«Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта»
Хатта башҡалар ышанысығыҙҙы аҡламаһа ла, һеҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ бер Шәхес бар. Был Шәхес кем ул?
Боронғо ваҡытта йәшәгән Дауыт батша былай тигән: «Хатта атайым һәм әсәйем мине ташлаһа ла, Йәһүә ташламаҫ, үҙе мине һыйындырыр» (Зәбур 27:10).
Йәһүә — «Һәр яҡлап йыуатыусы» Алла һәм «шәфҡәтлелек күрһәтеүсе» Ата. «Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата» (2 Коринфтарға 1:3, 4).
«Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).
Алла өсөн ҡәҙерле булыуығыҙҙы раҫлаған башҡа дәлилдәрҙе Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 8-се дәресендә табырһығыҙ. Уны www.jw.org сайтында табып була.