Йәһүә шаһиттары баҙарҙа вәғәзләй (Сьерра-Леоне)
Инеш һүҙҙәр
БЕРЕНСЕ КИЛЕҮ
Һора: һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ғаиләне ҡороу йә уны һаҡлау еңелерәкме?
Уҡы: Кл 3:13
Һөйләшеүҙе нисек дауам итергә: әгәр ҙә ваҡ-төйәк өсөн үпкә һаҡлап йөрөмәһәк, аңлашылмаусанлыҡтар һирәгерәк булыр. Бер-беребеҙҙең телефон номерын яҙып алһаҡ, икенсе тапҡыр Изге Яҙма ир менән ҡатынға яҡшы аралашыуҙы булдырырға нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ.
ҠАБАТ КИЛЕП КИТЕҮ
Һора: ризалашырһығыҙҙыр, яҡшы аралашыу булмаһа, ғаилә ныҡлы һәм бәхетле була алмаҫ.
Уҡы: Яҡ 1:19
Һөйләшеүҙе нисек дауам итергә: ир менән ҡатын бер-береһен тәнҡитләмәһә, хөкөм итмәһә, ә иғтибар менән тыңлаһа, аралашыу икеһен дә нығытыр һәм шатлыҡ килтерер. Мин һеҙҙең өсөн интернетта бер мәҡәлә таптым. Унда был темаға ҡағылышлы күп файҙалы кәңәштәр килтерелә. [Мөмкин булһа, «Берҙәм булығыҙ» тигән мәҡәләне тәҡдим ит.] Киләһе осрашҡанда, «Ир менән ҡатындың төрлө холоҡло булыуы никахты нисек байыта ала?» тигән һорауҙы ҡарап сыға алабыҙ.
ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТЕГЕҘ
Һора: үлем булмаған ваҡыт килеп етерме икән?
Уҡы: 1Кр 15:26
Хәҡиҡәт: Йәһүә Алла үлемде бөтөнләйгә юҡ итәсәк.
МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ
Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.