МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүҙән шатлыҡ тап
Һиңә вәғәзләргә еңелме? Күбебеҙгә еңел түгел. Ни өсөн? Бәлки, беҙҙең территорияла кешеләр һөйөнөслө хәбәргә вайымһыҙ ҡарайҙыр, йә булмаһа, хатта ҡаршы торалыр. Ә бәлки, беҙгә таныш булмаған кешеләр менән һөйләшә башлауы ауырҙыр. Эйе, быларҙың барыһы ла беҙҙе бойоҡторорға мөмкин. Әммә беҙ бәхетле Аллаға табынабыҙ, ә ул беҙҙең ҡыуанып хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй (Зәб 100:2; 1Тм 1:11). Ҡыуанып хеҙмәт итер өсөн ниндәй өс сәбәп бар?
Беренсенән, беҙ өмөт хәбәрен иғлан итәбеҙ. Бөгөн күп кешеләр бөгөнгө көн менән генә йәшәй, ә беҙ уларға «яҡшыраҡ нәмә тураһында һөйөнөслө хәбәр» һөйләп, йөрәктәрен өмөт нуры менән йылыта алабыҙ (Иш 52:7). Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәр беҙҙең үҙебеҙҙе лә бәхетле итә. Вәғәзгә барыр алдынан Алла Батшалығы идараһы аҫтында ерҙә ниндәй иҫ киткес тормош буласағы хаҡында уйлан.
Икенсенән, һөйөнөслө хәбәр кешеләрҙең тормошон яҡшы яҡҡа ғына үҙгәртә. Улар насар ғәҙәттәрен ташларға өйрәнә һәм мәңгелек тормошҡа өмөт ала (Иш 48:17, 18; Рм 1:16). Башҡарған эшебеҙҙе ҡотҡарыу эше менән сағыштырып була. Ҡайһы берәүҙәр ҡотҡарылған булырға теләмәһә лә, ярҙамыңа мохтаж, булғандарҙы эҙлә (Мт 10:11—14).
Өсөнсө сәбәп — иң мөһим сәбәп: беҙҙең вәғәздә ҡатнашыуыбыҙ, Йәһүәне данлай. Ул беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе бик ҡәҙерләй (Иш 43:10; Ев 6:10). Шулай уҡ беҙ был йөкләмәне үтәй алһын өсөн, ул беҙгә мул итеп изге рухын бирә. Шуға күрә Йәһүәнән шатлыҡ һора, сөнки ул изге рух емешенең өлөшө (Гл 5:22). Уның ярҙамы менән беҙ борсолоуыбыҙҙы еңеп, ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алабыҙ (Ғм 4:31). Шул саҡта, беҙҙең территорияла йәшәгән кешеләр һөйөнөслө хәбәргә нисек кенә ҡарамаһын, хеҙмәтебеҙ беҙгә һәр хәлдә шатлыҡ килтерер (Йз 3:3).
Хеҙмәттә ниндәй ҡараш һаҡлағың килә? Һинең шатлығың нимәлә күренә?
«ӨЙРӘНЕҮ ҺӘМ УЙЛАНЫУ АША ШАТЛЫҒЫҢДЫ ҠАЙТАР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАҒАНДАН ҺУҢ, КИЛӘҺЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ни өсөн беҙ ай һайын вәғәздә күп ваҡытыбыҙҙы сарыф итһәк тә, рухи аҙыҡ менән туҡланыу ғәҙәтен ҡалдырмаҫҡа тейеш?
Ҡайһы яҡтан беҙ Мәрйәмдән өлгө ала алабыҙ?
Алла Һүҙенән уҡығандар тураһында уйланыр өсөн, һин ҡасан ваҡыт бүлеп ҡуяһың?
Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә, һиңә нимә ҡыуаныс килтерә?