Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w19 июнь 8—13 бб.
  • Һеҙ фекер йөрөтөү рәүешегеҙҙе үҙгәртә алаһығыҙ!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һеҙ фекер йөрөтөү рәүешегеҙҙе үҙгәртә алаһығыҙ!
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЗИҺЕНЕГЕҘҘЕ ЯҢЫРТЫҒЫҘ
  • «ФЕКЕР РӘҮЕШЕГЕҘ ҺӘМ РУХЫҒЫҘ ЯҢЫРҺЫН»
  • ФЕКЕР ЙӨРӨТӨҮ РӘҮЕШЕБЕҘҘЕ НИСЕК ҮҘГӘРТЕРГӘ?
  • ИМАНДА НЫҒЫНЫҒЫҘ
  • Изге Яҙма әле лә тормошоғоҙға йоғонто яһаймы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Фекер йөрөтөүегеҙҙе кем формалаштыра?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Алла үҙ ниәтенән кире ҡайта аламы?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • «Уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
w19 июнь 8—13 бб.

24-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Һеҙ фекер йөрөтөү рәүешегеҙҙе үҙгәртә алаһығыҙ!

«Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә ҡалҡҡан һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ» (2 КОР. 10:5).

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Илсе Павел майланған мәсихселәрҙе нимәнән киҫәткән?

«БЫЛ донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ», — тип яҙған илсе Павел (Рим. 12:2). Был һүҙҙәр беренсе быуаттағы мәсихселәргә тәғәйенләнгән булған. Ни өсөн Павел Аллаға бағышланған һәм изге рух менән майланған мәсихселәргә шундай киҫәтеү биргән? (Рим. 1:7).

2, 3. Иблис беҙҙе Йәһүәнән ситләштерер өсөн нимә эшләй, һәм беҙ нисек насар ҡараштарҙы йөрәгебеҙҙән тамыры менән йолҡоп ташлай алабыҙ?

2 Павел имандаштары өсөн борсолған, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре, күрәһең, Шайтан донъяһының фәлсәфәһе һәм боҙоҡ ҡараштары йоғонтоһона бирелгән (Ефес. 4:17—19). Шундай хәл беҙҙең һәр беребеҙ менән дә булырға мөмкин. Был донъяның илаһы Иблис, беҙҙе Йәһүәнән ситләштерер өсөн, төрлө алымдар ҡуллана. Мәҫәлән, үҙебеҙҙе юғары ҡуйһаҡ йә иғтибар үҙәгендә булырға теләһәк, Шайтан бынан файҙаланмай ҡалмаҫ. Беҙҙе үҙенең яғына ауҙарыр өсөн, Шайтан хатта мәҙәниәтебеҙ, алған белемебеҙ һәм тәрбиәбеҙҙең үҙенсәлектәрен ҡулланырға мөмкин.

3 Насар ҡараштарҙы йөрәгебеҙҙән тамыры менән йолҡоп ташлау мөмкинме? (2 Кор. 10:4). Павел былай тигән: «Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә ҡалҡҡан һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ» (2 Кор. 10:5). Эйе, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ ҡараштарыбыҙҙы үҙгәртә алабыҙ. Дарыу ағыуҙың зарарлы тәьҫирен юҡҡа сығарған кеүек, Алла Һүҙе беҙгә Шайтан донъяһы таҡҡан зыянлы ҡараштарҙан арынырға ярҙам итә ала.

ЗИҺЕНЕГЕҘҘЕ ЯҢЫРТЫҒЫҘ

4. Хәҡиҡәтте белгәс, күбебеҙ ниндәй үҙгәрештәр яһаны?

4 Хәҡиҡәтте белеп Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡарар иткәс, ниндәй үҙгәрештәр яһағанығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Беҙҙең күбебеҙ дөрөҫ булмаған йәшәү рәүешен ҡалдырҙы (1 Кор. 6:9—11). Шундай үҙгәрештәрҙе беҙ Йәһүәнең ярҙамы менән эшләй алдыҡ. Беҙ уға бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ!

5. Римдарға 12:2 буйынса, ниндәй ике аҙым яһарға кәрәк?

5 Ләкин беҙ үҙебеҙҙән артыҡ ҡәнәғәт булып китергә тейеш түгел. Һыуға сумдырылғандан һуң етди гонаһтар ҡылмаһаҡ та, беҙгә барыбер насар эштәргә этәрә алған бөтә нәмәнән ҡасырға кәрәк. Был йәһәттән беҙгә нимә ярҙам итер? Павел былай тигән: «Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ» (Рим. 12:2). Тимәк, ике аҙым яһарға кәрәк. Беренсенән, «был донъяның йәшәү рәүешенә» яраҡлашыуҙан туҡтау. Икенсенән, уй-фекеребеҙҙе үҙгәртеп, зиһенебеҙҙе яңыртыу.

Тыштан ғына түгел, ә тулыһынса үҙгәрегеҙ

Ҡырынмаған һәм әрпеш егет үҙенең ҡырынған, күлдәк кейгән һәм галстук таҡҡан һүрәтен тотоп тора

Римдарға 12:2-лә «үҙгәртегеҙ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе, ҡарышлауыҡ күбәләккә әйләнгәндәге кеүек, тулыһынса үҙгәреүҙе аңлата. Тимәк, беҙгә эске булмышыбыҙҙы — холҡобоҙҙо, уйҙарыбыҙҙы һәм теләктәребеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. Ә 2 Коринфтарға 11:13—15-тә «ҡиәфәткә инеү» тип тәржемә ителгән грек һүҙе, киреһенсә, тыштан ғына үҙгәреүҙе аңлата.

6. Ғайсаның Матфей 12:43—45-тә яҙылған һүҙҙәренән ниндәй һабаҡ алып була?

6 Был һүҙҙәрҙе яҙғанда, Павел шәхесебеҙҙең һәр яғына ҡағылған тәрән үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотҡан. («Тыштан ғына түгел, ә тулыһынса үҙгәрегеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Беҙгә зиһенебеҙҙе, йәғни иң йәшерен уйҙарыбыҙҙы, хистәребеҙҙе һәм теләктәребеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. Шуға күрә һәр беребеҙгә бындай һорау өҫтөндә уйланыу мөһим: «Мин тыштан ғына үҙгәрәмме, әллә ысын мәсихсе булыр өсөн эске булмышымды үҙгәртергә тырышаммы?» Ғайса Мәсихтең Матфей 12:43—45-тә (уҡығыҙ) яҙылған һүҙҙәре бындай мөһим хәҡиҡәткә иғтибар итә: насар уйҙарҙан арыныу ғына әҙ, уларҙы Алла хуплаған фекерҙәр менән алмаштырырға кәрәк.

«ФЕКЕР РӘҮЕШЕГЕҘ ҺӘМ РУХЫҒЫҘ ЯҢЫРҺЫН»

7. Эске булмышыбыҙҙы нисек үҙгәртергә?

7 Әммә эске булмышыбыҙҙы үҙгәртеү мөмкинме? Алла Һүҙендә былай тиелгән: «Фекер рәүешегеҙ һәм рухығыҙ яңырһын, һәм Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә әйләнегеҙ» (Ефес. 4:23, 24). Эйе, шундай етди үҙгәрештәр яһау мөмкин, ләкин был еңел түгел. Насар теләктәрҙән һәм эштәрҙән тыйылыу ғына әҙ, беҙгә фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе яңыртырға, йәғни теләктәрҙе, ғәҙәттәрҙе һәм этәргес ниәттәрҙе үҙгәртергә кәрәк. Был өҙлөкһөҙ процесс.

8, 9. Бер ағай-ҡәрҙәштең миҫалы эске булмышыбыҙҙы үҙгәртеүҙең мөһимлеген нисек күрһәтә?

8 Үткәндә һуғыш суҡмары булған бер ағай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Эскелек менән һуғышыу ғәҙәтен ташлағас, ул һыуға сумдырыла. Бының менән ул күршеләренә яҡшы шаһитлыҡ бирә. Әммә һыуға сумдырылғандан һуң күп тә үтмәҫтән, ул көтөлмәгән һынауға осрай. Бер иҫерек ир ҡәрҙәшебеҙҙең өйөнә килә лә уның менән һуғышырға маташа. Тәүҙә ҡәрҙәшебеҙ үҙен тотоп ҡала, әммә теге ир Йәһүәнең исемен хурлай башлағас, ул сығырынан сыға. Ҡәрҙәшебеҙ, урамға сығып, уны туҡмап ташлай. Ни өсөн ағай-ҡәрҙәш үҙен ҡулда тота алмаған? Изге Яҙманы өйрәнеү уға көс ҡулланыу теләген йүгәнләргә ярҙам итһә лә, ул үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртмәгән әле. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул эске булмышын яңыртмаған.

9 Ләкин ҡәрҙәшебеҙ бирешмәй (Ғиб. һүҙ. 24:16). Өлкәндәрҙең ярҙамы менән ул артабан рухи яҡтан үҫә һәм һөҙөмтәлә өлкән булып китә. Бер нисә йылдан һуң ул үткәндә булған хәлгә оҡшаш һынауға осрай. Батшалыҡ залы янында бер иҫерек ир өлкәндәрҙең береһенә бәйләнә башлай. Быны күреп ҡалғас, ҡәрҙәшебеҙ нисек эш итә? Ул тыныс һәм баҫалҡы итеп был ир менән һөйләшә, уны тынысландыра һәм өйгә оҙатып ебәрә. Ни өсөн был юлы ҡәрҙәшебеҙ үҙен башҡаса тотҡан? Сөнки ул үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәрткән. Хәҙер ул тыныс, баҫалҡы кешегә әйләнгән һәм бының менән Йәһүәгә дан килтергән!

10. Эске булмышыбыҙҙы үҙгәртер өсөн нимә эшләргә кәрәк?

10 Ундай үҙгәрештәр күҙ асып йомған арала яһалмай. Бының өсөн йылдар буйы бар көстө һалырға тура килергә мөмкин (2 Пет. 1:5). Кеше хәҡиҡәттә күп йылдар булғанға ғына үҙгәреп китмәй шул. Эске булмышыбыҙҙы үҙгәртер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк. Әйҙәгеҙ, был йәһәттән беҙгә нимә ярҙам итә алғанын ҡарап сығайыҡ.

ФЕКЕР ЙӨРӨТӨҮ РӘҮЕШЕБЕҘҘЕ НИСЕК ҮҘГӘРТЕРГӘ?

Апай-ҡәрҙәш, үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртер өсөн, доға ҡыла, көҙгөгә ҡарап уйлана һәм яҡшы дуҫтар һайлай

11. Доға нисек фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе үҙгәртергә ярҙам итә?

11 Беренсенән, доға ҡылыу мөһим. Беҙгә, мәҙхиә йырлаусы кеүек: «Эй Раббым, миндә саф йөрәк булдыр, эсемә яңы рух, ҡаҡшамаҫ рух һал», — тип доға ҡылырға кәрәк (Зәб. 51:10). Беҙ фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе үҙгәртергә кәрәклеген танырға һәм Йәһүәнән ярҙам һорарға тейеш. Ни өсөн уның ярҙам итәсәгенә шикләнмәҫкә була? Йәзәкил көндәрендә Йәһүә ҡаты күңелле израилдәр тураһында бындай һүҙҙәр әйткән: «Мин уларҙың барыһын да берләштерермен һәм уларға яңы рух һалырмын... һәм уларға йомшаҡ йөрәк [йәғни Алланың күрһәтмәләренә буйһоноусан йөрәк] бирермен» (Йәз. 11:19, төшөрмә). Йәһүәнең был вәғәҙәһе беҙҙе бик рухландыра. Йәһүә шул израилдәргә үҙгәрергә ярҙам итергә теләгән, һәм ул беҙгә лә ярҙам итергә әҙер.

12, 13. а) Зәбур 119:59 буйынса, нимә тураһында уйланыу мөһим? б) Үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар биреп була?

12 Икенсенән, уйланыу үтә мөһим. Алла Һүҙен көн һайын иғтибар менән уҡығанда, уҡығандарыбыҙ тураһында уйланыуға ваҡыт бүлергә кәрәк. Тәрән уйланыу беҙгә ниндәй уйҙарҙан һәм хистәрҙән арынырға кәрәклеген күрергә ярҙам итер. (Зәбур 119:59-ҙы уҡығыҙb; Евр. 4:12; Яҡ. 1:25.) Беҙ үҙебеҙҙә был донъяның йоғонтоһо аҫтында тыуған ынтылыштар һәм теләктәр юҡмы икәнен асыҡларға тейеш. Шулай уҡ, көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы танып, уларҙан арыныр өсөн бөтә тырышлыҡтар һалыу мөһим.

13 Мәҫәлән, бындай һорауҙар өҫтөндә уйланып була: йөрәгемдә көнләшеү сатҡылары юҡмы? (1 Пет. 2:1). Сығышым, матди хәлем йә алған белемем арҡаһында үҙемде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймайыммы? (Ғиб. һүҙ. 16:5). Башҡа социаль дәрәжә йә бүтән раса кешеләренә түбәнһетеп ҡарамайыммы? (Яҡ. 2:2—4). Шайтан донъяһы тәҡдим иткән нәмәләр күңелемде йәлеп итмәйме? (1 Яхъя 2:15—17). Әхлаҡһыҙлыҡ һәм көс ҡулланыу менән бәйле күңел асыуҙарҙы оҡшата башламаныммы? (Зәб. 97:10; 101:3; Амос 5:15). Был шәхси һорауҙарға яуаптар беҙгә ниндәй яҡтарҙан үҙгәрергә кәрәклеген күрһәтер. Күңелебеҙгә ныҡ һеңгән тиҫкәре уйҙарҙан һәм хистәрҙән арынып, беҙ күктәге Атабыҙҙы ҡыуандырырбыҙ (Зәб. 19:14).

14. Ни өсөн яҡшы дуҫтар һайлау үтә мөһим?

14 Өсөнсөнән, яҡшы дуҫтар һайларға кәрәк. Аңлайбыҙмы быны, юҡмы, дуҫтар беҙгә көслө йоғонто яһай (Ғиб. һүҙ. 13:20). Ғәҙәттә, эш урынындағы хеҙмәттәштәр йә синыфташтар беҙгә Алла хуплаған нәмәләр тураһында уйланырға ярҙам итмәй. Әммә йыйылышта беҙ иң яҡшы дуҫтар таба алабыҙ. Унда беҙ «мөхәббәт менән изге эштәргә» рухландырылабыҙ (Евр. 10:24, 25).

ИМАНДА НЫҒЫНЫҒЫҘ

15, 16. Шайтан нисек беҙҙең фекер йөрөтөү рәүешебеҙгә тәьҫир итергә тырыша?

15 Шуны иҫтә тотоғоҙ: Шайтан беҙҙең фекер йөрөтөү рәүешебеҙгә тәьҫир итергә тырыша. Алла Һүҙенең беҙгә яһаған яҡшы йоғонтоһон нисек тә булһа кәметер өсөн, Шайтан донъяла таралған төрлө идеяларҙы ҡуллана.

16 Эден баҡсаһында Иблис Һауаға бындай һорау биргән: «Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы?» (Баш. 3:1). Шайтандың хакимлығы аҫтында ятҡан донъяла беҙ шиктәр тыуҙыра торған һорауҙарҙы йыш ишетәбеҙ. Мәҫәлән: Алла ысындан да бер енестәге кешеләрҙең никахҡа инеүен хөкөм итәме? Алла ысындан да Яңы йылды һәм тыуған көндәрҙе байрам итеүҙән тыямы? Алла ысындан да ҡан ебәреүҙән баш тартыуығыҙҙы теләйме? Ҡайғыртыусан Алла ысындан да һеҙгә йыйылыштан сығарылған туғандар һәм дуҫтар менән аралашмаҫҡа ҡушамы?

17. Шиктәр тыуҙырған һорауҙар менән нимә эшләргә, һәм Колосстарға 2:6, 7-лә яҙылғанса, нимәгә ынтылырға кәрәк?

17 Беҙ ҡараштарыбыҙҙа инанған булырға тейеш. Мөһим һорауҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырһаҡ, беҙҙең хәҡиҡәттә шикләнә башлауыбыҙ ихтимал. Ә шиктәр, фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе ағыулап, иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға мөмкин. Быға юл ҡуймаҫ өсөн нимә эшләргә? Алла Һүҙе ҡушҡанса, уй-фекерҙәребеҙҙе үҙгәртергә тырышһаҡ, «Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген» асыҡлай алырбыҙ (Рим. 12:2). Шәхси өйрәнеүҙе даими үткәреп, беҙ Изге Яҙмала яҙылғандарҙың хәҡиҡәт икәненә инанырбыҙ. Шулай уҡ Йәһүәнең нормалары һәр ваҡыт дөрөҫ икәнен асығыраҡ күрербеҙ. Шул саҡта беҙ, ныҡлы тамыр йәйгән ағас кеүек, иманда нығынырбыҙ. (Колосстарға 2:6, 7-не уҡығыҙ.)

18. Шайтан донъяһы таҡҡан ҡараштарҙан арынырға беҙгә нимә ярҙам итер?

18 Бер кем дә һеҙҙең урынға иманығыҙҙы нығыта алмай, шуға күрә артабан да яңыса фекер йөрөтөргә өйрәнегеҙ. Өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ, Йәһүәнән изге рух һорағыҙ. Тәрән уйланығыҙ, хистәрегеҙгә һәм этәргес теләктәрегеҙгә анализ яһағыҙ. Яҡшы дуҫтар һайлағыҙ, зиһенегеҙҙе яңыртырға ярҙам иткән кешеләр менән аралашығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ, Шайтан донъяһы таҡҡан зыянлы ҡараштарҙан арынып, Алла тураһындағы белемгә ҡаршы торған «һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы» емерә алырһығыҙ (2 Кор. 10:5).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Римдарға 12:2 буйынса, ниндәй ике аҙым яһарға кәрәк?

  • Ниндәй өс аҙым ярҙамында фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе үҙгәртеп була?

  • Колосстарға 2:6, 7-лә яҙылған кәңәште нисек ҡулланып була?

50-СЕ ЙЫР Бағышланыу доғаһы

a Элекке тормошобоҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм алған белемебеҙ фекер йөрөтөү рәүешебеҙгә йә яҡшы, йә насар яҡтан тәьҫир итә. Бәлки, дөрөҫ булмаған ҡайһы бер ҡараштар шәхесебеҙгә тәрән үтеп ингәндер. Был мәҡәләлә беҙ уларҙан нисек арынып булғанын ҡарап сығырбыҙ.

b Зәбур 119:59: «Аҙымдарымды иҫкә төшөрөүҙәреңә табан борор өсөн, үҙ юлдарымды тикшерәм мин».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу