Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w19 май 14—20 бб.
  • Енси йәберләүгә дусар булғандарҙы йыуатығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Енси йәберләүгә дусар булғандарҙы йыуатығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • НИ ӨСӨН УЛАР ЙЫУАТЫУҒА МОХТАЖ?
  • КЕМ УЛАРҘЫ ЙЫУАТА АЛА?
  • УЛАРҘЫ НИСЕК ЙЫУАТЫП БУЛА?
  • Алла нисек йыуата?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Ауыр гонаһ ҡылынғанда нисек яратыу һәм ғәҙеллек сағылдырырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • «Илағандар менән бергә илағыҙ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Йәһүә беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
w19 май 14—20 бб.

20-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Енси йәберләүгә дусар булғандарҙы йыуатығыҙ (дүрт мәҡәләнең һуңғыһы)

«Һәр яҡлап йыуатыусы... Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата» (2 КОР. 1:3, 4).

134-СЕ ЙЫР Балалар — Йәһүәнән бирелгән бүләк

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1, 2. а) Кешеләрҙең йыуатыуға мохтаж булғаны һәм бер-береһен йыуата алғаны ниндәй миҫалдан күренә? б) Ҡайһы бер балалар нимәгә дусар була?

БӨТӘ кешеләр йыуатыуға мохтаж, һәм беҙҙең һәр беребеҙҙең башҡаларҙы йыуатырға һәләтебеҙ бар. Мәҫәлән, бәләкәй бала уйнаған саҡта йығылып тубығын һыҙырһа, ул илап атаһына йә әсәһенә йүгерә. Ата-әсәһе баланың яраһын шунда уҡ уңалта алмаһа ла, улар уны йыуата ала. Улар баланан нимә булғанын һораша, уның күҙ йәштәрен һөртә, ҡосаҡлай, яғымлы һүҙҙәр әйтә һәм, кәрәк булһа, яраһын бәйләй. Тиҙҙән бала тыныслана һәм яңынан уйнарға тотона. Ваҡыт уҙыу менән яраның эҙе лә ҡалмай.

2 Әммә ҡайһы ваҡыт балалар күпкә етдиерәк яралар ала — енси йәберләүгә дусар була. Ҡайһы бер балалар — бер генә тапҡыр, башҡалары иһә йылдар буйы енси йәберләүҙән ғазаплана. Нисек кенә булһа ла, енси йәберләү күңелдә тәрән яралар ҡалдыра. Ҡайһы саҡта йәберләүсене төрмәгә ултырталар, ә башҡа осраҡтарҙа енәйәтсе язаһыҙ ҡала. Әммә аҙҙырыусыға тиҙ арала яза бирелһә лә, енси йәберләүгә дусар булған бала өлкәнәйгәс тә йән әрнеүе кисерергә мөмкин.

3. 2 Коринфтарға 1:3, 4-тә әйтелгәнсә, Йәһүә нимә теләй? Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

3 Бала саҡта енси йәберләүгә дусар булған һәм әле лә күңел ғазабы кисергән мәсихселәр ниндәй ярҙамға мохтаж? (2 Коринфтарға 1:3, 4-те уҡығыҙ.) Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен бик ҡәҙерләй һәм уларҙың йыуаныс табыуын теләй. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бындай өс һорауҙы ҡарап сығайыҡ: 1) Ни өсөн бала саҡта енси йәберләүгә дусар булған кешеләр йыуатыуға мохтаж? 2) Кем уларҙы йыуата ала? 3) Уларҙы нисек йыуатып була?

НИ ӨСӨН УЛАР ЙЫУАТЫУҒА МОХТАЖ?

4, 5. а) Ни өсөн балаларҙың өлкән кешеләрҙән айырылып тороуын иҫтә тотоу мөһим? б) Енси йәберләү баланың башҡа кешеләргә мөнәсәбәтенә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

4 Ни өсөн бала саҡта енси йәберләүгә дусар булған ҡайһы бер кешеләр күп йылдар үткәс тә йыуатыуға мохтаж була? Шуны иҫтә тоторға кәрәк: балалар өлкән кешеләрҙән бик ныҡ айырылып тора һәм енси йәберләүҙе күпкә ауырыраҡ кисерә. Бер нисә миҫалға иғтибар итәйек.

5 Бала үҙен тәрбиәләгән кешеләр менән яҡын һәм ышаныслы мөнәсәбәттәргә мохтаж. Шундай мөнәсәбәттәр балаға үҙен яҡлаулы тойорға һәм яҡын кешеләренә ышанырға өйрәнергә ярҙам итә (Зәб. 22:9). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына бала енси йәберләүгә үҙ өйөндә дусар була һәм был енәйәтте, ғәҙәттә, яҡын туғандар йә ғаилә дуҫтары ҡыла. Шуның арҡаһында бала кешеләргә ышанмай башлай һәм хатта йылдар үткәс тә башҡаларға шикләнеп ҡарай.

6. Ни өсөн баланы енси йәберләү — мәрхәмәтһеҙ енәйәт?

6 Бала үҙен яҡлай алмай. Енси йәберләү — балаға ифрат ҙур зыян килтергән мәрхәмәтһеҙ енәйәт. Бала аҡыл, физик һәм эмоциональ яҡтан енси мөнәсәбәттәргә әҙер түгел әле, шуға күрә баланы енси йәберләгән кеше уға бик ҙур зыян килтерә. Шул арҡала баланың енси мөнәсәбәттәргә ҡарашы боҙола, ул үҙен ҡәҙерләмәй һәм кешеләргә ышанмай башлай.

7. а) Ни өсөн аҙҙырыусы баланы еңел генә алдай ала, һәм ул быны нисек эшләй? б) Аҙҙырыусының ялғаны нимәгә килтерергә мөмкин?

7 Бала, өлкән кеше һымаҡ, анализ яһарға, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм, ҡурҡыныстарҙы абайлап, уларҙан ҡасырға һәләтле түгел (1 Кор. 13:11). Шуға күрә аҙҙырыусы баланы еңел генә алдай ала. Ул балаға, мәҫәлән, бындай ялған һөйләргә мөмкин: имеш, бала үҙе ғәйепле; булған хәл сер булып ҡалырға тейеш; бала башҡаларға һөйләһә, уға бер кем дә ышанмаясаҡ һәм ярҙам итмәйәсәк. Йәки аҙҙырыусы баланы, арабыҙҙағы шундай мөнәсәбәттәр — ихлас яратыу билдәһе, тип ышандырырға мөмкин. Ҡайһы бер балалар быларҙың барыһы ла ялған икәнен күп йылдар үткәс кенә аңлай. Улар үҙҙәрен кәмселекле, бысраҡ, яратыуға һәм йыуатыуға лайыҡһыҙ тойоп үҫергә мөмкин.

8. Ни өсөн Йәһүәнең күңел ғазаптары кисергән кешеләрҙе йыуата алыуына һис тә шикләнмәҫкә була?

8 Юғарыла әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алһаҡ, енси йәберләүҙең кешегә оҙайлы ғазаптар килтереүе һис тә ғәжәп түгел. Ысынлап та, баланы енси йәберләү — ҡот осҡос енәйәт! Был енәйәттең киң таралыуы һуңғы көндәрҙә йәшәүебеҙҙе иҫбатлай. Бөгөн күптәр «ҡаты бәғерле», ә «яуыздар һәм алдаҡсылар... уҫалланғандан-уҫаллана» бара (2 Тим. 3:1—5, 13). Шайтандың хәйләләре шундай яуыз, һәм кешеләрҙең ул теләгәнде эшләүен күреү бик күңелһеҙ. Әммә Йәһүә Шайтандан һәм уның хеҙмәтселәренән күпкә көслөрәк. Ул Шайтандың бөтә мәкерле эштәрен күрә. Һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүә беҙҙең ниндәй күңел ғазаптары кисергәнебеҙҙе тулыһынса аңлай һәм беҙҙе йыуата ала. Изге Яҙмала былай тиелә: «Һәр яҡлап йыуатыусы... Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ» (2 Кор. 1:3, 4). Шундай Аллаға хеҙмәт итеү — ҙур фатиха! Ә хәҙер Йәһүәнең, йән ғазабы кисергән кешеләрҙе йыуатыр өсөн, кемдәрҙе ҡулланғанын ҡарап сығайыҡ.

КЕМ УЛАРҘЫ ЙЫУАТА АЛА?

9. Зәбур 27:10-да яҙылғанса, Йәһүә ата-әсәһенән яҡлау алмаған кеше хаҡында нисек ҡайғырта?

9 Ҡайһы бер балалар яҡын кешеһе тарафынан аҙҙырылған, ә кемделер ата-әсәһе белә тороп енси йәберләүҙән яҡламаған. Бала саҡта шундай хәлгә эләккән кешеләр йыуатыуға айырыуса мохтаж. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт Йәһүәнең иң яҡшы йыуатыусы икәнен белгән. (Зәбур 27:10-ды уҡығыҙb.) Ул шуға ышанған: үҙ ғаиләһендә насар мөғәмәлә менән осрашҡан кешеләрҙе Йәһүә ҡабул итә һәм улар хаҡында ҡайғырта. Йәһүә уларҙы нисек йыуата? Бының өсөн ул үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен ҡуллана. Ҡәрҙәштәр — беҙҙең рухи ғаиләбеҙ. Ғайса Мәсих былай тигән: «Кем Күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә» (Матф. 12:48—50).

10. Илсе Павел үҙенең өлкән вазифаһын нисек үтәгәнен ниндәй һүҙҙәр менән тасуирлаған?

10 Әйҙәгеҙ, мәсихселәр йыйылышының ниндәй мәғәнәлә ғаиләгә оҡшаш булыуын ҡарап сығайыҡ. Илсе Павел тырыш, тоғро өлкән булған. Ул башҡаларға яҡшы үрнәк күрһәткән һәм хатта, Алла тарафынан рухландырылып: «Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ», — тип яҙған (1 Кор. 11:1). Павел үҙенең өлкән вазифаһын нисек үтәгәнен былай тип тасуирлаған: «Әсә кеше үҙ сабыйҙарына ҡарата хәстәрлекле булған кеүек, беҙ ҙә һеҙгә ҡарата яғымлылыҡ һаҡланыҡ» (1 Фес. 2:7). Беҙҙең көндәрҙә лә өлкәндәр, Изге Яҙманы ҡулланып ярҙамға мохтаж булған мәсихселәрҙе йыуатҡанда, наҙлы һәм игелекле һүҙҙәр табырға тырыша.

Рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәш күңел әрнеүе кисергән апай-ҡәрҙәште йыуата

Рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәштәр бойоҡҡан апай-ҡәрҙәште йыуата ала (11-се абзацты ҡарағыҙ.)e

11. Енси йәберләүгә дусар булғандарҙы йыуатыу өсөн өлкәндәр генә яуаплымы? Аңлатығыҙ.

11 Енси йәберләүгә дусар булғандарҙы йыуатыу өсөн өлкәндәр генә яуаплымы? Юҡ. Был яуаплылыҡ беҙҙең бөтәбеҙҙә лә ята (1 Фес. 4:18). Рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәштәр йыуатыуға мохтаж булған апай-ҡәрҙәштәргә ҙур ярҙам күрһәтә ала. Шуға иғтибар итергә кәрәк: Йәһүә балаһын йыуатҡан әсә менән сағыштырыла (Ишағ. 66:13). Изге Яҙмала бәләгә эләккән кешеләрҙе йыуатҡан ҡатындар тураһында әйтелә (Әйүп 42:11). Бөгөн Йәһүә бойоҡҡан имандаштарын йыуатҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп бик ҡыуана! Ҡайһы бер осраҡтарҙа өлкәндәр рухи яҡтан етлеккән берәй апай-ҡәрҙәштән йыуатыуға мохтаж булған апай-ҡәрҙәшкә ярҙам итеүен һорайc.

УЛАРҘЫ НИСЕК ЙЫУАТЫП БУЛА?

12. Беҙгә ниндәй яҡтан һаҡ булырға кәрәк?

12 Ҡәрҙәшебеҙ берәй нәмә тураһында һөйләргә теләмәһә, төпсөнә башламаҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк (1 Фес. 4:11). Улайһа, йыуатыуға мохтаж булған кешегә нисек ярҙам итергә? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан биш кәңәш ҡарап сығайыҡ.

13. 1 Батшалар 19:5—8-ҙә әйтелгәнсә, Йәһүәнең фәрештәһе Ильяс өсөн нимә эшләгән, һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

13 Ғәмәли ярҙам тәҡдим итегеҙ. Ильяс пәйғәмбәр, үҙен үлтерергә теләүселәрҙән ҡасып барғанда, шул тиклем бойоҡҡан булған, хатта үлергә теләгән. Уны нығытыр өсөн, Йәһүә ҡеүәтле фәрештәһен ебәргән. Ильяс шул ваҡытта нимәгә мохтаж булған, фәрештә уға тап шуны биргән дә: эҫе ризыҡ әҙерләгән һәм уны ашап алырға өндәгән. (1 Батшалар 19:5—8-ҙе уҡығыҙd.) Был осраҡтан мөһим һабаҡ алып була: ҡайһы ваҡыт ябай ғына игелекле эшебеҙ ҙә кеше өсөн бик әһәмиәтле булырға мөмкин. Мәҫәлән, берәй ризыҡ бешереп килтерһәк йәки бәләкәй генә бүләк йә открытка бирһәк, бойоҡҡан ҡәрҙәшебеҙ яратыуыбыҙҙы һәм ҡайғыртыуыбыҙҙы тойорға мөмкин. Ҡәрҙәш менән уның хистәре тураһында һөйләшергә уңайһыҙланһаҡ, беҙ уға ғәмәли ярҙам күрһәтә алабыҙ.

14. Ильястың осрағынан тағы нимәгә өйрәнеп була?

14 Ҡәрҙәшкә үҙен тыныс һәм яҡлаулы итеп тойорға ярҙам итегеҙ. Ильястың осрағынан тағы бер һабаҡ алып була. Йәһүә уға Хореб тауына тиклем оҙон юл үтер өсөн мөғжизәле рәүештә көс биргән. Бәлки, шул алыҫ ерҙә — Йәһүә быуаттар элек үҙ халҡы менән килешеү төҙөгән урында Ильяс үҙен тыныс хис иткәндер, сөнки унда ул үҙен үлтерергә теләгән кешеләрҙән йыраҡ булған. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Енси йәберләүгә дусар булғандарҙы йыуатырға теләһәк, тәүҙә уларға үҙҙәрен яҡлаулы итеп тойорға ярҙам итергә кәрәк. Мәҫәлән, өлкәндәргә шуны иҫәпкә алыу мөһим: бойоҡҡан апай-ҡәрҙәшкә өйҙә сәй эсеп ултырғанда һөйләшеүе уңайлыраҡ булырға мөмкин, һәм шундай иркен мөхиттә ул, бәлки, үҙен яҡлаулыраҡ хис итер. Ә кемдер, киреһенсә, Батшалыҡ залында үҙен яҡшыраҡ тоя.

Ике өлкән бойоҡҡан апай-ҡәрҙәшкә килгән, ул үҙен йыуатҡан апай-ҡәрҙәште лә саҡырған

Түҙемлек менән тыңлап, бергә доға ҡылып һәм игелекле һүҙҙәр әйтеп, беҙ йыуаныс килтерә алабыҙ (15—20-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)f

15, 16. Иғтибар менән тыңлау үҙ эсенә нимәне ала?

15 Иғтибар менән тыңлағыҙ. Изге Яҙмала бындай кәңәш бирелә: «Һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй... булһын» (Яҡ. 1:19). Ә беҙ тыңлауға өлгөрмө? Бәлки, беҙ, берәйһен иғтибар менән тыңлар өсөн бер нәмә лә әйтмәй генә, кешегә ҡарап һәм тыңлап ҡына ултырырға кәрәк, тип уйлайбыҙҙыр. Әммә тыңлау үҙ эсенә күберәкте ала. Мәҫәлән, Ильяс Йәһүәгә үҙенең ауыр хистәре тураһында һөйләгәндә, Йәһүә уны иғтибар менән тыңлаған. Ильяс ҡурҡыуға бирелгән, үҙен яңғыҙ итеп тойған һәм үҙ хеҙмәтен файҙаһыҙ тип һанаған. Йәһүә уның хистәрен аңлаған һәм яратыу менән уны йыуатҡан. Шулай итеп ул Ильясты иғтибар менән тыңлауын күрһәткән (1 Бат. 19:9—11, 15—18).

16 Яратыу сифаты ҡыҙғаныу һәм наҙ менән тығыҙ бәйле. Берәйһен тыңлағанда, был сифаттарҙы нисек сағылдырып була? Ҡайһы саҡта ипле генә итеп бер нисә йылы һүҙ әйтеү ҙә етер. Мәҫәлән, былай тип әйтергә була: «Һинең менән шундай аяныс хәл булыуы бик йәл. Баланың ундай хәлгә эләгеүе ҡот осҡос!» Бынан тыш, кешенең хистәрен дөрөҫ аңлауығыҙға инаныр өсөн, бер-ике һорау бирергә мөмкин. Былай тиергә була: «Зинһар, нимәне күҙ уңында тотҡаныңды аңлат әле» йә «Был һүҙҙәр менән һин шуны әйтергә теләйһең... эйе бит? Мин һине дөрөҫ аңланыммы?» Шундай яғымлы һүҙҙәр кешегә һеҙҙең иғтибар менән тыңлауығыҙҙы һәм аңларға тырышыуығыҙҙы күрһәтер (1 Кор. 13:4, 7).

17. Ни өсөн беҙ түҙемле һәм «һөйләүгә яй» булырға тейеш?

17 Шул уҡ ваҡытта һөйләүгә яй булығыҙ. Кешегә кәңәш бирергә йә ҡарашын төҙәтергә теләп, уның һүҙен бүлдермәгеҙ. Түҙемле булығыҙ! Йәһүәгә күңелен бушатҡанда, Ильяс әсенеп һөйләгән. Һуңыраҡ, Йәһүә уның иманын нығытҡандан һуң, Ильяс әйткәндәрен тағы һүҙмә-һүҙ ҡабатлаған (1 Бат. 19:9, 10, 13, 14). Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ҡайһы ваҡыт бойоҡҡан кеше үҙенең хистәре тураһында бер нисә тапҡыр һөйләй. Шундай саҡтарҙа, әйҙәгеҙ, Йәһүәнән үрнәк алып, түҙемлек менән тыңлайыҡ. Проблеманы нисек хәл итеп булғаны хаҡында әйтеү урынына, аңлаусан һәм йәлләүсән булырға тырышайыҡ (1 Пет. 3:8).

Өлкән бойоҡҡан апай-ҡәрҙәш менән бергә доға ҡыла; икенсе өлкән һәм ярҙам иткән апай-ҡәрҙәш тыңлап ултыра

18. Доғаларыбыҙ күңел әрнеүе кисергән ҡәрҙәште нисек йыуата ала?

18 Күңел әрнеүе кисергән ҡәрҙәш менән бергә доға ҡылығыҙ. Ҡайһы саҡта тәрән төшөнкөлөккә бирелгән ҡәрҙәшкә доға ҡылыуы ауыр була. Ул үҙен Йәһүәгә мөрәжәғәт итергә лайыҡһыҙ итеп тойорға мөмкин. Шундай кешене йыуатырға теләһәк, уның менән бергә доға ҡылырға һәм доғала уның исемен әйтергә була. Доғала беҙ шулай уҡ был ҡәрҙәштең беҙҙең өсөн һәм йыйылыш өсөн ни тиклем ҡәҙерле булғаны хаҡында әйтә алабыҙ. Бынан тыш, Йәһүәнән үҙенең ҡәҙерле хеҙмәтсеһен йыуатыуын һәм күңел әрнеүен еңеләйтеүен һорарға була. Ундай доғалар ҡәрҙәш өсөн ҙур йыуаныс була ала (Яҡ. 5:16).

19. Берәйһен йыуатыр алдынан нимә эшләү мөһим?

19 Йыуаныслы һүҙҙәр һайлағыҙ. Нимәлер әйтер алдынан яҡшылап уйлағыҙ. Уйламайынса әйтелгән һүҙҙәр рәнйетә, ә игелекле һүҙҙәр дауалай (Ғиб. һүҙ. 12:18). Шуға күрә Йәһүәнән игелекле, яғымлы һәм йыуаныслы һүҙҙәр табырға ярҙам итеүен һорағыҙ. Шуны онотмағыҙ: Йәһүәнең Изге Яҙмала яҙылған һүҙҙәренән дә көслөрәк һүҙҙәр юҡ (Евр. 4:12).

20. Енси йәберләүгә дусар булған ҡайһы бер кешеләр ниндәй хистәр кисерә, һәм беҙ уларҙы нимәгә ышандырырға теләйбеҙ?

20 Енси йәберләүгә дусар булған ҡайһы бер кешеләр үҙҙәрен бысраҡ һәм кәрәкһеҙ итеп тоя. Бынан тыш, улар, мине бер кем дә яратмай һәм мин яратыуға лайыҡ та түгел, тип уйларға мөмкин. Әммә ысынбарлыҡта улай түгел! Йәһүә уларҙы бик ныҡ ҡәҙерләй. Изге Яҙманы ҡулланып, уларҙы быға ышандырығыҙ. («Изге Яҙманан йыуаныслы өҙөктәр» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Данил пәйғәмбәр хәлһеҙләнгән һәм бойоҡҡан саҡта, фәрештәнең уны нисек нығытҡанын иҫкә төшөрөгөҙ. Йәһүә Данилды бик ҡәҙерләгән һәм быны уға белдерергә теләгән (Дан. 10:2, 11, 19). Күңел әрнеүе кисергән ҡәрҙәштәр ҙә Йәһүә өсөн бик ҡәҙерле!

Изге Яҙманан йыуаныслы өҙөктәр

Изге Яҙмала енси йәберләүгә дусар булғандарҙы йыуата алырлыҡ күп өҙөктәр бар. Аҫта уларҙың ҡайһы берҙәре генә килтерелгән. Һәр өҙөктән һуң йә комментарий, йә берәй ҡәрҙәштең һүҙҙәре яҙылған. Был һеҙгә ошо өҙөктәр ярҙамында башҡаларҙы нисек йыуатып булғанын күрергә ярҙам итер.

Апай-ҡәрҙәш Изге Яҙма уҡый

ӘЙҮП 34:22—28

Ҡайһы бер осраҡтарҙа аҙҙырыусы язаһыҙ ҡала кеүек тойолорға мөмкин. Әммә ундай кеше Йәһүәнән йәшенә алмай. Алла йәберләнгән кешеләрҙең ялбарыуҙарын ишетә. Йәһүәнең ғәҙеллек урынлаштырасағына ышаныу йән тыныслығы табырға ярҙам итә.

ЗӘБУР 62:8

«Был аятта кәңәш ителгәнсә, мин Йәһүәгә күңелемде бушата торғайным, шулай уҡ хистәремде, уйҙарымды контроль аҫтында тоторға ярҙам итеүен һәм йыуатыуын һорай инем. Йыш доға ҡылғанға, мин әкренләп йыуаныс таптым һәм йән тыныслығы тойҙом» (9 йәштәр тирәһендә енси йәберләүгә дусар булған өлкән). (Шулай уҡ Зәбур 56:8—13-тө лә ҡарағыҙ.)

ИШАҒЫЯ 41:10, 13

Был өҙөктә Йәһүә ауыр ваҡыттарҙа хеҙмәтселәренә ярҙам иткән ҡайғыртыусан һәм яҡлаусы Атай итеп һүрәтләнә. Донъяның төрлө илдәрендә йәшәгән Алла хеҙмәтселәре, шул иҫәптән енси йәберләүгә дусар булғандары ла был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанған.

ИШАҒЫЯ 32:1, 2

«Мин өлкәндәрҙән ярҙам һораным. Улар минең менән бер нисә тапҡыр ултырып һөйләште, миңә ваҡыт бүлде. Өлкәндәр минең менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынды һәм иғтибар менән тыңланы. Улар минең менән бергә һәм минең өсөн доға ҡылды» (6 йәштәр тирәһендә енси йәберләүгә дусар булған апай-ҡәрҙәш).

1 КОРИНФТАРҒА 13:4, 7

Берәйһе һеҙгә элек енси йәберләүгә дусар булғаны тураһында һөйләгәндә, был аяттарҙы иҫтә тотоғоҙ. Күп аҙҙырыусылар балаға, башҡаларға һөйләһәң, һиңә бер кем дә ышанмаясаҡ, тип әйтә. Һәм ҡайһы бер балалар быға ышанып үҫә. Шуға күрә, ҡәрҙәшегеҙҙең һүҙҙәрен шик аҫтына алыу урынына, уның ниндәй күңел әрнеүе тойғанын аңларға һәм уны йыуатырға тырышығыҙ.

2 КОРИНФТАРҒА 10:4, 5

Аҙҙырыусының ялғаны баланың аңына күп йылдарға һеңеп ҡалырға мөмкин, ләкин Алла Һүҙе Шайтандан килгән ундай ялғанды емерә ала.

1 ЯХЪЯ 3:19, 20

Йөрәгебеҙ беҙҙе нигеҙһеҙ ғәйепләгәндә, шуны иҫтә тоторға кәрәк: Йәһүә «беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм бөтә нәмәне белә». Алла Һүҙенән күренеүенсә, беҙ уның өсөн бик ҡәҙерле.

«Йәһүәгә яҡынлаш» тигән китаптың (урыҫ) 24-се бүлеген ҡарағыҙ.

21. Тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыларҙы нимә көтә, ә был ваҡыт килеп еткәнсе, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

21 Ҡәрҙәштәрҙе йыуатып, беҙ уларҙы Йәһүәнең яратыуына ышандырабыҙ. Шулай уҡ Йәһүәнең ғәҙеллек Аллаһы икәнен дә онотмайыҡ. Енси йәберләү осраҡтарының береһе лә, хатта йәшерен ҡылынғандары ла Йәһүәнең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Йәһүә барыһын күрә һәм тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыларҙы язаһыҙ ҡалдырмаясаҡ (Һан. 14:18). Ә әлегә, әйҙәгеҙ, енси йәберләүгә дусар булғандарға яратыу сағылдырыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйек. Шайтан һәм уның донъяһы арҡаһында зыян күргән бөтә кешеләрҙең яраларын Йәһүә тулыһынса һауыҡтырасаҡ. Быны белеү беҙҙе бик йыуата! Инде тиҙҙән ғазаплы хәтирәләр башҡа бер ҡасан да иҫебеҙгә төшмәҫ һәм күңелебеҙгә лә килмәҫ (Ишағ. 65:17).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ни өсөн бала саҡта енси йәберләүгә дусар булған кешеләр йылдар үткәс тә йыуатыуға мохтаж булырға мөмкин?

  • Кем уларҙы йыуата ала?

  • Уларҙы нисек йыуатып була?

109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ

a Бала саҡта енси йәберләүгә дусар булған кешеләр күп йылдар үткәс тә күңел ғазаптары кисерергә мөмкин. Ни өсөн? Был мәҡәләлә ошо һорауға яуап бирелер. Шулай уҡ енси йәберләү ҡорбандарын кем йыуата алғанын һәм быны нисек эшләп булғанын белербеҙ.

b Зәбур 27:10: «Хатта атайым һәм әсәйем мине ташлаһа ла, Йәһүә ташламаҫ, үҙе мине һыйындырыр».

c Енси йәберләүгә дусар булған кеше, ғазаплы хистәренән арыныр өсөн, специалистҡа мөрәжәғәт итергәме, юҡмы икәнен үҙе ҡарар итә.

d 1 Батшалар 19:5—8: «Шунан ул ҡыуаҡлы ағас аҫтына ятты ла йоҡлап китте. Әммә кинәт уға бер фәрештә ҡағылды һәм: „Тор, ашап ал“, — тине. Ҡараһа, башы осонда ҡыҙған таштар өҫтөндә бер түңәрәк икмәк ята һәм бер сүлмәк һыу тора. Ул ашап-эсте лә яңынан ятты. Һуңыраҡ Йәһүәнең фәрештәһе ҡабат килде һәм уға ҡағылып: „Тор, ашап ал, юғиһә оҙон юлда хәлең бөтөр“, — тине. Ильяс торҙо ла ашап-эсеп алды. Ошо ризыҡты ашап, көс туплағас, ул, Хоребҡа — Алланың тауына барып еткәнсе, 40 көн һәм 40 төн барҙы».

e РӘСЕМДӘ: рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәш күңел әрнеүе кисергән апай-ҡәрҙәште йыуата.

f РӘСЕМДӘ: ике өлкән бойоҡҡан апай-ҡәрҙәшкә килгән, ул үҙен йыуатҡан апай-ҡәрҙәште лә саҡырған.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу