МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Эй Йәһүә, ...һиңә таянам мин»
Яҡшы ваҡыттарҙа ла, ауыр саҡтарҙа ла Йәһүәгә таяныу мөһим (Зәб 25:1, 2). Б. э. т. һигеҙенсе быуатта Йәһүҙәлә йәшәгән йәһүдтәрҙең имандары һыналған. Ул ваҡиғаларҙан күп һабаҡтар алырға була (Рм 15:4). «Эй Йәһүә, ...һиңә таянам мин» тигән видеояҙманы (тат.) ҡарағандан һуң, ошо һорауҙарға яуап бирегеҙ.
Езекия ниндәй ауырлыҡҡа осраған?
Езекия, ҡаланың ҡамап алыныуына әҙерләнгәндә, Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-тә яҙылған принципты нисек ҡулланған?
Ни өсөн Езекия Ассирияға ҡаршылыҡһыҙ бирелеүҙе һәм Мысыр менән килешеүҙе ҡотолоу юлы тип һанамаған?
Езекия мәсихселәр өсөн ҡайһы яҡтан ыңғай миҫал булып тора?
Бөгөн Йәһүәгә таянғаныбыҙ ниндәй осраҡтарҙа һыналырға мөмкин?