Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb19 февраль 3 б.
  • Алланың күҙгә күренмәгән сифаттарын күрәһеңме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алланың күҙгә күренмәгән сифаттарын күрәһеңме?
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Йәһүәнең ижади эштәренән уның тураһында күберәк белегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Балағыҙҙың иғтибарын ижади эштәргә йүнәлтеп, Йәһүә тураһында өйрәтегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Йәһүәнең мөхәббәте уның ижади эштәренән күренә
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
mwb19 февраль 3 б.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Алланың күҙгә күренмәгән сифаттарын күрәһеңме?

Сағыу сәскәгә, йондоҙло күккә һәм иҫ киткес шарлауыҡҡа ҡарағанда Барлыҡҡа килтереүсенең ҡулын күрәһеңме? Тәбиғәт донъяһы Алланың күҙгә күренмәгән сифаттарын асыҡ итеп күрһәтә (Рм 1:20). Тирә-яғыбыҙҙағы донъяның матурлығы менән һоҡланыр өсөн ваҡыт бүлһәк, Алланың көсөн, яратыуын, ғәҙеллеген һәм йомартлығын күрә алырбыҙ (Зәб 104:24).

Һин көн һайын Йәһүәнең ниндәй ижади эштәрен күрәһең? Хатта ҡалала ла ҡоштарға һәм ағастарға ҡарап, һоҡланып була. Йәһүә барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙе күҙәтеү үҙ проблемаларыбыҙ тураһында сиктән тыш күп борсолмаҫҡа һәм иғтибарыбыҙҙы мөһимерәк нәмәләргә тупларға ярҙам итә. Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең беҙҙең хаҡта мәңге ҡайғыртып торасағына иманыбыҙҙы нығыта алырбыҙ (Мт 6:25—32). Балаларың булһа, уларға Йәһүәнең ғәжәп сифаттарын күрергә ярҙам ит. Тәбиғәт менән һоҡланыр өсөн ваҡыт бүлгән һайын, Барлыҡҡа килтереүсебеҙгә тағы ла яҡыныраҡ булып китәбеҙ (Зәб 8:3, 4).

«АЛЛАНЫҢ ИҪ КИТКЕС ИЖАДИ ЭШТӘРЕ УҒА ДАН КИЛТЕРӘ. ЯҠТЫЛЫҠ ҺӘМ ТӨҪ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Беҙ төрлө төҫтәрҙе нимә ярҙамында күрәбеҙ?

  • Төрлө төҫкә инә торған төҫтәр нисек барлыҡҡа килә?

  • Ни өсөн күк йөҙө төрлө төҫтәргә инә?

  • Үҙең йәшәгән ерҙә тәбиғәт донъяһындағы төҫтәрҙең бер-береһенә иҫ киткес тура килгәнен күрһәткән миҫалдар килтер.

  • Ни өсөн тирә-яғыбыҙҙағы донъяның матурлығы менән һоҡланыр өсөн, ваҡыт бүлергә кәрәк?

Алһыу роза, зәңгәр күбәләк, сағыу емештәр, офоҡҡа инеп барған ҡояш

Яҡтылыҡ һәм төҫ донъяһы Йәһүәнең сифаттары тураһында нимә аса?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу