Һеҙ Йәһүәнең фекерҙәрен үҙләштерәһегеҙме?
«Зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ» (РИМ. 12:2).
1, 2. Йәһүәгә яҡынлашҡан һайын, беҙ нимә эшләргә өйрәнәбеҙ? Миҫал килтерегеҙ.
КҮҘ алдына килтерегеҙ: бер кеше бәләкәй балаға бүләк бирә. Ата-әсәһе балаға: «Рәхмәт әйт», — ти. Бала быны ата-әсәһе ҡушҡанға эшләй. Әммә үҫкәс, ул ата-әсәһенең ни өсөн рәхмәтле булыуҙы мөһим тип һанағанын аңлай башлай. Ахыр сиктә, башҡалар игелек сағылдырғанда, ул үҙе уларға рәхмәт әйтергә теләй, сөнки рәхмәтле булырға өйрәнгән.
2 Шуның шикелле, Йәһүә тураһында белем ала башлағас, беҙ уның төп әмерҙәренә буйһоноуҙың мөһимлеген аңланыҡ. Әммә Йәһүәгә яҡынлашҡан һайын, беҙ уның фекер йөрөтөү рәүеше хаҡында — уға нимә оҡшай, ә нимә оҡшамай, уның төрлө нәмәләргә нисек ҡарай икәне хаҡында күберәк белә башланыҡ. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә йә ниндәйҙер эштәр башҡарғанда Йәһүәнең ҡараштарын иҫәпкә алып, беҙ уның фекерҙәрен үҙләштерәбеҙ.
3. Ни өсөн Йәһүәнең ҡараштарын үҙләштереү ауыр булырға мөмкин?
3 Беҙгә Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнеүе оҡшаһа ла, ҡайһы саҡта гонаһлы булыу беҙгә ҡамасауларға мөмкин. Мәҫәлән, беҙ Йәһүәнең енси әхлаҡһыҙлыҡҡа, материализмға, ҡан ҡулланыуға, вәғәз эшенә һәм башҡа һорауҙарға нисек ҡарауын беләбеҙ. Әммә беҙгә уның ни өсөн шундай ҡарашта булыуын аңлауы еңел булмаҫҡа мөмкин. Улайһа, фекер йөрөтөүебеҙ Йәһүәнекенә тағы ла нығыраҡ оҡшай барһын өсөн нимә эшләп була? Был беҙгә нисек хәҙер һәм киләсәктә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер?
ЙӘҺҮӘНЕҢ ФЕКЕРҘӘРЕН НИСЕК ҮҘЛӘШТЕРЕРГӘ?
4. Зиһенде нисек яңыртып була?
4 Римдарға 12:2-не уҡығыҙ. Был өҙөктә илсе Павел Йәһүәнең ҡараштарын үҙләштерер өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, беҙ бүтән «был донъяның йәшәү рәүешенә» яраҡлашырға, йәғни донъялағы идеялар һәм ҡараштар йоғонтоһона бирелергә тейеш түгел. Әммә Павел шулай уҡ зиһенебеҙҙе яңыртырға кәрәклеге тураһында ла әйткән. Бының өсөн Алланың Һүҙен өйрәнергә, уның фекерҙәренә төшөнөргә, улар хаҡында уйланырға һәм Алланың ҡараштарын үҙләштерер өсөн күп көс һалырға кәрәк.
5. Өйрәнеү үҙ эсенә нимәне ала?
5 Шәхси өйрәнеү мәғлүмәтте тиҙ генә уҡып сығыу йә материалға килтерелгән һорауҙарға яуаптар табыу ғына түгел. Өйрәнеү үткәргәндә, беҙ Йәһүәнең шәхесе, уның нисек эш итеүе һәм фекер йөрөтөү рәүеше тураһында уйланабыҙ. Беҙ Йәһүәнең ни өсөн нимәлер эшләргә ҡушҡанын, ә нимәнелер хупламағанын аңларға тырышабыҙ. Беҙ шулай уҡ, белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланыр өсөн, йәшәү рәүешебеҙҙә һәм фекер йөрөтөүебеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр яһап булғаны тураһында уйланабыҙ. Әлбиттә, һәр өйрәнеүҙә бөтә был яҡтарҙы ҡарап сығып булмай, әммә өйрәнеүгә бүленгән ваҡыттың яртыһын булһа ла тәрән уйланыуға сарыф итеү яҡшы булыр ине (Зәб. 119:97; 1 Тим. 4:15).
6. Алла Һүҙе өҫтөндә уйланыу ниндәй үҙгәрештәргә килтерә?
6 Алла Һүҙе өҫтөндә даими уйланыу иҫ киткес үҙгәрештәргә килтерә. Беҙ Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүеше камил икәненә инанабыҙ. Уйланғанда, беҙ уның ҡараштарын яҡшыраҡ аңлай башлайбыҙ һәм ахыр сиктә улар менән ризалашабыҙ. Шулай итеп беҙ зиһенебеҙҙе яңыртабыҙ, башҡаса фекер йөрөтә башлайбыҙ һәм әкренләп Йәһүәнең фекерҙәрен үҙләштерәбеҙ.
УЙҘАР ЭШТӘРГӘ ТӘЬҪИР ИТӘ
7, 8. а) Йәһүә матди нәмәләргә нисек ҡарай? (Мәҡәлә башындағы рәсемдәрҙе ҡарағыҙ.) б) Матди нәмәләргә Йәһүә кеүек ҡараһаҡ, беҙҙең өсөн нимә иң мөһиме буласаҡ?
7 Уйҙар хистәребеҙгә генә түгел, ә шулай уҡ эштәребеҙгә лә тәьҫир итә (Марк 7:21—23; Яҡ. 2:17). Быны яҡшыраҡ аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, бер нисә миҫалға иғтибар итәйек. Мәҫәлән, Ғайса Мәсихтең тыуыуын тасуирлаған өҙөктән Йәһүәнең матди нәмәләргә нисек ҡарауын белеп була. Йософ менән Мәрйәм бай булмаһалар ҙа, Алла үҙенең Улын тәрбиәләү өсөн уларҙы һайлаған (Лев. 12:8; Лука 2:24). Ғайса тыуғас, Мәрйәм уны, «йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған» (Лука 2:7). Әгәр Йәһүә теләгән булһа, ул Ғайсаның күпкә уңайлыраҡ урында тыуыуын хәстәрләй алыр ине. Әммә Йәһүә өсөн Ғайсаның рухи нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйған ғаиләлә үҫеүе иң мөһиме булған.
8 Ғайсаның тыуыуын тасуирлаған өҙөк Йәһүәнең матди нәмәләргә нисек ҡарауын аса. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының иң яҡшы матди әйберҙәргә эйә булыуын теләй. Хатта бының арҡаһында балаларының Йәһүә менән мөнәсәбәттәре зыян күрһә лә, улар барыбер быға өлгәшергә тырыша. Әммә, белеүебеҙсә, Йәһүә беҙҙең менән дуҫлыҡты иң ҡәҙерле нәмә тип һанай. Һеҙ уның фекерен уртаҡлашаһығыҙмы? Был эштәрегеҙҙән күренәме? (Еврейҙарға 13:5-те уҡығыҙ.)
9, 10. Башҡаларҙы абындырыуға Йәһүә кеүек ҡарауыбыҙ нимәнән күренер?
9 Икенсе миҫал кешеләрҙе рухи яҡтан абындырыуға, йәғни гонаһ ҡылырға йә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтарға этәреүгә бәйле. Алла быға нисек ҡарай? Ғайса былай тигән: «Миңә ышанған... заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине» (Марк 9:42). Күренеүенсә, башҡаларҙы абындырыу Ғайсала көслө хистәр тыуҙыра! Ә Ғайса Атаһының сифаттарын камил рәүештә сағылдыра, тимәк, кеше имандаштарының хистәре хаҡында уйламайынса теләгәнен эшләп йөрөһә, Йәһүә лә бик асыулана (Яхъя 14:9).
10 Һеҙ башҡаларҙы абындырыуға Йәһүә һәм Ғайса кеүек ҡарайһығыҙмы? Ә, эштәрегеҙгә ҡарап, нимә әйтеп була? Мәҫәлән, беҙгә билдәле бер стилдәге кейем оҡшайҙыр. Әммә тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән берәй ҡәрҙәште рәнйеткәнебеҙҙе йә әхлаҡһыҙ уйҙарға этәргәнебеҙҙе белеп ҡалһаҡ, нимә эшләрбеҙ? Ҡәрҙәштәрҙе яратыу беҙҙе был стилдән баш тартырға дәртләндерерме? (1 Тим. 2:9, 10).
11, 12. Йәһүә күрә алмағанды нәфрәт итергә өйрәнеү һәм тотанаҡлыҡ үҫтереү беҙҙе нимәнән һаҡлар?
11 Өсөнсө миҫал Йәһүәнең тәҡүәһеҙлекте күрә алмауына бәйле (Ишағ. 61:8). Әлбиттә, Йәһүә аңлай: ҡайһы саҡта гонаһлы булыуыбыҙ арҡаһында беҙгә дөрөҫ эш итеүе ауыр. Шулай ҙа ул беҙҙең үҙе кеүек фекер йөрөтөүебеҙҙе һәм насар булғанды нәфрәт итеүебеҙҙе теләй. (Зәбур 97:10-ды уҡығыҙa.) Йәһүәнең ни өсөн насарлыҡты нәфрәт иткәне тураһында уйланыу беҙгә уның ҡарашын үҙләштерергә ярҙам итер һәм насар эштәрҙән тыйылырға көс өҫтәр.
12 Бынан тыш, тәҡүәһеҙлекте нәфрәт итергә өйрәнеү беҙгә, Изге Яҙмала ҡайһы бер эштәр тураһында бер ни әйтелмәһә лә, уларҙың дөрөҫ булмағанын аңларға ярҙам итер. Мәҫәлән, бөгөн тубыҡтарҙа башҡарылған бейеү тип аталған әхлаҡһыҙ тәртиптең бер төрө донъяла таралғандан-тарала бара. Ҡайһы бер кешеләр, был енси мөнәсәбәткә инеү менән бер түгел, тип һанай, шунлыҡтан бының бер ниндәй насарлығын күрмәйb. Ләкин Йәһүә был хаҡта нимә уйлай? Шуны онотмағыҙ: Йәһүә насарлыҡтың һәр ҡайһы төрөн нәфрәт итә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, тотанаҡлыҡ үҫтереп һәм Йәһүә күрә алмағанды нәфрәт итеп, насар булған бөтә нәмәнән йыраҡ торайыҡ (Рим. 12:9).
КИЛӘСӘКТӘ НИСЕК ЭШ ИТЕРЕГЕҘҘЕ АЛДАН УЙЛАҒЫҘ
13. Ни өсөн, киләсәктә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә теләһәк, инде хәҙер Йәһүәнең ҡараштары тураһында уйланырға кәрәк?
13 Изге Яҙманы өйрәнгәндә, беҙгә Йәһүәнең төрлө нәмәләргә нисек ҡарауы тураһында уйланырға кәрәк, сөнки был беҙгә киләсәктә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер. Шул саҡта, ҡапыл ҡарар ҡабул итергә тура килгәндә, беҙ әҙер булырбыҙ һәм нимә эшләргә кәрәклеген белербеҙ (Ғиб. һүҙ. 22:3). Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.
14. Йософтоң Потифарҙың ҡатынына әйткән һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?
14 Потифарҙың ҡатыны Йософто әхлаҡһыҙлыҡҡа төшөрөргә тырышҡанда, Йософ шунда уҡ уны кире ҡаҡҡан. Шик тә юҡ, Йософ Йәһүәнең никахтағы тоғролоҡҡа нисек ҡарауы хаҡында уйланған. (Башланмыш 39:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Йософ Потифарҙың ҡатынына: «Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайыммы?» — тигән. Күренеүенсә, Йософ Алланың ҡарашын үҙләштергән булған. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Эштәге хеҙмәттәшебеҙ беҙгә күҙ уйнатһа, нимә эшләрбеҙ? Йә берәйһе беҙгә әхлаҡһыҙ смс-хәбәр йә фото ебәрһә, нисек эш итербеҙ?c Әгәр алдан уҡ Йәһүәнең был хаҡта нимә уйлауын белһәк, уның ҡарашын үҙләштерһәк һәм шундай осраҡтарҙа нисек эш итеребеҙҙе ҡарар итһәк, Йәһүәгә тоғро ҡалыуы күпкә еңелерәк булыр.
15. Беҙгә, өс еврей осрағындағы кеүек, Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам итер?
15 Ә хәҙер Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх исемле өс еврейҙың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Улар тәүәккәллек менән Набуҡаднизар батша ҡуйған алтын һынға табыныуҙан баш тартҡан. Уларҙың батшаға биргән аныҡ яуабы шуны күрһәтә: улар Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында алдан уйланған (Сығ. 20:4, 5; Дан. 3:4—6, 12, 16—18). Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Эш биреүсегеҙ һеҙҙән, башҡаларға ҡушылып, ялған дингә бәйле берәй байрамға аҡса биреүегеҙҙе һораһа, нимә эшләрһегеҙ? Быға оҡшаш хәлдең тыуыуын көтөү урынына, Йәһүәнең ундай нәмәләргә нисек ҡарауы тураһында инде хәҙер уйланыу аҡыллы булыр ине. Шул саҡта, ауыр хәлгә эләкһәгеҙ, һеҙгә, теге өс еврейға кеүек, үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатып биреүе һәм дөрөҫ эш итеүе еңелерәк булыр.
Шәхси өйрәнеү үткәреп, «Ихтыяр белдереү» документын тултырып һәм табибығыҙ менән һөйләшеп, көтөлмәгән хәлдәргә әҙерләндегеҙме? (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)
16. Фажиғәле осраҡҡа нисек әҙерләнеп була?
16 Йәһүәнең фекерҙәре тураһында уйланыу беҙгә шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булғанда тоғро булып ҡалырға ярҙам итер. Әлбиттә, беҙ ҡандың үҙен йә уның дүрт төп компонентын тәнгә ебәреүҙән баш тартабыҙ (Ғәм. 15:28, 29). Әммә ҡан ҡулланыу менән бәйле ҡайһы бер процедураларға ризалашырғамы, юҡмы икәнен һәр мәсихсе, Изге Яҙма принциптарына нигеҙләнеп, үҙе ҡарар итергә тейеш. Бындай ҡарарҙарҙы алдан уҡ ҡабул итеү яҡшыраҡ, сөнки больниста ятҡанда һәм, бәлки, ауыртыуҙан интеккәндә йә табиптар шунда уҡ яуап биреүебеҙҙе талап иткәндә быны хәл итеү инде һуң булыр. Беҙгә хәҙерҙән үк был темаға шәхси өйрәнеү үткәрергә, «Ихтыяр белдереү» документын тултырып ҡуйырға һәм үҙебеҙҙе дауалаған табип менән был хаҡта һөйләшергә кәрәкd.
17—19. Ни өсөн Йәһүәнең төрлө һорауҙарға нисек ҡарауын хәҙерҙән үк белеү мөһим? Миҫал килтерегеҙ.
17 Шулай уҡ, Петр Ғайсаға үҙ-үҙен йәлләргә кәңәш иткәс, Ғайсаның уға шунда уҡ ниндәй яуап биргәнен иҫебеҙгә төшөрәйек. Шик тә юҡ, Ғайса Алланың үҙенән нимә көткәне тураһында, шулай уҡ үҙенең ерҙәге тормошона һәм үлеменә бәйле пәйғәмбәрлектәр хаҡында күп уйланған. Был уға Йәһүәгә тоғро ҡалырға һәм беҙҙең хаҡҡа ғүмерен ҡорбан итергә көс биргән. (Матфей 16:21—23-тө уҡығыҙ.)
18 Бөгөн Алла беҙҙең үҙе менән яҡын дуҫлыҡ үҫтереүебеҙҙе һәм бар көстө һалып вәғәзләүебеҙҙе теләй (Матф. 6:33; 28:19, 20; Яҡ. 4:8). Әммә, Петр Ғайсаны туҡтатырға тырышҡан кеүек, ҡайһы бер кешеләр яҡшы ниәттәрҙән сығып беҙҙе икенсе юл һайларға өндәргә мөмкин. Мәҫәлән, эш биреүсе тәҡдим иткән аҡсалыраҡ эш рухи эштәргә бүлгән ваҡытығыҙҙы урлаһа, нимә эшләрһегеҙ? Йәки, мәктәптә уҡыһағыҙ, өйҙән йыраҡҡа китеп яҡшыраҡ мәктәптә уҡырға тәҡдим итһәләр, нисек эш итерһегеҙ? Шундай осраҡтарҙа, ҡарар ҡабул итер алдынан, һеҙ, моғайын, доға ҡылырға, был тема буйынса шәхси өйрәнеү үткәрергә һәм ғаиләгеҙ йә өлкәндәр менән кәңәшләшеп алырға теләрһегеҙ. Йәһүәнең бындай һорауҙарға нисек ҡарауын хәҙерҙән үк белеү һәм уның ҡарашын үҙләштереү аҡыллы булыр ине. Шул саҡта, юғарыла иҫкә алынған хәлдәргә эләкһәгеҙ, был һеҙгә ҡотҡо булып та күренмәҫ. Һеҙ нимә эшләргә кәрәклеген беләсәкһегеҙ, сөнки алдан уҡ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе беренсе урынға ҡуйырға ҡарар иткәнһегеҙ.
19 Йәһүәгә тоғролоғобоҙҙо ҡапыл һынай алған башҡа хәлдәр тураһында ла уйланырға була. Әлбиттә, һәр шундай хәлгә алдан әҙерләнеп булмай. Ләкин шәхси өйрәнеү ваҡытында Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүеше тураһында уйланһағыҙ, һеҙ белгәндәрегеҙҙе яҡшыраҡ хәтерләрһегеҙ һәм теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алырһығыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, шәхси өйрәнеү үткәргәндә, Йәһүәнең ҡараштарын яҡшыраҡ аңларға һәм уларҙы үҙләштерергә тырышайыҡ, шулай уҡ бының беҙгә нисек хәҙер ҙә, киләсәктә лә дөрөҫ эш итергә ярҙам итәсәге тураһында уйланайыҡ.
ЙӘҺҮӘНЕҢ ФЕКЕРҘӘРЕ ҺӘМ ҺЕҘҘЕҢ КИЛӘСӘК
20, 21. а) Яңы донъяла беҙ ниндәй азатлыҡтан кинәнербеҙ? б) Нимә ярҙамында беҙ инде хәҙер бәхетле була алабыҙ?
20 Беҙ барыбыҙ ҙа түҙемһеҙлек менән яңы донъяны көтәбеҙ. Беҙҙең күбебеҙ ерҙәге ожмахта мәңге йәшәргә өмөтләнә. Алла Батшалығының етәкселеге аҫтында беҙ бүтән күңел әрнеүе һәм ғазаптар кисермәҫбеҙ. Шулай уҡ яңы донъяла беҙ күңелебеҙгә хуш килгән ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ.
21 Әлбиттә, беҙҙең һайлау иркебеҙ сикһеҙ булмаясаҡ. Яңы донъяла, дөрөҫлөк менән яманлыҡ араһында һайлау яһағанда, йыуаштар Йәһүәнең ҡанундарын һәм фекерҙәрен иҫәпкә алып ҡарарҙар ҡабул итәсәк. Был ҙур шатлыҡ һәм тыныслыҡ килтерәсәк (Зәб. 37:11). Ә ул ваҡыт килеп еткәнсе, беҙ инде хәҙер Йәһүәнең фекерҙәрен үҙләштереп шатлыҡ кисерә алабыҙ.
a Зәбур 97:10: «Эй Йәһүәне яратыусылар, яманлыҡты нәфрәт итегеҙ. Ул үҙ тоғроларының йәндәрен һаҡлай, ул уларҙы яуыздарҙың ҡулынан ҡотҡара».
b Тубыҡтарҙа башҡарылған бейеү ваҡытында, ғәҙәттә, өлөшләтә яланғас ҡатын, клиенттың тубыҡтарына ултырып, әхлаҡһыҙ хәрәкәттәр яһай. Был бейеүҙе башҡарыу, ситуацияға ҡарап, енси әхлаҡһыҙлыҡ булып һаналырға һәм хоҡуҡ комитетын ойошторор өсөн нигеҙ булырға мөмкин. Мәсихсе шундай бейеүҙә ҡатнашҡан булһа, уға ярҙам һорап өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк (Яҡ. 5:14, 15).
c Кеҫә телефоны аша әхлаҡһыҙ смс-хәбәрҙәр, фотолар йә видеолар ебәреү секстинг тип атала. Ундай хәл йыйылышта булһа, өлкәндәр, шарттарға ҡарап, хоҡуҡ комитетын ойошторорға мөмкин. Ҡайһы бер осраҡтарҙа хөкүмәт вәкилдәре секстингта ҡатнашҡан үҫмерҙәрҙе судҡа тапшырған. Күберәк мәғлүмәт табыр өсөн, jw.org/ba сайтына инегеҙ һәм «Йәштәрҙең һорауҙары» рубрикаһында «Һаҡ булығыҙ: секстинг!» тигән онлайн-мәҡәләне уҡып сығығыҙ. (ИЗГЕ ЯҘМАНЫҢ ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ > ҮҪМЕРҘӘР тигән һалынманы ҡарағыҙ.) Шулай уҡ 2013 йыл ноябрь һанында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) 4—5-се биттәрендә «Үҫмер балам менән секстинг тураһында нисек һөйләшеп алырға?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
d Баҫмаларыбыҙҙа был һорауға ҡағылышлы күп принциптар ҡарала. Мәҫәлән, «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тигән китаптың 215—218-се биттәрен ҡарағыҙ.