МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Ҡабат килеп китеүгә нигеҙ һалабыҙ
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ?
Беҙ сәскән хәҡиҡәт орлоҡтарына һыу һибергә теләйбеҙ (1Кр 3:6). Кеше ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, берәй асыҡ һорау ҡалдырыу яҡшы булыр. Был һорауҙы беҙ икенсе тапҡыр килгәндә ҡарап сығырбыҙ. Шул ваҡытта кеше беҙҙе көтөр, һәм беҙгә ҡабат килеп китеү яһау еңелерәк булыр. Кешегә ҡабат килгәс, беҙ теге ваҡытта күтәрелгән һорауға яуап бирер өсөн килдек, тип әйтергә була.
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:
Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү өсөн инеш һүҙҙәр әҙерләгәндә, киләһе килеп китеү өсөн дә һорау әҙерлә. Был һорауға яуап һин хәҙер тәҡдим итергә йыйынған баҫмала йәки ҡабат килеп китеү ваҡытында ҡулланырға ниәтләгән өйрәнеү баҫмаһында булырға мөмкин.
Ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кеше менән һөйләшеүҙе тамамлағанда, уның менән ҡабат осрашырға теләгәнеңде белдер һәм алдан әҙерләп ҡуйған һорауыңды бир. Мөмкин булғанса, уның менән нисек бәйләнешкә инеп булғанын белергә тырыш.
Кеше менән билдәле көндә һәм ваҡытта осрашырға һөйләшәһең икән, һүҙеңдә тор (Мт 5:37).