Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb16 апрель 3 б.
  • Яғымлы һүҙҙәр әйтеп, башҡаларҙы йыуат һәм нығыт

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Яғымлы һүҙҙәр әйтеп, башҡаларҙы йыуат һәм нығыт
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Башҡалар өсөн доға ҡылыу Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрә
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
  • «Өмөтөңдө Йәһүәгә бағла»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
mwb16 апрель 3 б.

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ӘЙҮП 16—20

Яғымлы һүҙҙәр әйтеп, башҡаларҙы йыуат һәм нығыт

Йыуатҡан кешенең һүҙҙәре көс өҫтәргә тейеш

16:4, 5

  • Әйүп төшөнкөлөккә бирелгән һәм яфа сиккән, шуға күрә ул нығытыуға һәм йыуатыуға мохтаж булған

  • Әйүптең өс иптәше уны йыуатырлыҡ бер нәмә әйтмәгән. Киреһенсә, улар уны ғәйепләй башлаған һәм былай ҙа ауыр хәлен тағы ла киҫкенләштереп ебәргән

Билдадтың ауыр һүҙҙәре арҡаһында Әйүп рух төшөнкөлөгөнә бирелгән

19:2, 25

  • Аллаға ялбарып, Әйүп ғазаптарын еңеләйтеүен үтенгән һәм хатта үҙенә үлем һораған

  • Әйүп иғтибарын терелтеү өмөтөнә туплаған һәм артабан да һынауҙарҙа тоғролоҡ һаҡлаған

Илифаз Әйүп менән һөйләшә, Билдад менән Сәфәр быға ҡарап ултыра

ӘЙҮПТЕҢ ҒӘЙЕПЛӘҮСЕЛӘРЕ

Илифаз

Илифаз:

  • Бәлки, Идум ерендәге Тимандан булғандыр. Ирмиә 49:7-лә, Тиман ерендә идумдарҙың зирәклеге тупланған, тиелә

  • Илифаз һүҙ асып ебәргән, сөнки ул, күрәһең, өс «йыуатыусыларҙың» араһында иң олоһо һәм абруйлыһы булған. Ул өс телмәр әйткән һәм башҡа ике «йыуатыусыға» ҡарағанда оҙағыраҡ һөйләгән

Ялған ғәйепләүҙәр:

  • Әйүптең сафлығынан көлгән һәм, Алла үҙ хеҙмәтселәренә ышанмай, тигән (Әйүп 4, 5)

  • Әйүпте үҙ белдекле һәм яуыз кеше тип атаған, шулай уҡ, Әйүп Алланан ҡурҡмай, тигән (Әйүп 15)

  • Әйүпте ҡомһоҙлоҡта һәм ғәҙелһеҙлектә ғәйепләгән һәм, кеше Аллаға файҙа килтерә алмай, тип раҫлаған (Әйүп 22)

Билдад

Билдад:

  • Шуах тоҡомо. Евфрат йылғаһы янында йәшәгән, күрәһең

  • Икенсе булып һөйләгән. Уның өс телмәре Илифаздыҡына ҡарағанда ҡыҫҡараҡ һәм яуызыраҡ булған

Ялған ғәйепләүҙәр:

  • Әйүптең балалары гонаһ ҡылған һәм эштәренә ҡарап әжерен алған, тип фараз иткән. Ул шулай уҡ Әйүптең үҙен дә иманһыҙ кеше тип атаған (Әйүп 8)

  • Әйүпте яуызлыҡ ҡылыусы тип атаған (Әйүп 18)

  • Сафлыҡ һаҡлауҙан файҙа юҡ, тигән (Әйүп 25)

Сәфәр

Сәфәр:

  • Нағамалы. Күрәһең, Ғәрәбстандың төньяҡ-көнбайышынан булған

  • Өсөнсө булып һөйләгән һәм иң яуыз ғәйепләүсе булған. Ике телмәр генә әйткән

Ялған ғәйепләүҙәр:

  • Әйүпте буш һүҙ һөйләүҙә ғәйепләгән һәм уны яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтарға өндәгән (Әйүп 11)

  • Әйүп яуыз кеше һәм гонаһ ҡылыуҙан рәхәтлек таба, тигән (Әйүп 20)

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу