МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Алланың күңеленә хуш килгән сифаттар үҫтер. Баҫалҡылыҡ
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ?
Баҫалҡылыҡ Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә ярҙам итә (Зәб 138:6).
Баҫалҡылыҡ башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтерергә ярҙам итә (Фп 2:3, 4).
Ғорурлыҡ емергес көскә эйә (Ғһ 16:18; Йз 28:17).
БЫЛ СИФАТТЫ НИСЕК ҮҪТЕРЕРГӘ?
Кәңәш һора һәм уның буйынса эш ит (Зәб 141:5; Ғһ 19:20).
Әллә ни хөрмәтле булмаған эште башҡарырға әҙер бул (Мт 20:25—27).
Һәләттәр һәм хөрмәтле вазифалар арҡаһында ғорурланып китеүҙән һаҡлан (Рм 12:3).
Мин баҫалҡылыҡ сифатын нисек тағы ла яҡшыраҡ сағылдыра алам?
«ТОҒРОЛОҠТО ЕМЕРӘ ТОРҒАН НӘМӘЛӘРҘӘН ҠАСЫҒЫҘ. ҒОРУРЛЫҠ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ни өсөн, бирелгән кәңәшкә ҡарашыбыҙ беҙҙең баҫалҡымы, юҡмы икәнен күрһәтә, тип әйтеп була?
Доға нисек беҙгә баҫалҡылыҡ сифатын үҫтерергә ярҙам итә?
Беҙҙең баҫалҡы булыуыбыҙ нимәнән күренер?