АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ИРЕМИЯ 25—28
Иремия кеүек ҡыйыу бул
Иремия, Иерусалим Шило ҡалаһы кеүек буш ҡалдырыласаҡ, тип киҫәткән
26:6
Башта Йәһүәнең унда булыуының символы булып торған килешеү һандығы Шило ҡалаһында булған
Йәһүә килешеү һандығының пелештиҙәр тарафынан ҡулға алыныуына юл ҡуйған. Килешеү һандығы Шилоға бүтән бер ҡасан да ҡайтмаған
Руханиҙар, пәйғәмбәрҙәр һәм бөтә халыҡ Иремияға үлтереү менән янаған
26:8, 9, 12, 13
Иремия Иерусалимға һәм ғибәҙәтханаға ҡаршы пәйғәмбәрлек иткән өсөн, халыҡ уны тотоп алған
Был Иремия пәйғәмбәрҙе туҡтатмаған һәм ул ҡасырға маташмаған
Йәһүә Иремияны яҡлаған
26:16, 24
Иремия ҡыйыу булып ҡалған һәм Йәһүә уны ташламаған
Йәһүә ҡыйыу Әхикәмде Иремияны яҡларға дәртләндергән
Йәһүәнең нығытыуы һәм ярҙамы менән Иремия 40 йыл дауамында халыҡҡа оҡшамаған хәбәрҙе иғлан иткән