Конгресс менән бәйле иҫкә төшөрөүҙәр
Конгресс расписаниеһы. Иртәнге сәғәт 8:00-дән алып конгресҡа килә башларға мөмкин буласаҡ. Һәр көн сәғәт 9:20-лә программаның башланыуы тураһында иғлан яһаласаҡ һәм музыка башланасаҡ. Шул саҡта барыбыҙ үҙ урындарыбыҙға барып ултырһаҡ, программа матур итеп башланасаҡ. Йома һәм шәмбе көндәре программа яҡынса 17:00, ә йәкшәмбе көнө — яҡынса 16:00 сәғәттә тамамланасаҡ.
Йырлап Йәһәвәне данлайбыҙ. Боронғо заманда Алла халҡы йырлап Йәһәвәне данлаған. Бөгөн дә музыка хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙың мөһим өлөшө булып тора (Мәҙ. 27:7). Региональ конгрестың һәр өлөшө музыка менән башлана. Уны фон өсөн генә түгел, ә Йәһәвә тураһында белем бирер өсөн һәм ғибәҙәт ҡылыр өсөн яҙғандар. Шуға күрә конгресс программаһының рәисе музыканың башланыуы хаҡында иғлан яһағанда, һөйләшмәйек, ә үҙ урындарыбыҙға ултырып, музыканы тыңлайыҡ. Шулай итеп беҙ Күҙәтеү манараһы йәмғиәтенең оркестры һалған тырышлыҡтарҙы ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ. Был ҡәрҙәштәр йылына ике тапҡыр үҙ аҡсаларына Паттерсонға (Нью-Йорк штаты) барып, беҙҙең өсөн матур музыка яҙҙырып ҡайта. Программа башында яңғыраған музыканы иғтибарлап тыңлағандан һуң, һәр беребеҙ Йәһәвәне данлар өсөн Батшалыҡ йырҙарын йырлауға ҡушылырға тейеш.
Машиналарҙы ҡуйыу урыны. Конгресс үткәрелгән ерҙәрҙә, мөмкин булғанса, машиналарҙы ҡуйыр өсөн бушлай урындар әҙерләнәсәк. Конгресҡа килгәс, машинаны буш урынға ҡуйып була. Бөтәһенә лә урын етмәҫкә мөмкин, шуға күрә бер нисә ҡәрҙәш берләшеп, бер машинала килһә, яҡшырыҡ булыр ине. Инвалидтар өсөн айырым урындар бүлеп ҡуйыласаҡ, тейешле билдәләре булған машиналар шунда туҡтай аласаҡ.
Урындар. Ишектәр асылғас, ярышҡандай тиҙерәк урын алырға ашыҡмағыҙ. Зинһар, башҡаларға иғтибарлы булығыҙ һәм фиҙаҡәрлек рухы күрһәтегеҙ. Бындай рух ысын мәсихселәрҙе айырып тора. Фиҙаҡәр булһаҡ, беҙҙе күҙәткән кешеләр Алланы данлаясаҡ (Яхъя 13:34, 35; 1 Көр. 13:5; 1 Пет. 2:12). Һеҙҙең менән бер машинала килгән йәки бергә йәшәгән кешеләр һәм өйрәнеүселәрегеҙ өсөн генә урын алырға мөмкин. Зинһар, буш булған урындарға әйберҙәрегеҙҙе һалмағыҙ. Шул саҡта башҡалар был урындарға ултыра алыр. Оло йәштә булған һәм ауырыған кешеләр өсөн махсус урындар бүлеп ҡуйыласаҡ. Был урындар һаны сикле, шуға күрә улар менән бергә уларҙы ҡайғыртҡан бер-ике кеше генә ултыра ала.
Тыйнаҡ кейенеү. Конгресҡа барғанда, беҙ был донъяға хас самаһыҙлыҡты сағылдырмаған тейешле һәм тыйнаҡ кейем кейергә тейешбеҙ (1 Тим. 2:9). Ҡунаҡханала теркәлгән ваҡытта йәки унан киткәндә, конгресс алдынан йәки унан һуң ял иткән саҡта тышҡы ҡиәфәтебеҙ үтә ябай йәки бысраҡ булмаһын. Шул саҡта беҙ дәрәжәбеҙҙе төшөрмәйенсә плакеткабыҙҙы йөрөтә алырбыҙ һәм мөмкинлек тыуғанда, оялмайынса шаһитлыҡ бирербеҙ. Конгресс ваҡытындағы тышҡы ҡиәфәтебеҙ һәм өлгөлө тәртибебеҙ эскерһеҙ кешеләрҙе Изге Яҙмаларҙың үтә мөһим хәбәренә йәлеп итеүҙән тыш, Йәһәвәне һөйөндөрәсәк (Саф. 3:17).
Электрон яйланмалар. Башҡаларға программаны тыңларға ҡамасауламаҫ өсөн, кеҫә телефондарыбыҙҙы йәки башҡа электрон яйланмаларыбыҙҙы тейешле режимға күсереп ҡуйһаҡ, әҙәплелек күрһәтербеҙ. Фотоаппарат, видеокамера, планшет йәки башҡа берәй электрон яйланманы ҡулланғанда, беҙ башҡаларға иғтибарлы булырға теләйбеҙ, шуға күрә уларға ҡамасауламаҫбыҙ һәм сәхнәне ышыҡламаҫбыҙ. Әҙәплелек күрһәтергә теләһәк, беҙ шулай уҡ программа ваҡытында кәрәкмәгән смс-хәбәрҙәр һәм электрон почта аша хаттар ебәреп ултырмаҫбыҙ.
Төшкө аш. Зинһар, тәнәфес ваҡытында конгресс үткән урындан китеп йөрөмәҫ өсөн, төшкө ашты үҙегеҙ менән алып килегеҙ. Кәрәк булһа, ултырғыс аҫтына ҡуйып булған һыуытҡыс-сумка алырға мөмкин. Тәбиғәттә ял итеү өсөн ҙур һыуытҡыс-сумкаларҙы һәм быяла һауыттырҙы конгресҡа алып килергә ярамай.
Ирекле иғәнәләр. Беҙ Батшалыҡ Залыбыҙҙа йәки конгреста бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ өсөн ирекле иғәнә һалып, конгрестың ойошторолоуы өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерә алабыҙ.
Дарыуҙар. Әгәр һеҙ табип яҙып биргән дарыуҙар эсһәгеҙ, уларҙы үҙегеҙ менән алырға онотмағыҙ, сөнки конгреста ундай дарыуҙар бирелмәй. Инсулин ҡаҙар өсөн шприцтар һәм энәләр — ҡурҡыныс ҡалдыҡтар, уларҙы конгреста һәм ҡунаҡханала торған сүп-сар һауыттарына ташларға ярамай.
Хәүефһеҙлек саралары. Тайғаҡ йәки тигеҙ булмаған иҙән буйлап йөрөгәндә йығылмаҫ өсөн, бик һаҡ булығыҙ. Йыл һайын уңайһыҙ аяҡ кейеме, айырыуса бейек үксәле туфлиҙар йә итектәр арҡаһында күп кеше йәрәхәтләнә. Баҫҡыстар буйлап, рәшәткәле йәки ауыш иҙәндән йөрөүе уңайлы булһын өсөн, аяҡ кейеме яҡшы һайланған булырға тейеш.
Балалар коляскалары һәм йыйылмалы ултырғыстар. Конгресс үткән урында балалар коляскаларын һәм йыйылмалы ултырғыстарҙы ҡулланырға ярамай. Ләкин ата-әсәләр балалар креслоһы алып килеп, уны йәнәштәге ултырғысҡа беркетеп ҡуя ала.
Парфюмерия. Конгрестарҙың күбеһе ябыҡ биналарҙа үтә, унда вентиляция ярҙамында һауа яһалма рәүештә алмаштырыла. Шуға күрә башҡаларға яратыу күрһәтеп, көслө еҫ аңҡытҡан хушбуйҙар ҡулланыуҙы сикләү яҡшы булыр ине. Хушбуй еҫе тын юлдары ауырыуы һәм уға оҡшаш башҡа сирҙәрҙән интеккән кешеләрҙең һаулығына зыян килтерергә мөмкин (1 Көр. 10:24).
«Зинһар, был кешегә килеп кит» тигән бланк (S-43). Конгресс ваҡытында осраҡлы вәғәз ярҙамында табылған һәр бер ҡыҙыҡһынған кеше тураһында хәбәр итергә кәрәк. Быны S-43 бланкын ҡулланып эшләп була. Тултырылған бланктарҙы йә әҙәбиәт бүлегенә, йә конгрестан ҡайтҡас, йыйылышығыҙҙың сәркәтибенә тапшырырға кәрәк.
Кафелар һәм ресторандар. Кафела йәки ресторанда булған саҡта тәртибегеҙ менән Йәһәвәне данлағыҙ. Тышҡы ҡиәфәтегеҙҙән мәсихсе булыуығыҙ күренеп торһон. Ул ерҙә ғәҙәткә ингән булһа, сәйлек ҡалдырығыҙ.
Ҡунаҡханалар.
Зинһар, кәрәгенән артыҡ бүлмәләр бронләмәгеҙ. Бүлмәлә йәшәй алған кеше һанын ҡунаҡхана билдәләй, шул һандан күберәк кеше булмаһын.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа, брондән баш тартығыҙ. Бының тураһында шунда уҡ ҡунаҡханаға хәбәр итегеҙ. Шул саҡта был бүлмәләрҙә башҡа кешеләр туҡтай алыр (Мат. 5:37). Брондән баш тартҡанығыҙҙы теркәп ҡуйһындар. Әгәр һеҙ был хаҡта 48 сәғәттән әҙерәк ваҡыт алдан хәбәр итһәгеҙ, аҡсағыҙҙы ҡайтармаясаҡтар.
Зинһар, шуға иғтибар итегеҙ: ҡунаҡханала регистрация үткәндә, дебет йәки кредит карталары менән ҡулланһағыҙ, ғәҙәттә ҡунаҡхана эшселәре бүлмә өсөн сығымдарҙы йә була алған зыянды ҡаплар өсөн, картанан билдәле күләмдәге аҡсаны ваҡытлыса үҙендә ҡалдыра. Киткәндән һуң бер нисә көн дауамында ҡунаҡхана менән расчет яһамаһағыҙ, карталағы шул аҡсаны ала алмаясаҡһығыҙ.
Әйберҙәрегеҙ әҙер булғанда ғына ҡул арбаһын алығыҙ, аҙаҡ башҡалар ҡуллана алһын өсөн, уны шунда уҡ урынына алып барып ҡуйығыҙ.
Урынлы булһа, әйберҙәрегеҙҙе ташыған йәки бүлмәгеҙҙе йыйыштырған эшселәргә сәйлек бирегеҙ.
Рөхсәт ителгән ерҙә генә аш әҙерләгеҙ.
Бушлай бирелгән иртәнге аштан, кофенан һәм боҙҙан артыҡ файҙаланмағыҙ, был уңайлыҡ менән ҡунаҡханала ғына ҡулланып була.
Ҡунаҡхана эшселәре менән һөйләшкәндә, һәр ваҡыт изге рух емешен сағылдырығыҙ. Улар бик күп кешене хеҙмәтләндерә, шуға күрә игелекле, түҙемле һәм әҙәпле булыуығыҙ өсөн рәхмәтле булыр.
Ата-әсәләр ҡунаҡханала булған ваҡытта, шул иҫәптән лифтта, бассейнда, вестибюлдә, тренажер залында һәм башҡа ерҙәрҙә балаларына һәр ваҡыт күҙ-ҡолаҡ булырға тейеш.
«Тәҡдим ителгән тороу урындары исемлеге»ндә бүлмәнең бер көнлөк тулы хаҡы күрһәтелгән. Әгәр һеҙ һорамаған һәм ҡулланмаған нәмәләр өсөн аҡса һораһалар, түләмәгеҙ һәм мөмкин тиклем тиҙерәк фатирҙар бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡунаҡханалағы бүлмә менән бәйле ниндәй генә ауырлыҡтар тыумаһын, был хаҡта кисектермәйенсә фатирҙар бүлегенә хәбәр итегеҙ.
Ирекле хеҙмәт. Ярҙам итергә теләгән һәр кеше конгрестың ирекле хеҙмәтселәр бүлегенә мөрәжәғәт итә ала. 16 йәштән кесе балалар ҙа үҙ өлөшөн индерә ала. Бала быны ата-әсәһенең береһе, опекуны йәки улар ышанып тапшырған башҡа бер өлкән кеше күҙәтеүе аҫтында эшләргә тейеш.