Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb18 август 3 б.
  • «Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ»
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Луттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Ярлылыҡтан сығып, рухи байлыҡҡа өлгәшеү
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Стресс кисергәндәргә ярҙам итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
mwb18 август 3 б.
Лоттың ҡатыны Содом ҡалаһына боролоп ҡарай һәм тоҙ бағанаһына әүерелә

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

«Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ»

Ни өсөн Лоттың ҡатыны, улар ғаиләһе менән Содомдан ҡасҡанда, әйләнеп ҡараған? Изге Яҙмала был турала бер нәмәлә әйтелмәгән (Бш 19:17, 26). Ғайса һүҙҙәренең контексы буйынса, Лоттың ҡатынына, күрәһең, үҙ мөлкәтен ҡалдырырға ауыр булғандыр (Лк 17:31, 32). Был тоҙаҡҡа нисек эләкмәҫкә һәм Алла хуплауын юғалтмаҫҡа? Матди нәмәләргә тормошобоҙҙа иң мөһим урын алырға юл ҡуйырға ярамай (Мт 6:33). Ғайса: «Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ», — тигән (Мт 6:24). Ә матди нәмәләр тураһында ҡайғыртыуыбыҙ арҡаһында, рухи нәмәләр өсөн әҙерәк ваҡыт бағышлай башлаһаҡ? Йәһүәнән, беҙгә ниндәй үҙгәрештәр эшләргә кәрәк икәнен аңларға ярҙам итеүен һәм ҡыйыулыҡ биреүен һорап, доға ҡылырға кәрәк.

ӨС ӨЛӨШТӘН ТОРҒАН «ЛОТТЫҢ ҠАТЫНЫН ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ» ТИГӘН ФИЛЬМҒА АҪТА КИЛТЕРЕЛГӘН ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Анна эштә; Глория ағайы менән; Брайан менән Глория бергә доға ҡыла

    Лоттың ҡатыны менән нимә булғанын иҫтә тотоуымды мин нисек күрһәтә алам?

    Күберәк аҡса эшләү теләге Глорияның фекерҙәренә, һөйләшеүҙәренә һәм эштәренә нисек тәьҫир иткән?

  • Ни өсөн Лоттың ҡатыны менән нимә булғаны хаҡында уйланыу файҙалы?

  • Изге Яҙманың принциптары буйынса йәшәү Джо һәм уның ғаиләһенә нисек тәьҫир иткән?

  • Хеҙмәттәштәр менән яҡын аралашыу Аннаның рухилығына ниндәй йоғонто яһаған?

  • Ни өсөн, беҙҙе аҡса — тормошта иң мөһиме икәненә инандырырға тырышһалар, беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк?

  • Брайан менән Глория тормошта үҙҙәре өсөн иң мөһиме нимә икәнен нисек яңынан билдәләгән, һәм рухи нәмәләр тормоштарында нисек төп урын алған?

  • Был фильм һиңә Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы иҫеңә төшөрҙө?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу