Ҡотҡарылыу байрамы Иҫкә алыу кисәһенең прообразы булмаһа ла, улар араһындағы оҡшашлыҡтар иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, илсе Павел Ғайсаны «Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе» тип атаған (1Кр 5:7). Ишек яңаҡтарына һөртөлгән ҡотҡарылыу байрамы бәрәсенең ҡаны шикелле, Ғайсаның ҡаны ла кешеләрҙең ғүмерен һаҡлай (Сғ 12:12, 13). Шулай уҡ ҡотҡарылыу байрамы бәрәсенең һөйәктәрен һындырмағандар. Ошоға оҡшаш, беренсе быуаттағы йолаға ярашлы, язаға хөкөм ителгәндәрҙең аяҡтарын һуғып һындырырға тейеш булһалар ҙа, Ғайсаның да һөйәктәре бөтөн килеш ҡалған (Сғ 12:46; Ях 19:31—33, 36).