АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАТФЕЙ 27, 28
«Барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ». Ни өсөн? Ҡайҙа? Нисек?
Ни өсөн? Сөнки Ғайса беҙгә быны эшләргә ҡушҡан, ә уға ғәйәт ҙур хакимлыҡ бирелгән.
Ҡайҙа? Ғайса «барса халыҡтарға» барып шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡан.
Кешене Ғайса ҡушҡандарҙың барыһына ла өйрәтер өсөн ваҡыт кәрәк.
Беҙ башҡаларҙы Ғайса әмерҙәренә нисек өйрәтәбеҙ?
Беҙ башҡаларҙы Ғайса ҡушҡанса йәшәргә нисек өйрәтәбеҙ?
Беҙ Изге Яҙманы өйрәнеүселәрҙе Ғайсанан өлгө алырға нисек өйрәтәбеҙ?