МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Шәкерттәр әҙерләр өсөн, вәғәзләргә һәм өйрәтергә кәрәк
Ғайса үҙенә эйәреүселәргә шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡан (Мт 28:19). Был йөкләмә үҙ эсенә вәғәзләүҙе һәм өйрәтеүҙе ала. Ваҡыт-ваҡыт үҙ-үҙебеҙҙән: «Оҫта вәғәзсе һәм уҡытыусы булыр өсөн, мин тағы нисек яҡшыра алам?» — тип һорарға кәрәк.
ВӘҒӘЗЛӘҮ
Беҙ, ҡул ҡаушырып, кешеләрҙең килгәнен көтөп кенә ултырмайбыҙ. Киреһенсә, «лайыҡлы» кешеләрҙе үҙебеҙ эҙләп табабыҙ (Мт 10:11). Беҙ, хеҙмәттә осратҡан кешеләр менән һөйләшер өсөн, бар мөмкинлекте лә ҡулланабыҙмы? (Ғм 17:17). Илсе Павелдың тырыш вәғәзсе булыуы ярҙамында Лидиә мәсихсе булып киткән (Ғм 16:13—15).
«Орлоғоңдо иртән дә сәс, кисен дә ҡулыңа ял бирмә» (Вғ 11:6)
«ТУҠТАМАЙЫНСА ВӘҒӘЗЛӘГЕҘ. ОСРАҠЛЫ РӘҮЕШТӘ ҺӘМ ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Самьюэлдың көн һайын хәҡиҡәт орлоғо сәсер өсөн мөмкинлек эҙләгәне нимәнән күренә?
Ни өсөн беҙ, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәттең һәр төрөндә лә ныҡышмал булырға тейеш?
Көндәлек эштәр башҡарғанда һин Батшалыҡ хаҡында кемгә һөйләй алыр инең?
ӨЙРӘТЕҮ
Әҙәбиәт ҡалдырыуҙан ғына кеше Ғайсаның шәкерте булып китмәй. Рухи яҡтан үҫһен өсөн, уға ҡабат-ҡабат килергә һәм Изге Яҙма өйрәнеүе башларға кәрәк (1Кр 3:6—9). Батшалыҡ хаҡындағы хәҡиҡәткә ихлас өйрәтеүебеҙгә ҡарамаҫтан, тырышлыҡтарыбыҙ емеш килтермәһә, нимә эшләргә? (Мт 13:19—22). Ул саҡта «уңдырышлы ергә» оҡшаш йөрәкле кешеләрҙе эҙләүгә тупланырға кәрәк (Мт 13:23; Ғм 13:48).
«Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе» (1Кр 3:6)
«ТУҠТАМАЙЫНСА ВӘҒӘЗЛӘГЕҘ. ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ни өсөн ҡыҙыҡһыныусылар йөрәгенә сәселгән хәҡиҡәт орлоҡтарына «һыу һибеү» мөһим?
Хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнашҡанда, ниндәй маҡсатты иҫтә тоторға кәрәк?
Башҡаларҙы Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә өйрәтеүгә нисек күберәк иғтибар биреп була?