Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb16 сентябрь 8 б.
  • Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә ошондай хаталар эшләмәйек

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә ошондай хаталар эшләмәйек
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Өйрәнеүсегә һыуға сумдырылырға ярҙам итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Ябайлыҡ
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (II өлөш)
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап ярҙамында Изге Яҙма өйрәнеүен нисек үткәрергә?
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
Башҡаларын асырға
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
mwb16 сентябрь 8 б.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә ошондай хаталар эшләмәйек

Баҫтырылған формат
Ағай-ҡәрҙәш өйрәнеүсеһенә бик күп һөйләй

Бик күп һөйләү. Бөтә нәмәне һин аңлатырға тейешһең тип уйлама. Ғайса, кешегә уйланырға һәм дөрөҫ һөҙөмтәләргә килергә ярҙам итер өсөн, һорауҙар ҡулланған (Мт 17:24—27). Һорауҙар өйрәнеүҙе йәнләндереп ебәрә һәм өйрәнеүсе материалды аңлаймы, юҡмы икәнен, шулай уҡ уның нимәгә ышанғанын күрергә ярҙам итә. Һорау биргәс, түҙемле бул һәм өйрәнеүсеңдең яуап биреүен көт. Әгәр ул дөрөҫ яуап бирмәһә, уны төҙәтергә ашыҡма. Бының урынына өҫтәмә һорауҙар ярҙамында уның үҙенә дөрөҫ һығымтаға килергә ярҙам ит. Өйрәнеүсең яңы фекерҙәрҙе яҡшыраҡ аңлай алһын өсөн, уларҙы яйлабыраҡ аңлат.

Ни өсөн беҙ ҡартаябыҙ, тигән һорауға күп ҡатмарлы нескәлектәр килтереү

Өйрәнеүҙе ҡатмарландырыу. Үткән материал буйынса бөтә белгәнеңде һөйләп биргең килһә лә, кешенең иғтибарын абзацтың төп фекерҙәренә йүнәлт (Ях 16:12). Төрлө нескәлектәр, улар хатта ҡыҙыҡ булһа ла, иғтибарҙы төп фекерҙәрҙән ситкә алып китергә мөмкин. Өйрәнеүсе төп фекерҙе аңлаһа, киләһе абзацҡа күс.

Ағай-ҡәрҙәш күп материал үтергә тырышып, өйрәнеүсеһен ҡаңғыртҡан

Иғтибарҙы тик материалға ғына туплау. Беҙҙең маҡсатыбыҙ — материалды үтеү генә түгел, ә кешенең йөрәгенә тәьҫир итеү (Лк 24:32). Дәрестәге төп шиғырҙарға иғтибар итеп, Алла Һүҙенә кешенең йөрәгенә тәьҫир итергә мөмкинлек бир (2Кр 10:4; Ев 4:12). Ябай миҫалдар ҡуллан. Үткән материалды кешенең шарттарына, ышаныуҙарына яраҡлаштыр. Ошондай һорауҙар бир: әле генә белгәндәрең тураһында нимә уйлайһың? Һин Йәһүә тураһында нимә белдең? Был кәңәштәрҙе ҡулланыу һиңә ниндәй файҙа килтерәсәк?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу