Инеш һүҙҙәр
АЛЛА БЕҘҘЕ ЯРАТАМЫ?
Тәбиғәт афәттәре булғанда, үлем йәки ғазаптар менән осрашҡанда, быны Алла күрәме, әллә уға барыберме, тигән уй тыуырға мөмкин. Инжилдә былай тиелә:
«Раббының күҙҙәре тәҡүә кешеләргә, ҡолаҡтары уларҙың доғаһына йүнәлгән, әммә Раббының йөҙө яманлыҡ ҡылыусыларға ҡаршы тора» (1 Петр 3:12).
Был брошюранан Алла беҙгә нисек ярҙам итә икәне һәм уның ғазаптарҙы нисек бөтөрәсәге хаҡында белерһегеҙ.