Һуҡыр кешеләргә Йәһәвә тураһында белем алырға ярҙам ит
1. Нисек Ғайса һуҡыр кешеләрҙең хәленә ингән?
1 Ғайсаның үлеменә бер нисә көн ҡала. Ул Иерихондан сығып барғанда, ике һуҡыр кеше: «Хужабыҙ, Дауыт Улы, беҙгә шәфҡәтле бул!» — тип ҡысҡыра. Ғайса буласаҡ ҡаты һынауҙар тураһындағы уйҙарға сумып барған булһа ла, ул туҡтай ҙа, һуҡыр кешеләрҙе саҡырып һауыҡтыра (Мат. 20:29—34). Ғайсаның үрнәгенә эйәреп, беҙ һуҡыр кешеләрҙең хәленә нисек инә алабыҙ?
2. а) Урамда осратҡан һуҡыр кешегә нисек вәғәзләргә? б) Һуҡыр кешегә ярҙам тәҡдим иткәндә, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
2 Ярҙам тәҡдим ит. Берәй ерҙә, мәҫәлән, урамда һуҡыр кешене осратҡанда, уның менән иҫәнләш, уға исемеңде әйт һәм ярҙамыңды тәҡдим ит. Тәүҙә ул һиңә, бәлки, ышанмаусанлыҡ белдерер, сөнки һуҡырҙар йыш ҡына алдаҡсылар ҡулына эләгә. Ләкин эскерһеҙ булһаң һәм йомшаҡ итеп һөйләшһәң, бәлки, уның күңелен яулап алырһың. Һуҡырлыҡтың дәрәжәләре төрлө булырға мөмкин, шуға күрә бөтә һуҡырҙар ҙа бер үк ярҙамға мохтаж түгел. Һуҡыр кешегә ярҙам күрһәткәндән һуң, уға Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән белем таратыу эшендә ҡатнашыуың тураһында әйтеп була. Шунан һуң унан берәй шиғырҙы, мәҫәлән, Мәҙхиә 145:8-ҙе йә Ишағия 35:5, 6-ны уҡырға рөхсәт һора. Әгәр ул Брайль шрифын ҡулланып уҡый белһә, унан, шул шрифтағы берәй баҫманы уҡып Изге Яҙмаларҙы яҡшыраҡ белгегеҙ киләме, тип һора. Шулай уҡ уға сайтыбыҙҙан аудиояҙмаларҙы күсереп алырға ярҙам итергә була. Экрандан уҡыу программаһы булған компьютер менән ҡулланһа, ул, бәлки, сайтыбыҙҙағы мәҡәләләрҙе һәм RTF форматында күсереп алып булған баҫмаларҙы ҡулланырға теләр. («Һуҡыр кешегә ярҙам тәҡдим иткәндә...» тигән рамканы ҡара.)
3. Йәшәгән ерегеҙҙә һуҡыр кешеләрҙе нисек эҙләп табырға?
3 Һуҡырҙарҙы эҙләп тап. Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, беҙ һуҡыр кешеләрҙе һирәк осратабыҙ, сөнки улар таныш булмаған кешеләргә ишек асырға ҡурҡа. Шуға күрә ундай кешеләрҙе эҙләп табыр өсөн һәм уларға вәғәзләр өсөн күп тырышлыҡтар һалырға кәрәк (Мат. 10:11). Эшеңдәге хеҙмәттәштәрең йә синыфташтарың араһында һуҡырҙар бармы? Улар менән һөйләшер өсөн мөмкинлек табырға тырыш. Йыйылышығыҙҙың территорияһында һуҡырҙар өсөн мәктәп булһа, мәктәп китапханаһы өсөн Брайль шрифындағы ҡайһы бер баҫмаларҙы тәҡдим ит. Таныштарыңдың һуҡыр булған туғандары бармы? Йәшәгән ерегеҙҙә һуҡыр кешеләргә ярҙам күрһәткән ойошмалар йә һуҡырҙар йәшәгән ҡарттар йорттары бармы? Һуҡыр кешенең туғанына, учреждениеның сәркәтибенә йә директорына, Йәһәвә Шаһиттары һуҡыр кешеләргә ярҙам итергә теләй, тип әйт һәм уларға Брайль шрифындағы әҙәбиәтте йә аудиояҙмаларҙы алып килергә тәҡдим ит. Изге Яҙмаларҙы асып уларға Алла тиҙҙән һуҡыр кешеләрҙең күҙҙәрен асырға вәғәҙә итә икәнен күрһәт. Шулай уҡ уларға электрон яйланма ярҙамында «Унһыҙ нимә эшләр инем!» тигән видеояҙманы күрһәтеп була. Был видеояҙмала Брайль шрифындағы Изге Яҙмаларҙы уҡыуҙан файҙа тапҡан бер һуҡыр ир кеше тураһында һүҙ бара. Ниндәй маҡсат менән килгәнең тураһында әйтһәң, һөҙөмтәлә, бәлки, һуҡырҙар менән осраша алырһың.
4. Джанет менән булған осраҡтан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?
4 Джанет исемле бер һуҡыр апай-ҡәрҙәш һуҡырҙар йәшәгән бер ҡарттар йортона барған. Ул бер йәш ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеү башлап ебәргән. Джанет уға: «Ғайса пәйғәмбәр һуҡырҙарҙы һауыҡтырған, шулай итеп, ул киләсәктә бөтә һуҡырҙар өсөн нимә эшләйәсәген күрһәткән», — тип әйткән. Улар Асыш 21:3, 4 буйынса фекер алышҡан, һәм Джанет был вәғәҙәнең Алла Батшалығы ярҙамында нисек үтәләсәген аңлатҡан. Ҡатын-ҡыҙ уйлап алғас, былай тигән: «Мин бер ҡасан да ундай һүҙҙәрҙе һуҡыр кешенән ишеткәнем булманы. Күҙҙәре күргән кешеләрҙең күбеһе, һуҡырлыҡ — һуҡырҙар үҙҙәре йә уларҙың ата-бабалары ҡылған гонаһтары өсөн яза, тип иҫәпләй». Изге Яҙмалар өйрәнеүен башлар өсөн, Джанет был ҡатын-ҡыҙға электрон хат яҙып, төп баҫмаға һылтанма ебәргән. Хәҙер улар аҙнаға ике тапҡыр Изге Яҙмаларҙы өйрәнә.
5. Ғайса һымаҡ һуҡырҙарҙы һауыҡтыра алмаһаҡ та, ни өсөн уларҙы ҡыҙғаныу мөһим?
5 Әлбиттә, беҙ Ғайса һымаҡ һуҡырҙарҙы һауыҡтыра алмайбыҙ, ләкин уларға Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте белергә ярҙам итә алабыҙ. Сөнки был донъя төҙөлөшөнөң илаһы кешеләрҙең, шул иҫәптән тура мәғәнәлә һуҡыр булған кешеләрҙең дә, аҡыл күҙҙәрен һуҡырайтҡан (2 Көр. 4:4). Ғайса Иерихон янында ике һуҡыр кешенең күҙен асҡан. Ни өсөн? Сөнки ул «уларҙан ҡыҙғанған» (Мат. 20:34). Беҙ ҙә һуҡыр кешеләрҙе ҡыҙғанһаҡ, уларҙың ҡайһы берҙәре һуҡырлыҡты мәңгегә юҡ итәсәк Йәһәвә тураһында белем аласаҡ.