Изге Яҙманы өйрәнер өсөн һәм уҡығандар өҫтөнән уйланыр өсөн ваҡыт бүлеп ҡуй
Инеш һүҙҙәр
ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ
Һора: Һеҙҙеңсә, бөгөн намыҫлы булыуҙан файҙа бармы?
Уҡы: Ғһ 2:21, 22
Һөйләшеүҙе нисек дауам итергә: Намыҫлылыҡ бөгөн үк файҙа килтерә, һәм уға беҙҙең киләсәгебеҙ бәйле. Икенсе тапҡыр мин һеҙгә намыҫлы кешеләрҙең ниндәй шарттарҙа йәшәйәсәге хаҡында һөйләрмен.
ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТӘГЕҘ
Һора: Беҙ кеше ғүмеренә нисек ҡарарға тейеш?
Уҡы: Ас 4:11
Хәҡиҡәт: Ғүмер Алланың бүләге булғанлыҡтан, беҙ уны ҡәҙерләргә тейеш. Беҙ һаҡлыҡ сараларын ҡулланырға һәм кешеләрҙең тормоштарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙан ҡасырға тейеш. Беҙ үҙебеҙҙең дә, башҡаларҙың да ғүмерен хөрмөт итәбеҙ.
ҠАРШЫ ТӨШӨҮГӘ ЯУАП БИРЕҮ. Өйҙән-өйгә вәғәзләү (домофон аша һөйләшеү)
Ҡаршы төшөү: Һеҙ ниндәй диндән?
Яуап: Мин һеҙгә ниндәйҙер диндән түгел, ә үҙемдең теләгем буйынса килдем. Мин Изге Яҙмала яҙылған аҡыллы кәңәштәр менән ҡыҙыҡһынам, һуңынан белгәндәрем менән кешеләр менән уртаҡлашам. Мәҫәлән, һеҙ «кеше ни сәсһә, шуны ура» тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ бармы?
МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ
Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.