Оҫта өйрәтеү өсөн әҙерләнеү зарур
Ғайса мәңгелек тормош тураһындағы бер үк һорауҙы кәм тигәндә ике осраҡта биргән, әммә һәр осраҡта ул кешенең шарттарын иҫәпкә алған (Лука 10:25—28; 18:18—20). Материалды яҡшы белһәк тә, беҙгә өйрәнеүсебеҙҙең һәләттәрен, ихтыяждарын иҫәпкә алып әҙерләнергә кәрәк. Уға ниндәй фекерҙәрҙе аңларға йә ҡабул итергә ауыр булыр? Ниндәй шиғырҙарҙы уның менән бергә асып уҡырға? Күпме материалды уның менән ҡарап сығырға? Уға берәй мөһим хәҡиҡәтте аңлатыр өсөн, бәлки, берәй миҫал килтереп, өҫтәмә аңлатма йә бер нисә һорау бирергәлер? Йөрәктә хәҡиҡәт орлоғон Йәһәвә үҫтерә. Шуға күрә, Аллаға доға ҡылып, әҙерләнеүебеҙҙе, өйрәнеүсебеҙҙе фатихалаһын һәм уға рухи яҡтан үҫергә ярҙам итһен тип үтенергә кәрәк (1 Кор. 3:6; Яҡуб 1:5).