АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЙӘИЛ 1—3
«Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер»
2:28, 29
Майланған мәсихселәр башҡаларға пәйғәмбәри хәбәр еткерә. Улар «Алланың бөйөк эштәре тураһында» һөйләй һәм Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итә (Ғм 2:11, 17—21; Мт 24:14). Бүтән һарыҡтар уларға был эште башҡарырға ярҙам итә.
2:32
Йәһүәнең исемен саҡырыу нимәне аңлата?
Уның исемен белеүҙе
Исемен хөрмәт итеүҙе
Был исемде йөрөткән Шәхескә тулыһынса ышаныуҙы һәм таяныуҙы
Үҙеңдән: «Мин майланған мәсихселәргә һөйөнөслө хәбәрҙе еткереүҙә нисек ярҙам итә алам?» — тип һора.