Изге Яҙма бөгөн дә ҡулланырлыҡмы?
КЕМДЕР «ЮҠ» ТИП ӘЙТЕР. Бер табиптың һүҙҙәре буйынса, Изге Яҙманы тормошта ҡулланма итеп алыу химияны 1920-се йылдарҙағы дәреслек буйынса уҡытыуға тиң. Изге Яҙманы һанға һуҡмаусылар, бәлки, шундай һорау бирер: «Һеҙ боронғо компьютерҙың ҡулланмаһын заманса электрон яйланма өсөн файҙаланыр инегеҙме?» Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙманы бөтөнләй иҫкергән китап тип һанай.
Бөгөн, заман технологиялары ныҡлы үҫешкән мәлдә, кәңәш табыу өсөн был боронғо китапҡа мөрәжәғәт итеү аҡыллы булыр инеме? Бихисап веб-сайттарҙа һәм блогтарҙа ниндәй генә кәңәштәр юҡ бит! Телевизор аша абруйлы белгестәр, психологтар һәм төрлө эксперттар, бер-береһен уҙҙырып, беҙгә аҡыл өйрәтә. Шулай уҡ китап магазиндары ла авторҙарға миллиардлаған табыш килтергән үҙөйрәткестәр менән шығырым тулы.
Бөгөн мәғлүмәтте шулай еңел табып була икән, ни өсөн Изге Яҙмаға — 2000 йыл элек тиерлек яҙылған китапҡа — мөрәжәғәт итергә кәрәк һуң? Скептиктар уйлауынса, Изге Яҙманы ҡулланыу иҫкергән дәреслек йә боронғо компьютерҙың ҡулланмаһы менән файҙаланыуға тиң. Бәлки, улар хаҡлылыр? Әммә улай фекер йөрөтөү дөрөҫ түгел. Фән һәм технологиялар бик тиҙ үҙгәрә, кеше тәбиғәте иһә шул килеш ҡала. Кешеләр һаман да тормош мәғәнәһен эҙләй, һаман да бәхетле булырға, именлектә йәшәргә, ныҡлы ғаилә булдырырға һәм тоғро дуҫтар табырға теләй.
Күп быуаттар элек яҙылған булһа ла, Изге Яҙма бөтә был маҡсаттарға ирешергә ярҙам итә. Бынан тыш, Изге Яҙманың үҙендә, бөтә Яҙма Барлыҡҡа килтереүсебеҙ тарафынан рухландырылған, тиелә. Өҫтәүенә, Изге Яҙма тормоштағы һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә (2 Тимофейға 3:16, 17). Ә иң мөһиме, уның үҙендә әйтелгәнсә, ундағы кәңәштәр һәр заманда ла ҡулланырлыҡ, һәм улар бер ҡасан да иҫкермәй! Инжилдә: «Алла һүҙе тере», — тип әйтелә (Еврейҙарға 4:12).
Изге Яҙма хаҡындағы был һүҙҙәргә ышанып буламы? Ул «артта ҡалған» китапмы йә ҡасан да булһа яҙылған китаптарҙың иң замансаһы һәм иң файҙалыһы булып ҡаламы? Был брошюра ошо һорауҙарға яуап табырға ярҙам итеү маҡсатында яҙылған.