Пландар ярҙамында өйрәтәбеҙ
1. Пландарҙың ниндәй үҙенсәлектәре бар?
1 Июль һанындағы «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ»ҙә әйтелгәнсә, беҙҙең бер нисә өйрәтеү ҡоралы бар. Уларҙың береһе — Изге Яҙмалар өйрәнеүҙәрен үткәреү өсөн шәхси пландар. Был пландарҙа шиғырҙар өҙөк итеп килтерелмәй, уларҙы Изге Яҙмаларҙы асып уҡырға кәрәк. Өйрәнеүҙәр үткәреү өсөн баҫмаларҙың күбеһен берәй кешенең ярҙамынан башҡа ла аңлап була, ләкин пландар Изге Яҙмаларҙы берәй кеше менән өйрәнеү өсөн яҙылған. Шуға күрә, кешегә пландарҙың береһен тәҡдим иткәндә, өйрәнеүҙең нисек үткәнен күрһәтергә кәрәк. Шул саҡта ул Изге Яҙмаларҙағы хәбәр тураһында белем алыу ни тиклем ҡыҙыҡ икәнен аңлаясаҡ (Мат. 13:44).
2. Беренсе тапҡыр килгәндә шәхси пландарҙы нисек ҡулланып була?
2 Беренсе тапҡыр килгәндә. Һөйләшеүҙе былай башлап була: «Кешеләр, был донъя ҡайҙа бара, тип борсола. Һеҙҙеңсә, беҙ ҡасан да булһа яҡшыраҡ йәшәй башларбыҙмы? [Яуабын тыңла.] Изге Яҙмаларҙа өмөт бирерлек яҡшы хәбәр яҙылған». Шунан һуң тура килгән планды асып, өйрәнеүҙең нисек үткәнен күрһәт. Йәки ошолай эшләп була: үҙең һайлаған пландан ҡыҙыҡлы һорау бир һәм яуапты кеше үҙе Изге Яҙмаларҙан нисек таба алыуын күрһәт. Ҡайһы бер вәғәзселәр, инеш һүҙҙәр әйткәндә, планға тура килгән видеоролик күрһәтә.
3. Шәхси пландар ярҙамында нисек өйрәнеү үткәреп була?
3 Өйрәнеүҙе нисек үткәрергә? 1) Өйрәнеүсе төп фекергә иғтибар итһен өсөн, алдан яҡшы уйланылған һорау биреп ҡуй. 2) Шиғырҙарҙы уҡы. Кешегә, ипле генә һорауҙар биреп, шиғырҙарҙың төп фекерҙе нисек итеп асыҡлағанын аңларға ярҙам ит. 3) Өйрәнеүсе материалды аңлағанмы икәнен белер өсөн, алдан уйланылған һорауҙы бир. Һорауға берәй видеоролик тура килһә, уны кешегә күрһәт.
4. Был файҙалы ҡоралды нисек оҫта ҡулланырға өйрәнергә?
4 Был файҙалы ҡоралды яҡшыраҡ ҡарап сыҡ. Уңайлы һәр форсаттан файҙаланып, уны ҡуллан. Һәр өйрәнеү алдынан кеше тураһында һәм план нигеҙендә уның менән нисек яҡшыраҡ фекер алышып булғаны хаҡында уйлан (Ғиб. һүҙ. 15:28; Ғәм. 17:2, 3). Изге Яҙмаларҙы өйрәнеү өсөн шәхси пландарҙы оҫта ҡулланырға өйрәнгәс, улар, моғайын, кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн иң яратҡан ҡоралдарыңдың береһе булып китер!