Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp20 № 3 14—15 бб.
  • Аллаһы Тәғәләнең бүләктәренә мәңге кинәнегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Аллаһы Тәғәләнең бүләктәренә мәңге кинәнегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайсаның мөғжизәләре. Уларҙан нимә белеп була?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә 2004
  • Ғайсаның мөғжизәләре беҙҙе нимәгә өйрәтә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Аллаһы Тәғәлә тураһында уның пәйғәмбәрҙәре нимә әйткән?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
  • Ғайса пәйғәмбәр ерҙә йәшәгәндә ниндәй эштәр башҡарған?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
wp20 № 3 14—15 бб.
Ерҙәге ожмахта милләте, сығышы төрлө булған кешеләр рәхәтләнеп бергә ваҡыт үткәрә.

«Ер үҙ емешен бирер, Алла — беҙҙең Аллабыҙ беҙҙе фатихалар» (ЗӘБУР 67:6)

Аллаһы Тәғәләнең бүләктәренә мәңге кинәнегеҙ

Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәргә, «Тоҡомоң аша фатиха аласаҡ ерҙәге бөтә халыҡтар», тип вәғәҙә иткән (Башланмыш 22:18). Ул тоҡом кем ул?

Яҡынса 2000 йыл элек Алла Ибраһимдың тоҡомо булған Ғайса пәйғәмбәргә бөйөк мөғжизәләр ҡылырға көс биргән. Шул мөғжизәләр Ибраһимға бирелгән вәғәҙә Ғайса пәйғәмбәр аша үтәләсәген күрһәткән (Галаттарға 3:14).

Ғайса пәйғәмбәрҙең мөғжизәләре кешеләргә Алланың бөтә кешелекте фатихалар өсөн тап уны һайлағанын күрергә ярҙам иткән. Улар шулай уҡ Хоҙайҙың киләсәктә кешеләргә ниндәй бүләктәр бирәсәген күрһәткән. Ул мөғжизәләрҙең нисек итеп Ғайса пәйғәмбәрҙең күркәм сифаттарын асҡанына иғтибар итегеҙ.

Изгелекле. Ғайса пәйғәмбәр ауырыуҙарҙы һауыҡтырған.

Бер көндө махау сирле кеше Ғайсанан: «Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең», — тип үҙен һауыҡтырыуын һораған. Ғайса уға ҡағылған да: «Эйе, теләйем. Таҙарын!» — тигән. Сирленең махауы шунда уҡ бөткән (Марк 1:40—42).

Йомарт. Ғайса пәйғәмбәр астарҙы ашатҡан.

Ғайса кешеләрҙең аслыҡтан интегеүен теләмәгән. Кәм тигәндә ике тапҡыр Ғайса мөғжизәле рәүештә меңәрләгән кешене ни бары бер нисә икмәк һәм балыҡ менән ашатҡан (Матфей 14:17—21; 15:32—38). Ашарға шул тиклем күп булған, хатта бөтәһе лә туйғансы ашағандан һуң, әллә күпме ризыҡ тороп ҡалған.

Йәлләүсән. Ғайса пәйғәмбәр үлгәндәрҙе терелткән.

Бер көндө бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән. Уның үҙен ҡайғыртырлыҡ башҡа бер кеме лә булмаған. Ғайса, ҡайғыға батҡан ҡатынды «йәлләп», уның улын терелткән (Лука 7:12—15).

ЕРҘӘ МӘҢГЕЛЕК ТОРМОШ

Ғайса пәйғәмбәр Аллаһы Тәғәләнең кешеләрҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә көсө бар икәнен күрһәткән. Оҙаҡламай, Ғайса пәйғәмбәр яңынан килгәс, Аллаһы Тәғәлә уның аша бөтә ер йөҙөндә тағы ла ҙурыраҡ мөғжизәләр ҡыласаҡ.

Алла Ибраһим пәйғәмбәргә биргән вәғәҙәһен үтәгәс, ерҙә тормош ниндәй буласаҡ? Хоҙай Тәғәләне яратҡан һәм ихтирам иткән кешеләр «ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (Зәбур 37:11). «Үлем, ҡайғы, әсе тауыш, ауыртыу инде булмаясаҡ», — тип әйтелә Инжилдә (Асылыш 21:4).

Ер йөҙөндә тыныс шарттарҙа мәңге йәшәү ниндәй яҡшы буласаҡ! Аллаһы Тәғәләнең идараһы аҫтында тағы ниндәй иҫ киткес үҙгәрештәр буласағы хаҡында күберәк белергә теләһәгеҙ, www.jw.org сайтына инергә саҡырабыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу