Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp18 № 3 12 б.
  • Быға кем ғәйепле?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Быға кем ғәйепле?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ни өсөн донъяла яуызлыҡ шул тиклем күп?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Изге яҙмала нимә әйтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Ни өсөн донъяла яуызлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт күп?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Алланың дошмандары. Кемдәр улар?
    Һин Алланың дуҫы була алаһың!
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
wp18 № 3 12 б.
Автомобиль катастрофаһы булған ерҙә ҡотҡарыу бригадаһы эшләй

Быға кем ғәйепле?

Ғазаптарыбыҙҙа Алла ғәйепле түгел икән, ул саҡта ни өсөн шул тиклем күп кеше аслыҡтан, ярлылыҡтан, һуғыштарҙан, ауырыуҙарҙан һәм тәбиғәт афәттәренән интегә? Изге Яҙма төп өс сәбәп килтерә.

  1. Эгоизм, ҡомһоҙлоҡ һәм нәфрәт. Вәғәзсе 8:9-ҙа былай тиелә: «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына килтерә». Йыш ҡына кешеләр башҡаларҙың эгоизмы, аяуһыҙлығы һәм камил булмауы арҡаһында ғазаплана.

  2. Көтөлмәгән һәм осраҡлы хәлдәр. Ғазаптарҙың икенсе сәбәбе — «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә» эләгеү (Вәғәзсе 9:11). Был шуны аңлата: кешеләр ҡайһы берҙә тейешһеҙ ваҡытта, тейешһеҙ урында булырға мөмкин. Кеше төрлө хәлдәрҙең бер-береһенә тура килеүе йә кемдеңдер иғтибарһыҙлығы, хатаһы арҡаһында ауыр хәлгә эләгергә мөмкин.

  3. Был донъяның хакимы. Инжилдә ғазаптарҙың төп сәбәбе тураһында ап-асыҡ әйтелә: «Бөтөн донъя Яуыздың хакимлығы аҫтында тора» (1 Яхъя 5:19). Яуыз — ул Шайтан Иблис. Ул ҡасандыр көслө рухи зат, Алланың фәрештәһе булған, әммә «хәҡиҡәттән тайпылған» (Яхъя 8:44). Шайтанға ҡайһы бер фәрештәләр ҙә эйәргән, һәм үҙҙәренең эгоистик теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн, улар ҙа Аллаға ҡаршы сыҡҡан. Шулай итеп улар ендәр булып киткән (Башланмыш 6:1—5). Шунан бирле Шайтан һәм ендәр бар донъяны үҙҙәренең көслө һәм рәхимһеҙ ҡулдарында тотоп тора. Уларҙың яуызлығы айырыуса беҙҙең көндәрҙә ныҡ һиҙелә. Иблис ныҡ ярһыған. Ул кешеләргә күп ҡайғы килтерә, «бөтөн донъяны» алдай (Асылыш 12:9, 12). Эйе, Шайтан — аяуһыҙ хаким. Кешеләрҙең интегеүен күҙәтеү уға бик оҡшай. Ҡайғыларыбыҙҙа һәм ғазаптарыбыҙҙа Алла түгел, ә тап Шайтан ғәйепле.

УЙЛАП ҠАРАҒЫҘ: тик мәрхәмәтһеҙ, аяуһыҙ, ҡаты бәғерле шәхес кенә ғәйепһеҙ кешеләрҙе ғазапларға һәләтле. Ә Алла хаҡында иһә Инжилдә: «Алла — мөхәббәт ул»,— тип яҙылған (1 Яхъя 4:8). Эйе, мөхәббәт — Йәһүәнең төп сифаты. Шуға күрә «Алла өсөн яуызлыҡ ҡылыу, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе өсөн яманлыҡ эшләү аҡылға һыймаҫлыҡ хәл!» (Әйүп 34:10).

Ул саҡта бындай һорау тыуа: «Тағын күпме Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла мәрхәмәтһеҙ Шайтанға идара итергә рөхсәт итер?». Белеүебеҙсә, Алла яуызлыҡты нәфрәт итә, һәм ғазаптарыбыҙ уға әрнеү килтерә. Бынан тыш, Инжилдә былай тиелә: «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7). Йәһүә беҙҙе ярата! Ғазаптарҙы, ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә уның ҡөҙрәте бар. Был турала киләһе мәҡәләнән күберәк белерһегеҙ.a

a Ни өсөн ғазаптарҙың шул тиклем күп икәне тураһында күберәк белер өсөн, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 26-сы дәресен ҡарағыҙ. Ул Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, һәм уны бушлай www.jw.org сайтынан күсереп алырға була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу