АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЙӘЗӘКИЛ 1—5
Йәзәкил Алланың хәбәрен иғлан итеүҙән ҡәнәғәтлек тапҡан
Йәзәкил күргән илаһи күренештә Йәһүә уға төргәк биреп, уны ашарға ҡушҡан. Был күренеш нимәне аңлатҡан?
2:9—3:2
Алланың хәбәре Йәзәкилдең үҙенә тулыһынса һеңергә тейеш булған. Был төргәктәге хәбәр тураһында уйланыу Йәзәкилдең тәрән хис-тойғоларына тәьҫир итеп, уны Алла һүҙен һөйләргә рухландырырға тейеш булған
3:3
Яҙыу төргәге Йәзәкилгә татлы булып тойолған, сөнки Йәһүә үҙенә ышанып тапшырған был йөкләмәне юғары баһалаған