Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • km 7/15 3 б.
  • Өйрәтеү ҡоралдары

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Өйрәтеү ҡоралдары
  • Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ 2015
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Шәхси «ҡоралдар йыйылмаһын» оҫта ҡуллан
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Изге Яҙманы тикшерергә ярҙам иткән ҡоралдарҙы ҡуллан
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Оҫта хеҙмәткәр бул
    Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
Башҡаларын асырға
Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ 2015
km 7/15 3 б.

Өйрәтеү ҡоралдары

1. Мәсихсе вәғәзселәр нимә менән һөнәрселәргә оҡшаш?

1 Һөнәрселәр төрлө ҡоралдар ҡуллана. Уларҙың ҡайһы берҙәре махсус эш башҡарыр өсөн тәғәйенләнгән, ə башҡаларын көн дә ҡулланалар. Тәжрибәле һөнәрселәр төп ҡоралдарҙы гел үҙе менән йөрөтә һәм уларҙы оҫта файҙалана белә. Изге Яҙмалар һәр мәсихсене, тырышлыҡтар һалып, «эшен оятҡа ҡалмаҫлыҡ итеп башҡарыусы эшсе» булырға саҡыра (2 Тим. 2:15). Ҡоралдарыбыҙҙың ҡайһыһы иң мөһиме? Әлбиттә, Алла Һүҙе. Беҙ шәкерттәр әҙерләү эшендә уны даими ҡулланабыҙ (Мат. 28:19, 20). Шуға күрә беҙгә, уны оҫта ҡулланып, «хәҡиҡәт һүҙен дөрөҫ өйрәтә» белергә кәрәк. Ләкин беҙ йыш ҡулланған башҡа ҡоралдар ҙа бар, һәм бөтә мәсихселәргә лә кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн уларҙы оҫта файҙалана белергә кәрәк (Ғиб.һүҙ. 22:29).

2. Беҙҙең ниндәй төп өйрәтеү ҡоралдарыбыҙ бар?

2 Төп өйрәтеү ҡоралдары. Изге Яҙмаларҙан тыш, беҙгә тағы ниндәй ҡоралдарҙы ҡулланырға кәрәк? Беҙҙең бер нисә шундай ҡоралыбыҙ бар. Мәҫәлән, Изге Яҙмалар өйрәнеүҙәрен үткәреү өсөн шәхси пландар. Шулай уҡ төп ҡоралдарыбыҙ итеп ҡайһы бер брошюралар һанала. Изге Яҙмалар өйрәнеүен башлар өсөн баҫтырылған брошюраларҙың береһе — «Алла Һүҙе менән тәүге танышыу». Кешегә Изге Яҙмаларҙағы принциптарҙы көндәлек тормошта ҡулланырға ярҙам итер өсөн, беҙ өйрәнеүҙе «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тигән китап буйынса дауам итәбеҙ. Шуға күрә беҙгә ошо баҫмаларҙы оҫта файҙаланырға кәрәк. Бәлки, беҙ йәшәгән ерҙә насар уҡыған йәки башҡа телдә һөйләшкән кешеләр йәшәйҙер, һәм уларҙың телендә баҫмалар бик аҙ йәки бөтөнләй юҡтыр. Ундай осраҡтарҙа «Алланы тыңла» йәки «Алланы тыңла һәм мәңге йәшә» тигән брошюраларҙы ҡулланып була. Өйрәнеүселәрҙе ойошмаға йүнәлдерер өсөн төп ҡорал — «Бөгөнгө көндә Йәһәвәнең ихтыярын кем үтәй?» тигән брошюра. Шәкерттәр әҙерләр өсөн беҙгә «Ни өсөн Изге Яҙмаларҙы өйрәнергә кәрәк?» һәм «Батшалыҡ Залына рәхим итегеҙ!» тип аталған видеороликтарҙы ҡулланырға өйрәнеү зарур.

3. «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ»ҙең киләһе сығарылыштарында ниндәй кәңәштәр биреләсәк?

3 «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ»ҙең киләһе сығарылыштарында төп өйрәтеү ҡоралдарыбыҙҙы нисек тағы ла яҡшыраҡ файҙаланып була икәнлеге ҡараласаҡ. Бирелгән кәңәштәрҙе ҡулланырға тырышып, беҙ Алла тарафынан рухландырылған бындай кәңәш буйынса эш итербеҙ: «Үҙ-үҙеңде күҙәтеп тор һәм өйрәткәндәреңә иғтибарлы бул. Быны эшләүеңде бирешмәйенсә дауам ит, шул саҡта үҙеңде лә, тыңлаусыларыңды ла ҡотҡарырһың» (1 Тим. 4:16).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу