МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Павел Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде»
Римдағы ҡәрҙәштәр Павелдың килеүе хаҡында ишеткәс, ағай-ҡәрҙәштәр уны ҡаршы алырға киткән. Улар 60 километр ашыу юл үткән. Бындай фиҙаҡәр яратыу Павелға нисек тәьҫир иткән? «Уларҙы күргәс, Павел Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде», — тип яҙылған Изге Яҙмала (Ғм 28:15). Быға тиклем Павел йыйылыштарҙы гел рухландырып торған, әммә был юлы тотҡон булараҡ ул үҙе ярҙамға мохтаж булған (2Кр 13:10).
Беҙҙең көндәрҙә район күҙәтеүселәре, йыйылыштарға килеп, ҡәрҙәштәрҙең иманын нығыта. Алланың бөтә хеҙмәтселәре шикелле улар ҙа ҡайһы саҡта арый, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә һәм берәй нәмә хаҡында борсола ала. Район күҙәтеүсеһе һәм уның ҡатынының йыйылышығыҙға килеүе һеҙгә лә, уларға ла көс һәм дәрт өҫтәй ала. Бының өсөн район күҙәтеүсеһенең киләһе килеүе ваҡытында һин уны һәм уның ҡатынын нисек дәртләндерә алыр инең? (Рм 1:11, 12).
Вәғәз осрашыуҙарына кил. Район күҙәтеүсеһе, ул килгән аҙнала бер нәмәне лә ысҡындырырға теләмәгән ҡәрҙәштәрҙең ҡорбандарын күреп, бик рухлана (1Фс 1:2, 3; 2:20). Ул килгән айҙа ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә алыр инеңме? Уның йә уның ҡатыны менән хеҙмәткә йә изге яҙма өйрәнеүенә бара алыр инеңме? Уларға төрлө ҡәрҙәштәр менән, шул иҫәптән яңы йә үҙен хеҙмәттә уңайһыҙ тойған ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт итеүе оҡшай.
Ҡунаҡсыл бул. Һин район күҙәтеүсеһе һәм уның ҡатынын төшкө ашҡа саҡыра алаһыңмы йә уларға йәшәү урынын тәҡдим итә алаһыңмы? Шулай эшләп һин яратыу күрһәтерһең. Шул уҡ ваҡытта берәй махсус ашамлыҡ әҙерләү талап ителмәй (Лк 10:38—42).
Кәңәштәр һәм күрһәтмәләр буйынса эш ит. Район күҙәтеүсеһе, яратыуҙан сығып, Йәһүәгә хеҙмәтебеҙҙе нисек яҡшыртып була икәнен күрһәтә (1Кр 5:1—5). Беҙ тыңлаусанлыҡ күрһәтеп күрһәтмәләр буйынса эш итһәк, ул шатлана (Ев 13:17).
Рәхмәтлегеңде күрһәт. Район күҙәтеүсеһе һәм уның ҡатынына уларҙың килеүе үҙеңә нисек тәьҫир иткәне тураһында әйт. Һин был хаҡта уларға шәхсән йә открытка аша әйтә алаһың (Кл 3:15).