«Алла Һүҙе менән тәүге танышыу» тигән брошюра ярҙамында һөйләшеүҙе башлап ебәрәбеҙ
1. Хеҙмәт өсөн беҙҙең ниндәй яңы ҡоралыбыҙ бар?
1 «Алла Батшалығын беренсе урынға ҡуйығыҙ!» тип аталған региональ конгреста беҙ «Алла Һүҙе менән тәүге танышыу» тигән брошюра алдыҡ. Вәғәз алдынан инеш һүҙҙәрҙе әҙерләгәндә, был яңы ҡоралды нисек ҡулланып була? Шиғырҙар Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән темалар буйынса төркөмләнгәнгә, һөйләшеүҙе брошюра ярҙамында башлап ебәреү еңел.
2. «Алла Һүҙе менән тәүге танышыу» тигән брошюраны хеҙмәттә нисек ҡулланып була?
2 Мәҫәлән, 8-се һорауҙы ҡулланып, былай тип әйтеп була: «Беҙ кешеләр менән бер һорау буйынса ҡыҫҡаса фекер алышабыҙ. Бөгөн күптәрҙе бындай һорау борсой: „Кешеләрҙең ғазаптарында Алла ғәйеплеме?“ [Ҡайһы бер осраҡтарҙа кешегә һорауҙы брошюраның үҙенән күрһәтеү яҡшыраҡ.] Һеҙ шул турала нимә уйлайһығыҙ? [Яуабын тыңла.] Был һорауға ҡәнәғәтләндерерлек яуапты Изге Яҙмаларҙан табып була». Брошюрала килтерелгән бер-ике шиғырҙы Изге Яҙмаларҙың үҙенән уҡы һәм аңлат. Кеше ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, йөкмәткеләге 20 һорауҙы күрһәт һәм, киләһе тапҡыр ниндәй һорау буйынса фекер алышырға теләр инегеҙ, тип һора. Йәки уға өйрәнеү өсөн баҫманы тәҡдим ит, сөнки унда һеҙ ҡарап сыҡҡан һорауға ентекләберәк яуап бирелә.
3. Беҙ кешеләр христиан динен тотмаған ерҙә вәғәзләгәндә, «Алла Һүҙе менән тәүге танышыу» тигән брошюра ярҙамында һөйләшеүҙе нисек башлай алабыҙ?
3 Беҙ кешеләр христиан динен тотмаған ерҙә вәғәзләгәндә, 4-се һәм 13—17-се һорауҙарҙы ҡулланһаҡ, файҙалы булыр. 17-се һорауға килтерелгән мәғлүмәтте ҡулланып, мәҫәлән, былай тип әйтеп була: «Бөгөн беҙ кешеләр менән ғаиләләр кисергән ауырлыҡтар тураһында һөйләшәбеҙ. Беҙҙең көндәрҙә ғаиләләр күп ауырлыҡтар менән осраша, һеҙ шуның менән ризамы? [Яуабын тыңла.] Күпселек ирле-ҡатынлыларға бер аҡыллы кәңәш ярҙам итә: „Ҡатын үҙ ирен тәрән хөрмәт итһен“. [Был һүҙҙәрҙең Эфестарға 5:33-тән алынғанын әйтмәһәң дә була. Ҡатын менән һөйләшкәндә, Эфестарға 5:28-ге һүҙҙәрҙе килтер.] Һеҙҙеңсә, был кәңәште ҡулланыу ғаиләне нығыта аламы?»
4. Христиан динен тотмаған кешеләр менән һөйләшеүҙе тамамлағанда, нимә әйтеп була?
4 Һөйләшеүҙең аҙағында кеше менән киләһе осрашыу тураһында һүҙ ҡуйышып була. Мәҫәлән, һеҙ ҡарап сыҡҡан һорауға килтерелгән башҡа бер шиғыр буйынса фекер алышырға мөмкин. Уңайлы ваҡытта һеҙ уҡып сыҡҡан аҡыллы һүҙҙәрҙең Изге Яҙмаларҙан алынғанын әйтеп кит. Үткән һөйләшеүҙәрегеҙҙе күҙ уңында тотоп һәм кешенең Изге Яҙмаларға ҡарата ҡарашын иҫәпкә алып, уға ҡыҙыҡ буласаҡ баҫманы тәҡдим ит. (2013 йылдың декабрь һанындағы «Беҙҙең батшалыҡ хеҙмәтебеҙ»ҙең (тат.) өҫтәмә биттәрендәге мәғлүмәтте ҡара.)