Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp20 № 1 14—15 бб.
  • Киләсәк хаҡындағы хәҡиҡәт

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Киләсәк хаҡындағы хәҡиҡәт
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЯҠШЫ ИДАРАЛЫҠ
  • ЯҠШЫ СӘЛӘМӘТЛЕК
  • ЫСЫН ТЫНЫСЛЫҠ
  • ЕР ЙӨҘӨНДӘ ЯҠШЫ КЕШЕЛӘР ГЕНӘ ЙӘШӘЙӘСӘК
  • БӨТӘ ЕР ЙӨҘӨ ОЖМАХҠА ӘЙЛӘНДЕРЕЛӘСӘК
  • Алла Батшалығы ниндәй эштәр башҡарасаҡ?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Алла Батшалығы инде идара итә!
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Был донъя менән нимә буласаҡ?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
wp20 № 1 14—15 бб.
Кешеләр ожмахтағы тормошҡа кинәнеп йәшәй

Киләсәк хаҡындағы хәҡиҡәт

Киләсәктә үҙегеҙҙе нимә көткәне хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, оҙаҡламай буласаҡ мөһим ваҡиғалар ерҙәге бөтә кешеләргә лә ҡағыласаҡ.

Ғайса «Алла Батшалығының яҡын икәнлеген» нисек белеп булыуын аңлатҡан (Лука 21:31). Уның пәйғәмбәрлеге буйынса башҡа ваҡиғалар менән бер рәттән, ҡот осҡос һуғыштар, көслө ер тетрәүҙәр, аслыҡ булыр һәм йоғошло ауырыуҙар таралыр. Быларҙың барыһын да беҙ үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ (Лука 21:10—17).

Изге Яҙмала ахырызаманда шулай уҡ кешеләрҙең үҙҙәрен нисек тотасағы хаҡында, теүәлерәк әйткәндә, нисек тотмаясағы тураһында ла яҙылған. Был турала һеҙ Инжил китабынан уҡый алаһығыҙ (2 Тимофейға 3:1—5). Кешеләрҙең шундай тәртибен һәм сифаттарын күргәндә, һеҙ, һис шикһеҙ, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектең бөгөнгө көндәргә тура килеүе менән ризалашырһығыҙ.

Быларҙың барыһы нимәне аңлата? Алла Батшалығының ерҙәге тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк ваҡыттың бик яҡын булыуын аңлата (Лука 21:36). Изге Яҙмала ер өсөн һәм кешеләр өсөн Алланың матур вәғәҙәләре яҙылған. Шуларҙың бер нисәһенә иғтибар итәйек.

ЯҠШЫ ИДАРАЛЫҠ

«Бөтә халыҡтар, ҡәбиләләр һәм телдәр уға [Ғайсаға] хеҙмәт итһен өсөн, уға хакимлыҡ, дан һәм батшалыҡ бирелде. Уның хакимлығы — быуаттарға һуҙылған бөтмәйәсәк хакимлыҡ, һәм уның батшалығы емерелмәйәсәк» (ДАНИЛ 7:14).

Был нимәне аңлата? Һеҙ ғәләмдәге иң яҡшы хөкүмәттең идараһы аҫтында йәшәй алаһығыҙ. Был Батшалыҡтың Батшаһы итеп Алла Ғайсаны ҡуйған.

ЯҠШЫ СӘЛӘМӘТЛЕК

Ҡыҙ инвалид коляскаһынан тороп йөрөй башлай

«Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ» (ИШАҒЫЯ 33:24).

Был нимәне аңлата? Һеҙ бер ҡасан да ауырымаясаҡһығыҙ һәм кеше көнлө булмаясаҡһығыҙ; һеҙ үлмәй йәшәй алырһығыҙ.

ЫСЫН ТЫНЫСЛЫҠ

Ватыҡ винтовка

«Ул бөтөн ерҙә һуғыштарҙы туҡтата» (ЗӘБУР 46:9).

Был нимәне аңлата? Бүтән бер ҡасан да һуғыштар һәм улар тыуҙырған ғазаптар булмаясаҡ.

ЕР ЙӨҘӨНДӘ ЯҠШЫ КЕШЕЛӘР ГЕНӘ ЙӘШӘЙӘСӘК

«Яуыздар инде юҡ буласаҡ... Йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ» (ЗӘБУР 37:10, 11).

Был нимәне аңлата? Яуыздар бүтән булмаясаҡ, ерҙә Аллаға ысын күңелдән тыңлаусан булған кешеләр генә йәшәйәсәк.

БӨТӘ ЕР ЙӨҘӨ ОЖМАХҠА ӘЙЛӘНДЕРЕЛӘСӘК

«Кешеләр йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар» (ИШАҒЫЯ 65:21, 22).

Был нимәне аңлата? Бөтә ер йөҙө матур буласаҡ. Доғаларыбыҙҙа, «ерҙә лә ихтыярың үтәлһен», тип әйткән һүҙҙәребеҙҙе Алла тормошҡа ашырасаҡ (Матфей 6:10).

Кешеләр ожмахтағы тормошҡа кинәнеп йәшәй
    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу