Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w19 июль 14—19 бб.
  • «Барығыҙ һәм уларҙы минең шәкерттәрем итегеҙ»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Барығыҙ һәм уларҙы минең шәкерттәрем итегеҙ»
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • НИ ӨСӨН ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕ БИК МӨҺИМ?
  • ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕ ҮҘ ЭСЕНӘ НИМӘНЕ АЛА?
  • ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНДӘ БӨТӘ МӘСИХСЕЛӘР ҘӘ ҠАТНАШАМЫ?
  • НИ ӨСӨН ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНДӘ ТҮҘЕМЛЕК КӘРӘК?
  • Һеҙ шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнаша алаһығыҙмы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Барығыҙ һәм шәкерттәр әҙерләгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (II өлөш)
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (I өлөш)
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
w19 июль 14—19 бб.

29-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Барығыҙ һәм уларҙы минең шәкерттәрем итегеҙ»

«Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ» (МАТФ. 28:19).

60-СЫ ЙЫР Яҡшы хәбәр йәшәү бирә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1, 2. а) Ғайсаның Матфей 28:18—20-лә яҙылған һүҙҙәре буйынса, мәсихселәр йыйылышының төп маҡсаты ниндәй? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

ГАЛИЛЕЯЛА тау битендә йыйылғанда, илселәр, моғайын, бик тулҡынланғандыр. Терелтелгәндән һуң, Ғайса Мәсих уларға шул урында осрашырға тәҡдим иткән (Матф. 28:16). Күрәһең, тап шул осраҡта ул 500-ҙән ашыу шәкертенә күренгән дә (1 Кор. 15:6, 7). Ни өсөн Ғайса үҙ шәкерттәрен йыйған? Ул уларға бындай иҫ киткес йөкләмә биргән: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ». (Матфей 28:18—20-не уҡығыҙ.)

2 Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткән шәкерттәр беренсе быуаттағы мәсихселәр йыйылышының ағзалары булып киткән. Был йыйылыштың төп маҡсаты күберәк шәкерттәр әҙерләү булғанb. Бөгөн бөтә ер шарында тиҫтәләгән мең йыйылыш бар, һәм уларҙың төп маҡсаты шундай уҡ. Был мәҡәләлә бындай дүрт һорау ҡаралыр: ни өсөн шәкерттәр әҙерләү эше шул тиклем мөһим? Был эш үҙ эсенә нимәне ала? Шәкерттәр әҙерләү эшендә бөтә мәсихселәр ҙә ҡатнашамы? Ни өсөн был эштә түҙемлек кәрәк?

НИ ӨСӨН ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕ БИК МӨҺИМ?

3. Яхъя 14:6 һәм 17:3 буйынса, ни өсөн шәкерттәр әҙерләү эше шул тиклем мөһим?

3 Ни өсөн шәкерттәр әҙерләү эше шул тиклем мөһим? Сөнки Мәсихтең шәкерте генә Алланың дуҫы була ала. Бынан тыш, Мәсих артынан барған кеше инде хәҙер тормошон яҡшырта һәм киләсәктә мәңге йәшәү өмөтөнә эйә була. (Яхъя 14:6; 17:3-тө уҡығыҙ.) Һис шикһеҙ, Ғайса беҙгә тапшырған эш бик яуаплы, әммә беҙ уны үҙебеҙ генә башҡармайбыҙ. Илсе Павел үҙе һәм башҡа мәсихселәр тураһында былай тип яҙған: «Беҙ — Алланың хеҙмәттәштәре» (1 Кор. 3:9). Йәһүә менән Ғайса Мәсих камил булмаған кешеләргә ниндәй ҙур хөрмәт күрһәткән!

4. Иван менән Матильданың осрағынан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

4 Шәкерттәр әҙерләү эше беҙгә күп шатлыҡ килтерә ала. Колумбияла йәшәгән Иван менән Матильданың осрағына иғтибар итәйек. Улар Давьер исемле йәш иргә вәғәзләгән. Давьер уларға: «Үҙгәрергә теләйем, әммә үҙгәрә алмайым», — тип әйткән. Ул бокс менән шөғөлләнгән, наркотиктар ҡулланған, саманан тыш күп эскән һәм Эрика исемле ҡатын менән никахһыҙ йәшәгән. Иван былай тип һөйләй: «Давьер төпкөл ауылда йәшәй ине, һәм уға барып етер өсөн беҙгә бер нисә сәғәт буйы велосипедта бысраҡ соҡор-саҡырлы юлдан барырға тура килә торғайны. Давьер яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлағас, Эрика ла Изге Яҙманы өйрәнергә булды». Ваҡыт уҙыу менән Давьер эсеүен һәм наркотиктар ҡулланыуын ташлаған, шулай уҡ боксты ҡалдырған. Бынан тыш, ул Эрикаға өйләнгән. Матильда былай ти: «Давьер менән Эрика 2016 йылда һыуға сумдырылғас, беҙ Давьерҙың „үҙгәрергә теләйем, әммә үҙгәрә алмайым“ тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөк һәм шатлыҡтан илап ебәрҙек». Эйе, кешеләргә Мәсихтең шәкерттәре булып китергә ярҙам итеү — ифрат ҙур шатлыҡ!

ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕ ҮҘ ЭСЕНӘ НИМӘНЕ АЛА?

5. Шәкерттәр әҙерләү нимәнән башлана?

5 Шәкерттәр әҙерләр өсөн, башта эскерһеҙ кешеләрҙе эҙләп табырға кәрәк (Мат. 10:11, ЯДТ). Башҡаларға Йәһүә тураһында шаһитлыҡ биреп, беҙ үҙебеҙҙең ысындан да Йәһүә шаһиттары икәнебеҙҙе иҫбатлайбыҙ. Ә Мәсих тапшырған вәғәз эшен башҡарып, беҙ үҙебеҙҙең ысын мәсихселәр булғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

6. Вәғәздә уңышлы булырға беҙгә нимә ярҙам итер?

6 Ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе белергә бик теләй, әммә күпселек кеше тәүҙә рухи һорауҙар менән әллә ни ҡыҙыҡһынмай. Шунлыҡтан беҙгә уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк. Вәғәздә уңышлы булыр өсөн, яҡшы әҙерләнеү мөһим. Кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ темалар һайлағыҙ, ә шунан шул темаларға һөйләшеүҙе нисек башлап булғаны тураһында уйланығыҙ.

7. Вәғәздә нисек һөйләшеү башлап була, һәм ни өсөн кешеләрҙе иғтибар менән тыңлау һәм уларҙың фекерен хөрмәт итеү мөһим?

7 Мәҫәлән, кешенән былай тип һорарға була: «Һеҙгә бер һорау бирергә теләгән инем. Бөтә донъя буйынса кешеләр бер үк проблемалар менән осраша. Нисек уйлайһығыҙ, ер шары өҫтөнән бер генә хөкүмәт идара итһә, был проблемалар хәл ителер инеме?» Унан һуң Данил 2:44-тәге һүҙҙәрҙе ҡарап сығырға мөмкин. Йәки һөйләшеүҙе былайыраҡ башларға була: «Һеҙҙеңсә, балаға яҡшы тәрбиә бирергә нимә ярҙам итә ала?» Шунан Ҡанун 6:6, 7-гә иғтибар итергә мөмкин. Ниндәй генә тема һайлаһағыҙ ҙа, кешеләр тураһында уйлағыҙ. Изге Яҙманан белемдәр уларға ниндәй файҙа килтерәсәге тураһында уйланығыҙ. Кешеләр менән һөйләшкәндә, уларҙы иғтибар менән тыңлағыҙ һәм уларҙың фекерен хөрмәт итегеҙ. Шулай эшләп, һеҙ уларҙы яҡшыраҡ аңларһығыҙ, ә улар, моғайын, һеҙҙе теләберәк тыңлар.

8. Ни өсөн кешегә ҡат-ҡат барырға кәрәк?

8 Кеше Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡансы, һеҙгә, бәлки, күп кенә ваҡыт һәм көс сарыф итергә тура килер. Ни өсөн? Сөнки кеше өйҙә булмаҫҡа йә уның һөйләшергә ваҡыты булмаҫҡа мөмкин. Шулай уҡ, кеше һеҙҙең янда үҙен иркен тоя алһын өсөн, уға бер нисә тапҡыр ҡабат килеп китергә кәрәк булыуы ихтимал. Үҫемлек үҫһен өсөн, уға гел һыу ҡойоп торорға кәрәк. Шуның шикелле, кешелә Йәһүәгә һәм Ғайса Мәсихкә ҡарата яратыу үҫһен өсөн, уның менән гел Изге Яҙма буйынса фекер алышып торорға кәрәк.

ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНДӘ БӨТӘ МӘСИХСЕЛӘР ҘӘ ҠАТНАШАМЫ?

Ир кеше аэропортта стенд янында торған вәғәзселәрҙән баҫма ала; отпускыла булғанда, ул йәмәғәт урынында вәғәзләгән ҡәрҙәштәрҙе күрә; өйөнә ҡайтҡас, ул ишегенә шаҡыған вәғәзселәрҙе тыңлап тора

Бөтә донъя буйынса Йәһүә шаһиттары эскерһеҙ кешеләрҙе эҙләй (9, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)c

9, 10. Ни өсөн, эскерһеҙ кешеләрҙе эҙләп табыуҙа һәр мәсихсе ҡатнаша, тип әйтеп була?

9 Эскерһеҙ кешеләрҙе эҙләп табыуҙа һәр мәсихсе ҡатнаша. Был эште юғалған баланы эҙләү менән сағыштырып була. Ниндәй мәғәнәлә? Тормоштан алынған бер миҫалға иғтибар итәйек. Өйҙән алыҫ китеп аҙашҡан өс йәшлек бер малайҙы яҡынса 500 ирекмән эҙләгән. Ахыр сиктә, малай юғалғандан бирле 20 сәғәт тирәһе үткәс, бер ирекмән уны кукуруз баҫыуында тапҡан. Был ирекмән, баланы мин таптым, тип уйламаған. Ул былай тигән: «Баланы йөҙәрләгән кеше эҙләне, һәм уның табылыуы — беҙҙең уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ».

10 Күп кешеләр шундай балаға оҡшаш. Улар үҙҙәрен аҙашҡан итеп тоя. Уларҙың бер ниндәй өмөтө юҡ, һәм улар үҙҙәренең ярҙамға мохтаж булғандарын аңлай (Ефес. 2:12). 8 миллиондан ашыу мәсихсе эскерһеҙ кешеләрҙе табырға тырыша. Бәлки, һеҙ үҙегеҙ Изге Яҙманы өйрәнергә теләгән кешене тапмаҫһығыҙ ҙа. Әммә ундай кешене һеҙҙең территорияла хеҙмәт иткән башҡа вәғәзсе табырға мөмкин. Берәй ҡәрҙәшебеҙ кешегә Мәсихтең шәкерте булып китергә ярҙам иткәндә, бөтәбеҙҙең дә ҡыуанырға сәбәп бар, сөнки эскерһеҙ кешенең табылыуы — беҙҙең уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ.

11. Өйрәнеүсегеҙ булмаһа ла, һеҙ шәкерттәр әҙерләү эшендә нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

11 Үҙегеҙҙең өйрәнеүсегеҙ булмаһа ла, һеҙ шәкерттәр әҙерләү эшендә башҡаса ярҙам итә алаһығыҙ. Мәҫәлән, йыйылыш осрашыуына яңылар килгәндә, уларҙы йылы итеп ҡаршы алырға һәм уларға иғтибар бүлергә була. Шулай эшләһәгеҙ, улар, арабыҙҙағы яратыуҙы күреп, беҙҙең ысын мәсихселәр икәнебеҙгә инаныр (Яхъя 13:34, 35). Комментарийҙарығыҙҙы, хатта ҡыҫҡа ғына яуаптарығыҙҙы ла ишетеп, яңылар осрашыуҙа үҙ иманын эскерһеҙ һәм ихтирамлы итеп белдерергә өйрәнер. Һеҙ шулай уҡ, яңы вәғәзселәр менән хеҙмәткә барып, уларға вәғәздә Изге Яҙманы нисек ҡулланып булғанын күрһәтә алаһығыҙ. Шулай итеп һеҙ уларҙы Мәсихтән өлгө алырға өйрәтерһегеҙ (Лука 10:25—28).

12. Шәкерттәр әҙерләр өсөн иҫ киткес һәләттәр кәрәкме? Аңлатығыҙ.

12 Шәкерттәр әҙерләр өсөн иҫ киткес һәләттәр талап ителмәй. Ни өсөн? Боливияла йәшәгән Фаустина исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Йәһүә шаһиттары менән аралаша башлағанда, Фаустина уҡый белмәгән. Ваҡыт уҙыу менән ул бер аҙ уҡырға өйрәнгән. Хәҙер Фаустина һыуға сумдырылған апай-ҡәрҙәш, һәм уға башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтеү бик оҡшай. Ғәҙәттә, ул аҙна һайын биш өйрәнеү үткәрә. Өйрәнеүселәре кеүек яҡшы уҡый белмәһә лә, Фаустина ярҙамында алты кеше һыуға сумдырылған (Лука 10:21).

13. Тығыҙ графикка ҡарамаҫтан, шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашыу ниндәй фатихалар килтерә?

13 Күп мәсихселәрҙең графигы бик тығыҙ, сөнки улар төрлө мөһим эштәр менән мәшғүл. Шулай ҙа улар Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәреү өсөн ваҡыт таба һәм был эштән ҙур шатлыҡ ала. Мәҫәлән, Аляскала йәшәгән Мелани исемле апай-ҡәрҙәш бер үҙе 8 йәшлек ҡыҙын тәрбиәләгән. Ул шулай уҡ тулы ваҡытлы эштә эшләгән һәм рак ауырыуынан интеккән атаһын ҡараған. Мелани төпкөл ҡалала берҙән-бер Йәһүә шаһиты булған. Ул һыуыҡта вәғәзләргә көс һорап доға ҡылған, сөнки Изге Яҙма өйрәнеүе табырға бик теләгән. Ахыр сиктә, ул Сараны осратҡан. Сара Алланың шәхси исемен белергә бик шат булған. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Сара Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан. Мелани былай тип һөйләй: «Йома көнөнөң кисендә мин бик арый инем, әммә беҙ ҡыҙым менән барыбер өйрәнеү үткәрергә бара торғайныҡ. Беҙгә Сараның һорауҙарына яуаптар эҙләү бик оҡшай ине. Һөҙөмтәлә Сара Йәһүәнең дуҫы булып китте. Быны күреү беҙгә сикһеҙ шатлыҡ килтерҙе». Сара ҡыйыулыҡ менән бөтә ҡаршылыҡтарҙы кисереп сыҡҡан, сиркәүен ҡалдырған һәм һыуға сумдырылған.

НИ ӨСӨН ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНДӘ ТҮҘЕМЛЕК КӘРӘК?

14. а) Ниндәй яҡтарҙан шәкерттәр әҙерләү эше балыҡ тотоуға оҡшаш? б) Павелдың 2 Тимофейға 4:1, 2-лә яҙылған һүҙҙәре һеҙҙе нимәгә дәртләндерә?

14 Вәғәз эшендә һалған тырышлыҡтарығыҙ бушҡа кеүек тойолһа ла, бирешмәгеҙ һәм артабан да шәкерт булып китә алған кешеләрҙе эҙләгеҙ. Ғайса был эште балыҡ тотоу менән сағыштырған. Ҡайһы саҡ, балыҡсы берәй нәмә тотҡансы, күп сәғәттәр үтә. Йыш ҡына балыҡсы төнөн йә иртән-иртүк эшләй, ә ҡайһы берҙә уға ҙур аралар үтергә тура килә (Лука 5:5). Шуның шикелле, ҡайһы бер вәғәзселәр, төрлө ваҡытта һәм төрлө ерҙәрҙә вәғәзләп, түҙемлек менән күп сәғәттәр буйы «балыҡ тоторға» тырыша. Ни өсөн? Сөнки, шулай эшләп, улар күберәк кешеләрҙе осрата ала. Был йәһәттән күп тырышлыҡ һалған ҡәрҙәштәр йыш ҡына бүләкләнә — хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе таба. Һеҙ ҙә күберәк кешеләрҙе осратып булған ерҙәрҙә һәм ваҡытта вәғәзләй алыр инегеҙме? (2 Тимофейға 4:1, 2-не уҡығыҙ.)

Шул уҡ ир Изге Яҙманы өйрәнә һәм һыуға сумдырыла

Түҙемлек менән өйрәнеүселәргә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итегеҙ (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)d

15. Ни өсөн, кеше менән өйрәнеү үткәргәндә, түҙемлек кәрәк?

15 Ни өсөн, кеше менән өйрәнеү үткәргәндә, түҙемлек кәрәк? Сәбәптәрҙең береһе: беҙ кешегә Изге Яҙмалағы тәғлимәттәрҙе белергә һәм яратырға ярҙам итеү менән генә сикләнмәйбеҙ, ә шулай уҡ уға Изге Яҙманың авторы Йәһүәне белергә һәм яратырға ярҙам итергә теләйбеҙ. Өҫтәүенә, Ғайсаның үҙ шәкерттәренән нимә талап иткәнен генә түгел, ә шулай уҡ уның әмерҙәре буйынса нисек йәшәргә икәнен дә аңлатыу мөһим. Беҙ, өйрәнеүсегә Изге Яҙмалағы принциптарҙы тормошта ҡулланырға ярҙам иткәндә, түҙемлек сағылдырырға тейеш. Кемдер үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен һәм ғәҙәттәрен бер нисә ай эсендә үҙгәртә, ә кемгәлер бының өсөн күберәк ваҡыт кәрәк.

16. Раулдең осрағынан нимәгә өйрәнеп була?

16 Перу илендә миссионер булып хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәштең осрағы түҙемлектең ни тиклем мөһим икәнен күрһәтә. Ул былай тип һөйләгән: «Мин Рауль исемле өйрәнеүсем менән ике китапты өйрәнеп бөттөм, әммә уға һаман да күп яҡтарҙан үҙгәрергә кәрәк ине. Уның никахта етди ауырлыҡтар бар ине, ул һүгенә ине һәм балалары уны һис тә хөрмәт итмәй ине. Ул осрашыуҙарға һәр ваҡыт йөрөгәнгә, мин артабан да уға һәм уның ғаиләһенә ярҙам итергә тырыштым. Рауль менән беренсе тапҡыр осрашҡандан һуң өс йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ул һыуға сумдырылды».

17. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

17 Ғайса беҙгә: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ», — тигән йөкләмә биргән. Был йөкләмәне үтәгәндә, беҙ йыш ҡына төрлө ҡарашлы кешеләр менән һөйләшәбеҙ. Мәҫәлән, беҙ Алланың барлығына ышанмаған йә бер ниндәй дини ойошмаға ҡушылмаған кешеләрҙе осратырға мөмкин. Киләһе мәҡәләлә беҙ шундай кешеләргә нисек вәғәзләп булғанын белербеҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ни өсөн шәкерттәр әҙерләү эше шул тиклем мөһим?

  • Шәкерттәр әҙерләү эшендә кемдәр ҡатнаша, һәм ни өсөн шулай тип әйтеп була?

  • Ни өсөн был эштә түҙемлек кәрәк?

68-СЫ ЙЫР Батшалыҡ орлоҡтарын сәсәбеҙ

a Мәсихселәр йыйылышына бирелгән төп йөкләмә — кешеләргә Мәсихтең шәкерттәре булып китергә ярҙам итеү. Был мәҡәләлә беҙ быға ҡағылышлы ғәмәли кәңәштәр табырбыҙ.

b АҢЛАТМА. Мәсихтең шәкерте булыу, Ғайсанан өйрәнеүҙән тыш, шулай уҡ уның өйрәткәндәре буйынса эш итеүҙе лә үҙ эсенә ала. Шәкерт Ғайсаның эҙенән мөмкин тиклем теүәлерәк барырға, йәғни унан үрнәк алырға тырыша (1 Пет. 2:21).

c РӘСЕМДӘ: отпускыға китеп барған ир аэропортта Йәһүә шаһиттарынан баҫма алған. Һуңыраҡ отпуск ваҡытында ул йәмәғәт урынында вәғәзләгән башҡа Шаһиттарҙы күрә. Ә отпускынан ҡайтҡас, бүтән вәғәзселәр уның өйөнә килә.

d РӘСЕМДӘ: шул уҡ ир Изге Яҙманы өйрәнә башлай һәм, ахыр сиктә, һыуға сумдырыла.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу