраһимға ҡатынының һүҙенә ҡолаҡ һалырға ҡушҡан (Баш. 21:9—12). Өлкәндәр ҙә тикшереү үткәрер өсөн ваҡыт бүлергә тейеш. Аҡыллы һәм тыйнаҡ өлкәндәр, һорауға ҡағылышлы яңы, мөһим мәғлүмәт алып, инде ҡабул ителгән ҡарарҙы үҙгәртергә кәрәк икәнен аңлаһалар, үҙ абруйы өсөн ҡурҡмаҫтар. Кәрәк саҡта улар үҙ ҡарашын һәм ҡабул иткән ҡарарын үҙгәртергә әҙер булырға тейеш. Беҙҙең бөтәбеҙгә лә шулай эш итергә кәрәк. Бының ярҙамында йыйылышта тыныслыҡ һәм тәртип хөкөм һөрөр (Ғәм. 6:1—4).

ҠАРАРҘАРЫҒЫҘ БУЙЫНСА ЭШ ИТЕГЕҘ

17. Ҡарарҙар ҡабул итеүҙә уңышлы булырға беҙгә нимә ярҙам итә ала?

17 Ҡайһы бер ҡарарҙар башҡаларға ҡарағанда етдиерәк. Шундай ҡарарҙарҙы ентекләберәк ҡарап сығырға һәм улар хаҡында Аллаға ҡат-ҡат доға ҡылырға кәрәк, ә бының өсөн ваҡыт талап ителергә мөмкин. Ҡайһы бер мәсихселәргә, никахҡа инергәме, юҡмы йәки тормош иптәше итеп кемде һайларға, тигән һорауҙарҙы хәл итергә кәрәк. Күп фатихалар килтерә алған тағы бер етди ҡарар: тулы ваҡытлы хеҙмәтте ҡасан һәм нисек башларға? Был һорауҙарҙа Йәһүәгә таянырға һәм уның беҙгә аҡыллы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итеренә ышанырға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 1:5). Шунлыҡтан иң яҡшы кәңәштәр сығанағы булған китапҡа — Изге Яҙмаға мөрәжәғәт итеү һәм доға ҡылып Йәһүәнән күрһәтмәләр эҙләү үтә мөһим. Шуны ла онотмағыҙ: үҙенең ихтыярына ярашлы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер өсөн, Йәһүә беҙгә кәрәкле сифаттар бирә ала. Үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: был ҡарар минең Йәһүәне яратыуымды иҫбатлармы? Ғаиләмдең татыу һәм шатлыҡлы булыуына өлөш индерерме? Минең сабырлыҡ һәм игелек сағылдырыуымды күрһәтерме?

18. Ни өсөн Йәһүә беҙҙең үҙебеҙҙең һайлау яһауыбыҙҙы көтә?

18 Йәһүә беҙҙе үҙен яратырға һәм үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итмәй. Быны беҙ үҙебеҙ һайлайбыҙ. Алла беҙгә ихтыяр ирке бүләк иткән, һәм ул беҙҙең уға хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен һайлау хоҡуғыбыҙҙы хөрмәт итә (Еш. 24:15; Вәғ. 5:4). Әммә ул беҙҙән уның кәңәштәренә нигеҙләнеп ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ буйынса эш итеүебеҙҙе көтә. Алла өйрәткәнсә эш итеү — иң яҡшы юл икәненә ышанһаҡ һәм уның яратыу менән биргән принциптарына таянһаҡ, беҙ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ һәм бар юлдарыбыҙҙа ла ныҡ торорбоҙ (Яҡ. 1:5—8; 4:8).

a Ешуа 24:15: «Ләкин Йәһүәгә хеҙмәт итеү күңелегеҙгә оҡшамаһа, үҙегеҙ өсөн кемгә хеҙмәт итергә икәнен бөгөн һайлағыҙ. Бөйөк йылғаның теге яғында ата-бабаларығыҙ хеҙмәт иткән илаһтарға йә үҙегеҙ йәшәгән ерҙәге әмөриҙәр илаһтарына хеҙмәт итерһегеҙме — үҙегеҙ һайлағыҙ. Ә мин һәм минең йортом — беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итәсәкбеҙ».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу