«Был һүҙҙәр үҙ йөрәгеңдә булһын»
Ата-әсәләр көтөүселәргә оҡшаш. Уларға балаларын яҡшы итеп ҡарарға кәрәк, сөнки балалар еңел генә яңылыш юлға баҫып, һөжүмдәргә бирешә ала (Ғиб. һүҙ. 27:23). Ата-әсәләр ошо вазифаһын нисек үтәй ала? Уларға көн һайын балалары менән аралашырға кәрәк, шул саҡта улар балаларының уйында һәм йөрәгендә нимә барлығын беләсәк (Ғиб. һүҙ. 20:5). Шулай уҡ ата-әсәләр, балаларының иманын нығытыр өсөн, утҡа сыҙам материалдарҙан төҙөргә тейеш (1 Кор. 3:10—15). «Был һүҙҙәр үҙ йөрәгеңдә булһын» тигән фильм (тат.) ғаилә менән даими ғибәҙәт ҡылыуҙың мөһимлегенә баҫым яһай. Бөтә ғаиләгеҙ менән уны ҡарағыҙ һәм түбәндәге һорауҙарҙы ҡулланып фекер алышығыҙ.
1) Нимә арҡаһында Роумандың ғаиләһендә рухи нәмәләр артҡы планға күскән? 2) Ни өсөн Роуман ҡәрҙәштең ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙы яйға һалыр өсөн һалған тырышлыҡтары тәүҙә уңышһыҙ булған? 3) Изге Яҙмаларҙағы ниндәй принцип балалар тәрбиәләүҙә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә? (Ҡан. 6:6, 7). 4) Ғаиләләге аралашыуҙы нисек яҡшыртып була? 5) Балаларға ысынында ата-әсәләренең ниндәй ҡорбандары кәрәк? 6) Бэрроу ғаиләһе Роумандың ғаиләһенә нисек яҡшы йоғонто яһаған? (Ғиб. һүҙ. 27:17) 7) Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу уңышлы үтһен өсөн, ғаилә башы алдан уҡ нимә эшләргә тейеш? 8) Роуман ҡәрҙәш ғаиләһен берләштерер өсөн нимә эшләгән? 9) Ни өсөн ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үткәреүҙә эҙмә-эҙлекле булыу мөһим? (Ефес. 6:4) 10) Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙы нисек ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә? 11) Роуман ҡәрҙәш Маркусҡа нисек тыныс, шул уҡ ваҡытта ҡаты ғына итеп дөрөҫ эш итеүҙең мөһимлеген аңлатҡан? (Ирем. 17:9) 12) Ата-әсәһе Ребеккаға Джастин менән дуҫлашыуына бәйле һорауҙа нисек дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткән? (Марк 12:30; 2 Тим. 2:22) 13) Роуман ҡәрҙәш һәм уның ҡатыны тормоштарын үҙгәртеп, нисек иман күрһәткән? (Мат. 6:33) 14) Был фильм ғаилә баштарының яҡындарын рухи яҡтан ҡайғыртырға тейешлегенә нисек баҫым яһай? (1 Тим. 5:8) 15) Ғаилә башы булараҡ, һин нимә эшләргә йыйынаһың?
ҒАИЛӘ БАШТАРЫ ӨСӨН ИҪКӘРМӘ. Был сәхнәләштерелгән заманса постановка 2011 йылда региональ конгрестарҙа күрһәтелде. Ул ваҡытта һин ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы яҡшыртырға кәрәклегенә иғтибар иттеңме? Ә әле яҡшыртырға кәрәкме? Кәрәк икән, зинһар өсөн, ғаиләңдең мәңгелек именлеге хаҡына доға ҡылып үҙгәрештәр яһа (Ефес. 5:15—17).