Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb19 февраль 8 б.
  • Сыҙамлыҡ менән көтәйек

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Сыҙамлыҡ менән көтәйек
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Бер нәмә лә һеҙҙе бүләктән мәхрүм итмәһен
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Сыҙамлыҡ үҙ эшен еренә еткерһен
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Уҡыусыларҙың һорауҙары
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Йәһүә беҙгә һынауҙар ваҡытында ярҙам итә
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
Башҡаларын асырға
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
mwb19 февраль 8 б.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Сыҙамлыҡ менән көтәйек

Һин Алла Батшалығының килеүен күпме инде көтәһең? Тормошоңда ауырлыҡтар күптер, шуға күрә һиңә сыҙамлыҡ күрһәтергә кәрәк (Рм 8:25). Мәсихселәрҙе нәфрәт итәләр, улар менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итәләр, ҡайһы саҡта төрмәгә ултырталар һәм ҡайһы берәүҙәргә хатта үлем янай. Күптәр хроник ауырыуҙарҙан йә оло йәш менән бәйле ауырлыҡтарҙан интегә.

Беҙгә һынауҙарға ҡарамаҫтан шатлыҡ менән көтөргә нимә ярҙам итер? Изге Яҙманы көн дә уҡып һәм уҡығаныңдың мәғәнәһенә төшөнөп, иманды нығытырға кәрәк. Ҡарашыбыҙҙы өмөтөбөҙгә йүнәлтергә кәрәк (2Кр 4:16—18; Ев 12:2). Йәһүә менән доғала аралашырға һәм унан изге рух һорарға кәрәк (Лк 11:10, 13; Ев 5:7). Ҡайғыртыусан Атайыбыҙ шатлыҡ менән «бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр» булып ҡалырға ярҙам итер (Кл 1:11).

«БЕҘ „СЫҘАМЛЫҠ МЕНӘН“ ЙҮГЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ. БҮЛӘК АЛАСАҒЫҢА ЫШАН» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАҒЫҘ ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:

  • Джейми ҡатыны менән хеҙмәттә

    «Көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә» эләгеү тормошобоҙҙо нисек үҙгәртә ала? (Вғ 9:11).

  • Джеймиға инсульт булды һәм Карл уның менән Изге Яҙмалағы фекерҙәр менән бүлешә

    Ауыр ваҡытта доға нисек ярҙам итә?

  • Джейми Карл менән ҡәрҙәште рухландырыр өсөн килеп китеү яһай

    Ни өсөн, хеҙмәттә элеккегә ҡарағанда күп эшләй алмаһаҡ, хәлебеҙҙән килгән нәмәләргә иғтибарыбыҙҙы туплау мөһим?

  • Джейми үҙен ожмахта камил сәләмәтлек менән күҙ алдына килтерә

    Бүләк аласағыңа ышан

    Бүләк аласағыңа шикләнмәҫкә һиңә нимә ярҙам итер?

Һин проблемалар менән осрашҡандарҙы һәм уларҙың яҡындарын нисек нығыта алаһың?

  • Йылы һүҙҙәр әйт һәм урынһыҙ сағыштырыуҙар яһама.

  • Иғтибар менән тыңла.

  • Улар менән һәм улар өсөн доға ҡыл.

  • Улар өсөн ризыҡ әҙерлә йә өй эштәрен эшләргә ярҙам ит.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу